Юшатыр
-14 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Общие статьи
17 Ноября 2017, 18:57
БАРЫҺЫ ЛА АҠ ҠЫНА, Ә КЕМ ҒӘЙЕПЛЕ ҺУҢ?
Һалым түләр өсөн түләү ҡағыҙы беҙгә лә килмәне. 1 декабргә тиклем бик аҙ ваҡыт ҡалды, түләп өлгөрмәһәк, пеняһы артасаҡ. Был бит ғүмерҙә лә булмаған хәл. Йыл да түләү ҡағыҙы ваҡытында килеп, беҙ ҙә ваҡытында түләй барҙыҡ. Хәҙер, әгәр килмәһә, үҙебеҙгә барып алырға кәрәк, имеш. Был нисек була инде? Кемдеңдер транспорты бар, кемдекелер юҡ. Йәмәғәт транспортында барыу өсөн дә юлға аҡсаһы кәрәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҙур сығым китә. Был - сәйер күренеш. Буласаҡ һайлауҙар алдынан етәкселәр тарафынан халыҡты Хөкүмәткә ҡаршы ҡуйыу эше алып барылмаймы икән? Был проблеманы кем тикшерергә тейеш? Беҙгә һалым түләү ҡағыҙын алып килһендәр, халыҡтың барыһы ла барып ала алмай. Етмәһә, ер һалымы түләмәйенсә дивиденд бирмәйҙәр. Шул арҡала беҙ һуғымға тип әҙерләгән малды, ҡаҙҙарҙы һимертә алмайбыҙ.

Абдуләхәт ИСХАҠОВ,
Түбәнге Бабалар ауылы
Гәзитебеҙҙең үткән һанында ла уҡыусыларыбыҙҙан ошондай уҡ һорау булғайны. Беҙ яуап эҙләп Ишембайҙағы һалым инспекцияһының һалым түләүселәр менән эшләү бүлеге начальнигы Эльвира Шумаеваға шылтыраттыҡ. Ул: “Бында беҙҙең ғәйеп юҡ. Бар кешегә лә ваҡытында белдереү ҡағыҙын ебәрәбеҙ. Рәсәй почтаһы ул ҡағыҙҙарҙы ваҡытында алып барып еткермәй”, - тип яуап биргәйне. Беҙ артабан яуап эҙләп Күмертау почта бүлексәһе начальнигы Эльвира Бәшироваға шылтыраттыҡ. Ул да: “Һалым түләү буйынса 22-21 октябргә тиклем килгән барлыҡ түләү ҡағыҙҙарын да таратып бөттөк. Беҙҙә башҡа һалымға бәйле белдереү ҡағыҙҙары юҡ. Һалым инспекцияһынан халыҡҡа таратыу өсөн башҡа түләү ҡағыҙҙары ебәрелмәне. Шулай булғас, бында беҙҙең ғәйеп юҡ”, - тине.
Күмертауҙағы һалым инспекцияһына шылтыратып, һалым түләү өсөн килмәгән түләү ҡағыҙын һеҙҙән барып алырғамы, тип белештек. “Эйе, беҙҙән килеп алығыҙ, тик кеше ныҡ күп, сират та ҙур”, - тип яуап бирҙеләр.
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?