Все новости
Общие статьи
14 Ноября 2017, 19:25

КОБЗОН МЕНӘН БЕР ИСЕМЛЕКТӘ

Ҡурҡыныс һөнәр инде ул журналист булыу, юҡ-барға тығылһаң, туҡмап, хатта атып та китеүҙәре бар.

Ҡурҡыныс һөнәр инде ул журналист булыу, юҡ-барға тығылһаң, туҡмап, хатта атып та китеүҙәре бар. Былары беҙҙең кеүектәргә ҡағылмай, атһалар ҙа, шартлатһалар ҙа, ил масштабындағы ҡәләм оҫталарын шартлаталар, беҙ нимә инде, кем күпме һөт һауған, кем нимә төҙөгән, грамота алған һымаҡ нәмәләрҙе яҙабыҙ (район журналистары), шуға маңлайға мылтыҡ терәгәндәре юҡ. Шулай ҙа беҙҙе лә ҡай саҡ әҙәмгә һанап ҡуялар. 2015 йылда «Кумертауское время» гәзитендә эшләгәндә Илдус Сәфәровты Ҡырымға саҡыралар. Таврида тигән мәртәбәле йәштәр сараһында ҡатнаша ул. Бына хәҙер килеп украиндарҙың билдәле Миротворец сайтындағы исемлеккә эләккән. Бында кем Украина хәүефлегенә ҡурҡыныс тыуҙыра, шулар эләгә. Билдәле артистар, сәйәсмәндәр, спортсылар араһында хәҙер беҙҙең Илдус та бар. Ҡотларғамы уны ошоноң менән әллә ҡайғыһын уртаҡлашырғамы? Моғайын, ҡотларғалыр. Иосиф Кобзон менән бер исемлектә тороу кемгә эләгә әле. Ярар, нисек кенә булмаһын уның барыһы ла һәйбәт булһын, яҡын арала Украинаға барырға йыйынмайҙыр, моғайын, үҙе хәҙер журналист та түгел, РПЛИ - ла директор урынбаҫары. Шуға уға бер ниндәй ҙә хәүеф янамайҙыр. Яңғылыштан ғына лицей өсөн балалар йыйырға Украинаға ебәреп ҡуймаһалар инде.
Читайте нас: