Все новости
Общие статьи
17 Ноября 2017, 18:28

АСЫҒЫП ЙӨРӨЙӨМ...

Әсәйемдең — Сафыяның (1901-1962) ошо һүҙҙәре әле булһа йөрәктә. Һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдар... Тамаҡ ашҡа, өҫ кейемгә туймаған йылдар. Әсәйемдең яҙмышы мажаралы йылдарға тура килде:

Әсәйемдең — Сафыяның (1901-1962) ошо һүҙҙәре әле булһа йөрәктә. Һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдар... Тамаҡ ашҡа, өҫ кейемгә туймаған йылдар.

Әсәйемдең яҙмышы мажаралы йылдарға тура килде:

1914-1917 йылғы Беренсе бөтә донъя империалистик һуғышы, 1917 йылғы Октябрь революцияһы, граждандар һуғышы. Ауылды берсә аҡтар, берсә ҡыҙылдар баҫып ала. Бына аҡтарҙы ҡыҙылдар ҡыуа. Ҡасыусылар аттарҙы ектерәләр ҙә хужаһын ылаусы итеп ала ла китәләр, ҡаршылашһа — бер пуля. Атайымды аҡтар алып китә. Әсәйем яңғыҙы тороп ҡала. Ҡыҙылдар аҡтарҙы Ҡытай сигенән сығаралар. Ул йылдарҙа нисек ҡайтҡандыр, әле һаман аптырайым. Ҡытайҙа ҡалғандары, шунда берләшеп, ауылда ғүмер кисергәндәр.

Быныһын да яҙайым әле: суверенитет яулағас, 1990 йылдарҙан һуң ҡоролтайға шул Ҡытайҙа ҡалған башҡорттарҙан вәкилдәр килде. Шартлатып башҡортса һөйләнеләр, ә беҙҙекеләр, әлбиттә, русса. Тимәк, балаларын өйрәткәндәр. Партияға кергәндә, атайың кем булып эшләне, тип һоранылар. Атайҙы иҫкә төшөргәс, ҡыйын булып китте. Һуңынан аңланым: шул атайымдың аҡтар менән китеүенә һорағандарын.

Атай 1941 йылда һуғыш башланғанын ишетеп, еңеүҙең беҙҙең яҡта буласағын, кемдәрҙең һуғышҡа барасағын әйтеп, балаларҙы уҡыт тип, донъя ҡуя. Әсәйгә 5 бала ҡала. Донъяның аҫты өҫкә килә. Көн һайын һуғышҡа оҙаталар. Әсәйем дә тәүге улын — миһырбанлы, кешелекле, алсаҡ, һөйкөмлө, ярҙамсыл, гармунсы улын оҙата — һуңғы юлға оҙата. Әсәйҙең күҙ йәшен күреүҙән дә ауыры юҡтыр.

Әсәй ҡара ер күтәрә алмаҫ ҡайғыны күтәрә, 4 баланы кеше итергә, атай әйткән васыятты (балаларҙы уҡыт) үтәй, 4 балаһы ла юғары белем ала.

Бөтә эш бала-саға, ҡарт-ҡоро һәм әсәйҙәргә тороп ҡала. Алма беш, ауыҙыма төш, тип ултырып булмай. 12-15 йәшлек малайҙар ер һөрә. Әсәйҙәр шул ерҙе үҙ һыйыры менән тырмата. Бына әсәй ҡайтып керә, ҡәҙерлегә кейгән бишмәтен йүкә менән быуып бәйләгән. Керҙе лә ишек яңағына терәлде, урындыҡҡа барып ултырырға хәле етмәй. Көнө буйы һыйыр менән айҡашып ер тырматҡан. Ә беҙең һыйыр берәүгә лә баш бирмәй. Элек ишек бикләү юҡ, келәһен эләһең дә ағас тығаһың. Кеше борола ла китә. Әммә марья ҡыҙы почтальон кереп күҙгә күренерҙәй әйберҙәрҙе урлаған. Беҙ бер нәмәһеҙ — алмаш күлдәкһеҙ тороп ҡалдыҡ. Әсәйем күрше ҡатыны менән булған һарыҡтарҙы ҡыуып, Ишембай баҙарына алып китәләр. 15 көн йөрөп, арманһыҙ булып ҡайталар. Ергән ауылын Өфөгә барған-ҡайтҡанда иҫкә алмай ҡалғаным юҡ. Ауыл оҙон да баһа, һарыҡтар, һыу эҙләп, кеше ихатаһына инә лә китәләр, ти. Ике яңғыҙ ҡатын барып етеп, кеүәртир табып, һарыҡтарын һуйҙырып, һатып, ваҡ-төйәк алып, иҫән-һау кире ҡайталар. Беҙ күҙ тишелеп көтәбеҙ.

Әсәйем үҙенә тигән күлдәген калдаучикка бер бот бойҙайға бирҙе. Яҙ, үләндән башҡа ашарға юҡ. Теге ҡатындың ҡыйыш эше күп булған, ахыры, эше судҡа барып еткән.

Эсвидитель итеп, әсәйҙе Ермаловкаға саҡырталар. Әсәйем үҙ ғүмерендә машинаға ултырғаны булманы, еҫенә ярамай. Барғанда ла, ҡайтҡанда ла, үҙе әйтмешләй, әрйәһендә бүрәнә кеүек аунап барып ҡайтҡан. Көҙгө бысраҡта әсәйемде ҡараңғыла ауыл осонда төшөрөп ҡалдырып киткәндәр. Әсәй имгәкләп ҡайтып керҙе. Ҡоҫоп, бысранып бөткән... Теге ас халыҡтың өлөшөнә ингән ҡатын әле лә күҙ алдымда. Әсәйемдең эшләмәгән эше ҡалманы: ҡул салғыһы менән бесәнен дә сапты, урағын да урҙы. Бесән сабыуҙары дәүерҙер, ураҡ урыуҙары ауырҙыр, ти. Көлтә лә бәйләне, ҡышын баҫыуға йөрөнө (молотилкала) баҫалар. Бәләкәй арба-сана менән утынын да ташыны.

Ас — бер-береһенә хас, тип әйтһәләр ҙә, халыҡ берҙәм, ярҙамсыл булды. Әлеге кеүек халыҡ боҙолмаған. Налог йыйыусылар (күрше районда) өй һайын йөрөйҙәр. Өйҙә ҡаҙ сепей баҫып сығара торған сытта нимәлер ҡыбырлай — яланғас балалар, өҫтөнә балаҫ ябылған. Әйҙә быларҙы үлгәндәр иҫәбенә керетәйек, тип сығып китәләр. Сөнки налог өй башына ҡарап һалына. Налог йыйыусыларҙың да төрлөһө булды. Хатта мин исемен дә онотманым. Керәләр ҙә налог түләгән өсөн кәпитәнсә таптыралар. Ус аяһындай ҡағыҙ ташланған - түләнгән бит инде. Киренән түләтәләр. Үҙҙәрендә ҡағыҙға яҙылған булырға тейеш тә бит?! Уның араһында налог түләмәүселәрҙе кәнсәләргә саҡырып, таштан йүкә һыҙырталар, ә өйөндә балалары ас — тәғәм ризығы юҡ, атаһы һуғышта. Халыҡты бүреһе лә йонсотто, һуғыш яғынан килгән, тинеләр. Төндә һарай артында ғына тауҙа олошоп ултырғандары хәтерҙә. Һалам башлы һарайҙан 2 кәзәне алып киткәндәр, ферма малын ҡараусы ҡатын тимерен ҡағып, ҡысҡырып ҡараған да бит. Бәлә килер булһа, кешене йоҡо баҫыр, ти. Эсендә аяғы ғына ҡалған быйма тапҡандары ла хәтерҙә. Кешеһе лә ас, бүреһе лә, малы ла ас. Һуғышҡа тиклем ир-ат бүре, ҡуян тотоп ҡайталар ине, әле ни дүрт аяҡлыларға хөрриәт. Хәҙер бүренән түгел, кешенән ҡурҡаһың, яланға сыҡһаң.

Әсәйемдең башы ҡайғынан сыҡманы: олатайым — әсәйемдең атаһы Шәйәхмәт аты-затына ҡарамай дөрөҫөн һөйләр булған. Бик уҡымышлы, ҡалын - ҡалын ғәрәпсә яҙылған китаптарҙы көйләп уҡып ултырыр ине. Сталинға ла, кешеһен табып, хат яҙҙырған: ауылдағы ауыр тормош, уҡытыуҙы иртә, уңыш йыйыр ваҡытта башлатаһығыҙ...

Әсәйем хафаға төштө. Кемдән яҙҙырғанын белеп, барып алған булырға тейеш. Һәр ауылдың үҙ әпкәләйе була. Никах уҡый, кешене ерләгәндә аят уҡыуы, балаларға исем ҡушыуы тураһында шап-шаҡ һуҡҡандар (олатайым һүҙе). Ауылға килеп эҙләй башлайҙар. Алдан һиҙеүселәр булғандыр. Кәбәнгә йәшерәләр. Һәнәк менән сәнсеп эҙләгәндәр — тапмағандар олатайҙы.

Өләсәйем Ғәфиә — әсәйемдең әсәһе — Урта Моталдан, ҡыҙ фамилияһы — Исҡужина. Һуғыш бөткәс, аслыҡтан үлгән. Бөтә тапҡан-таянғанды көнбайышҡа (әле ҡотороноп ятҡан илгә) оҙатҡандар. Әсәйемдең йөрәге әрнеп һөйләгәне: өләсәйем балтырғанды сүкеш менән иҙеп ашап ҡарай, теше юҡ. Һуты аҡҡас, ашаның ни ҙә, ашаманың ни. Үҙ һүҙле олатайым әҙ генә булһа ла хәл алырға Таймаҫҡа ебәрмәгән. «Әсенән әсе ни булыр» тип һорағандар әҙәм балаһынан, «үлем» булыр тип яуаплағандар. Әсәйемә үлем әсеһен күп күрергә тура килде. Әл дә Рәшиттең үлемен күрмәне, кисерә алмаҫ ине.

Ҡайғы ҡайҙа бараһың, ҡартайтырға барамын, тип әйткән, ти. 50-55 йәштәрендә: «Мине Сафыя әбей» - тип әйтә башлағандар тигәне хәтерҙә. Хәҙер шул йәштәгеләргә әйтеп ҡара, эт тиреһен башыңа ҡаплап китер. Әсәйемдең һуғышта үлгән улының похоронкаһы артынан Ермаловкаға йәйәү барып, япа-яңғыҙы йөрөп ҡайтыуын онотоп буламы. «Кешеләр посылка ала, ә мин...» ти.

Ҡара ер күтәрә алмаҫ ҡайғылар кисереп, ирҙәр эшен башҡарып, өҫтө кейемгә, тамағы ашҡа туймай, теләгән кейемен кейә алмай, мәңгелек йортона китте. Теләгәнсә изгелек күрһәтеп булманы. Элек бит һорап тороу юҡ, уҡыу бөтөү менән, ҡайҙа кәрәк, шунда ебәрәләр ине (хәҙер бер кешегә лә кәрәк түгел, эш эҙләп ғәзизләнәләр).

Әсәйем бик ғилемле, ғәрәпсә уҡый-яҙа белә ине. Һуғышҡа тиклем наҙанлыҡты бөтөрөү ниәтенән атай-әсәйҙәрҙе лә уҡыталар ине. Хәреф танытып, ҡултамға ҡуйырлыҡ. Ҡәһәрле һуғыш башланды. Донъя селпәрәмә килде. Урта мәктәптең тәүге сығарылыш уҡыусылары беренселәрҙән булып һуғышҡа оҙатылды. Күбеһенең, хәбәрһеҙ юғалды, тигән ҡағыҙы килде. Рәшит өлкә гәзитендә, мин райондың «Ленин байрағы»нда эшләй башлағас, әсәйем беҙҙең мәҡәләләрҙе уҡып, яңысаһын да өйрәнде. Кешене яманлап яҙмағыҙ, тип әйтер ине. Кистәрен әсәйҙең әкиәт-хикәйәттәрен тыңлап, үҙебеҙ ҙә һөйләп йоҡлап китә инек. Әсәйем ипле һүҙле, әрләүе лә, өйрәтеүе лә фәһемле әйтем-мәҡәлдәр йә ҡыҫҡа ғына аҡылға ултыртырлыҡ көләмәстәрҙән, әкиәт-хикәйәләрҙән торор ине. Рәшит ҡустым, яҙыусы булыуым әсәйемдән, тиер ине. Әсәйем тегеүгә оҫта, маһир булды, бер мунса инеү өсөн 1 күлдәк тегеп бирер ине.

Әсәй һыуһап-сарсап, асығып эшләп ҡайтырға ваҡыт етеп килә. Юҡ, ҡаҙан аҫтындағы утты яндыра алмайым. Шул саҡ келәттәге иҫке һандыҡ эсендә абзыйымдың фронттан яҙған хаттары хәтергә төштө... Ут янып китте. Ғүмер буйы үкендем, яндым. Ошоға тиклем берәүгә лә әйткәнем юҡ ине... Яҙырға баҙнат иттем. Үҙем менән алып китмәйем әле тинем. Беҙҙең атай-әсәйҙәр уҡымағандар, әммә наҙан булмағандар. Улар шуны аңлаған, яҡшы белгән: баланы тәрбиәләү нигеҙе — хеҙмәттә. Бер тәрбиәне лә, өгөттө лә алмаштыра алмай. Ә халыҡ ижады — тәрбиәнең нигеҙ ташы. Элек-электән халҡыбыҙға балаға өс йүнәлештә тәрбиә бирелгән:

а) ғаиләне аҫыраусы, ғаилә усағын һаҡлаусы;

б) тыуған ерен ҡурсалаусы, һаҡлаусы;

в) ғаиләлә, ырыу, халыҡ йолаларын дауам итеүсе, киләсәк быуынға еткереүсе. Тәүге тәрбиә — ғаиләлә, ояһында ни күрһә, осҡанында шул. Халыҡ педагогикаһы заманға ҡарап үҙгәрмәй. Халыҡ ижады нигеҙендә тәрбиәләп, фашистарҙы үҙ ояһында дөмөктөрөрлөк ул-ҡыҙ үҫтергәндәр. Ә бит уларҙың күбеһе уҡый-яҙа ла белмәгән. Уҡымағандар — наҙан ҡалмағандар, тәртипле, инсафлы, кешелекле, кеселекле, ярҙамсыл булғандар. Әсәй тураһында яҙырға күпме уҡталып йөрөнөм, барыбер күңелемдәгендәй барып сыҡманы.

Күмертау ҡалаһы

Читайте нас: