Все новости
Общие статьи
14 Ноября 2017, 19:29

АУЫРЫУ ҘА, ЕНӘЙӘТСЕ ЛӘ

Наркомания – дауалауға бик ныҡ ауыр бирелә торған ауырыу. Наркотиктарҙы даими ҡулланыу арҡаһында кешенең мейеһе, бауыры, бөйөрҙәре сафтан сыға, башҡа органдары зыян күрә. Үлемесле ағыу ҡулланыусыларҙың ғүмере тәүге дозанан һуң ете йылдан да артмай… Улар араһында гепатит, сифилис, СПИД кеүек сирҙәр киң тарала.

Наркомания – дауалауға бик ныҡ ауыр бирелә торған ауырыу. Наркотиктарҙы даими ҡулланыу арҡаһында кешенең мейеһе, бауыры, бөйөрҙәре сафтан сыға, башҡа органдары зыян күрә. Үлемесле ағыу ҡулланыусыларҙың ғүмере тәүге дозанан һуң ете йылдан да артмай… Улар араһында гепатит, сифилис, СПИД кеүек сирҙәр киң тарала.

Наркоман – ауырыу ғына түгел, ул – йәмғиәт өсөн ҡурҡыныс кеше. Бындай әҙәмдәр сираттағы дозаға аҡса табыр өсөн теләһә ниндәй енәйәткә барырға әҙер.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ҙур илебеҙҙә балалар,үҫмерҙәр араһында ла наркотиктарға ылығыусылар бар. Ауыр тормош хәленә тарыусы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр генә түгел, хатта етеш йәшәүселәрҙең дә балалары ҡайһы саҡта «аҡ үлем»гә тарый. Шуға күрә йәштәштәремә, йәшлегегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ, тулы тормош менән йәшәгеҙ, тик наркотиктарға үрелмәгеҙ, тип әйткем килә.

Кемдәр ул наркотиктарҙы һатыусылар? Илебеҙҙе көс менән еңә алмаған дошмандар. Улар теләһә ниндәй ағыуҙар ярҙамында Ватаныбыҙҙы эстән ҡаҡшатырға маташа. Бигерәк тә был тоҙаҡҡа йәштәрҙе эләктерергә тырышалар.

Әгәр йәмғиәтебеҙҙе ялмап алырға торған ошо замана афәте менән бергәләп көрәшмәһәк, киләсәктә ни булырын күҙалдына килтереүе лә ҡыйын. Бергә булайыҡ.

Гөлдәниә ҒАЙСИНА,
3-сө БРГИ уҡыусыһы
Күмертау ҡалаһы


ИКЕНСЕ ЭТАП ҮТКӘРЕЛӘ
Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәшеүгә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында 2017 йылдың 13 ноябренән 24 ноябренә тиклем «Ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит» Бөтә Рәсәй акцияһының икенсе этабы үткәрелә.

Наркотиктарҙы ҡулланыу һәм һатыу урындары тураһында Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының «ышаныс телефоны»на хәбәр итергә мөмкин: 8 (347) 279-32-92. Шулай уҡ был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының территориаль органдарының дежур бүлеге телефондарына шылтыратып әйтә алаһығыҙ.
Читайте нас: