Юшатыр
-6 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Общие статьи
14 Ноября 2017, 19:16
ҠАЙҘА БАРАЙЫҠ, ҠАЙҘАН АЛАЙЫҠ?
Һалымды 1 декабргә хәтлем түләргә ҡушалар. Ваҡытында түләмәһәң, пеняһы арта, тиҙәр. Ә бына беҙгә, ауыл халҡына, белдереү ҡағыҙы килмәгән осраҡта нимә эшләргә кәрәк һуң? Әллә юрамал, пеняһы артһын, тип ебәрмәйҙәрме икән? Кемгә түләү ҡағыҙы килмәгән, уларға электрон рәүештә мөрәжәғәт итергә кәрәк, тип белдерәләр. Беҙҙең ауылда, кәрәҙле телефон да тотмай, хатта, интернет та юҡ. Оло кешеләр интернет менән ҡуллана ла белмәй бит. Был осраҡта беҙгә нимә эшләргә һуң?

Барлыҡ Ялсыҡай ауылы халҡы исеменән Мәҙинә ҠУНАҠҠОЛОВА
Шундай һорау бирҙе беҙгә телефон аша Мәҙинә апай. Был проблемаға ҡарата силсәүит башлыҡтары ла яуап эҙләй. Шуға күрә беҙгә тағы ла Ишембайҙағы һалым инспекцияһының һалым түләүселәр менән эшләү бүлеге начальнигы урынбаҫары Эльвира Роберт ҡыҙы Шумаеваға мөрәжәғәт итергә тура килде.
- Бында беҙҙең ғәйеп юҡ. Бар кешегә лә ваҡытында белдереү ҡағыҙын ебәрәбеҙ. Рәсәй почтаһы халыҡҡа ул ҡағыҙҙарҙы ваҡытында алып барып еткермәй. Былтыр Салауат ҡалаһында һалым инспекцияһы ебәргән хаттарҙы почта хеҙмәткәрҙәре ваҡытында халыҡҡа алып барып еткермәгәндәр ҙә, сүп-сар багына түккәндәр ҙә ҡуйғандар. Бына шундай осраҡтар ҙа булғылай, ҡыҙғанысҡа. Шуға күрә ауыл халҡына үҙҙәренә иң яҡын булған һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итергә тура килә инде. Көйөргәҙе районы халҡына был осраҡта Күмертауға барырға кәрәк буласаҡ. Шуны ла әйтеп үткем килә: 16 ноябрҙән 16 декабргә хәтлем һалым инспекцияларында эш графигы үҙгәрә. Улар эш көндәрендә киске сәғәт 8-гә тиклем, ә шәмбе көнө көндөҙгө 3-кә тиклем эшләйәсәк.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?