Все новости
Общие статьи
14 Ноября 2017, 19:18

БЕҘ ҠАҘНА ӨСӨН ГЕНӘ КӘРӘК ҠАЛДЫҠМЫ?

Минең хеҙмәт стажым 37 йыл, ғүмерем буйы бер урында – Яманһары һөтсөлөк фермаһында эшләнем. Фермала эшләүҙең нимә икәнен унда үҙе эшләгән кеше генә белә, яҙып тормайым. Хеҙмәт ветераны тигән исемем бар, бирелгән грамоталарҙың иҫәбе юҡ, социалистик ярыштарҙа еңгән өсөндәре лә бихисап, «За доблестный труд» тигән миҙалым да бар. Барыһына ла өҫтәп тағы шуныһы бар: мин 3-сө төркөм инвалиды. Уныһы ла шул ил, дәүләт тип тырышып йөрөүҙән алған ауырыуҙан. Быларҙы мин нимә өсөн яҙам? Беҙҙең илдәге тәртипте аңлап етмәйем, хеҙмәт кешеһенә ихтирам да, иғтибар ҙа юҡ. Бер нисә йыл һалымдарҙан азат инем, тик ниңәлер аҙаҡҡы ике йыл дауамында «сельхозналог» тигәненә түләргә тип квитанция килә башланы. Пай ере өсөн түгел, уныһын түләйем былай ҙа, быныһы ултырған йорт урыны, баҡса-фәлән өсөн тигәне.

Бөтә фермаларҙы, дәүләт, тимәк, халыҡ мөлкәтен пыран-заран килтереп бөтһәләр ҙә, кеше, хеҙмәт кешеһе, ҡалды бит әле. Уларҙың ҡәҙерен властар белергә тейеш, тип уйлайым. Уныһынан бигерәк, закон бер булырға тейеш тә инде, ниңә элек минән азат ителгән һалым әле барлыҡҡа килде, дәүләттең ҡаҙнаһы бушағас, аҡсаны ҡайҙан табырға белмәй хитланыуҙарымы?

Зилә ТҮЛӘГӘНОВА
Яманһары ауылы

Ошондай йөкмәткеле хат килеп төшкәс, беҙ яуап артынан Ишембайҙағы һалым инспекцияһына мөрәжәғәт иттек.

Эльвира Роберт ҡыҙы ШУМАЕВА, һалым түләүселәр менән эшләү бүлеге начальнигы урынбаҫары:

- Былтырҙан башлап мөлкәт өсөн түләү тәртибе үҙгәрҙе. Элек кешенең нисә йорто булһа ла, бер һалым түләй ине, 2016 йылдан башлап ике, өс, унан да күп мөлкәте булған кеше башҡаса түләй. Мәҫәлән, льготалы кешенең ике йорто бар ти, ул бер йортона түләһә, икенсе йортоноң 50 квадрат метры һалымдан азат ителә. Йорт 50 квадраттан да аҙ икән, ул бөтөнләй түләмәй. Бәлки, апайҙың бер нисә мөлкәте барҙыр ҙа, шуға уға квитанция килгәндер? - тигән яуап ҡайтарҙы.

Беҙ ауыл инәйенең ҡайһы бер чиновниктарҙыҡы кеүек бер нисә елле виллаһы бар, тип уйламайбыҙ. Шуға ла Эльвира Роберт ҡыҙынан конкрет Зилә апайға ҡағылышлы мәғлүмәт биреүен һораныҡ. Бына бер аҙна тиерлек ваҡыт үткәс кенә, ниһайәт, мәғлүмәт алдыҡ. Уларҙың аңлатыуҙарынса, инвалид һәм ветеран булараҡ мөлкәт өсөн һалым һалынмай, тик ер өсөн генә килә. Быйыл 2 726 һум һалым килгән уға. Ни өсөн күбәйгән һуң? Сөнки уның пай ере ике тапҡырға артҡан. Ошоға тиклем кадастр хаҡы 174 мең һум булһа, хәҙер ул 328 мең һумға күтәрелгән. Шуға өҫтәп Зилә апай ниндәйҙер мираҫҡа ла эйә булған, тигән яуап ҡайтарҙылар беҙгә һалым инспекцияһынан.
Читайте нас: