Райондың һәр ауыл советы биләмәһендә мал зыяраттары бар. Уларҙың һаны ун ике, шуларҙың Бахмут, Свобода (Түкән ауылында), Керәүле-Илюшкин, Шәбағыш ауылы советтарындағылары бөтә санитар талаптарға ла яуап бирә, ә ҡалған һигеҙе юҡ.
- Беҙ яҙлы-көҙлө мал зыяраттарын тикшереп сығабыҙ. Ветеринария ҡағиҙәләрен һәм талаптарын һанай башлаһаң, улар иҫ китмәле күп. Ҡалғандарҙың шул хәтлем насар, тип әйтеп булмай, һәр ерҙә лә тәртип бар, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшләнеп етмәгән етешһеҙлектәр күҙгә ташлана. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был емтек баҙҙарын ҡулланырға була, ләкин булған етешһеҙлектәрҙе ваҡытында бөтөрмәһәң, уларҙың ҙурайып китеүе ихтимал. Районда үләкһә зыяраттарын хеҙмәтләндереүгә Денис Никитин яуаплы. Ләкин бер генә кеше булған етешһеҙлектәрҙе бөтөрә алмай. Был һаҡлағыстар халыҡ өсөн эшләнгән, тимәк, уларҙың барлыҡ талаптарға ла яуап биреүенә урындағы халыҡ та яуаплылыҡ тойорға тейеш. Иң мөһиме – емтек зыяраттарының 12-һе лә кәртәләнгән, махсус соҡорҙары бар. Ҡайһы берҙәренең кәртәләрендә йә соҡорҙа йоҙаҡ юҡ, ер ишелгән урындар ҙа бар, - тине был хаҡта ҡала һәм район буйынса ветстанция начальнигы Рәмилә Иҫәнғолова.