Все новости
Общие статьи
17 Ноября 2017, 18:40

ИР ҺӘМ ТРАКТОР

Редакцияла эшләү әкәмәт инде, башҡа ерҙә нисектер, бында кемде генә күрмәйһең дә, кемде генә осратмайһың.

Редакцияла эшләү әкәмәт инде, башҡа ерҙә нисектер, бында кемде генә күрмәйһең дә, кемде генә осратмайһың.

Шулай бер ҡайҙандыр ҡайтып килһәк, ҡарап тороуға йәше ҡырҡтан уҙған ҡатын ҡул болғай, ултырттыҡ тегене. Һүҙгә әүәҫ булып сыҡты был, юл бик алыҫ булмаһа ла, бар тормошон тиерлек һөйләп бөттө. Ҡала янындағы бер ауылда йәшәй, Күмертауға йөрөп эшләй икән. Яңғыҙы донъя көтә. Әллә шул тиклем ир көҫәгәнме, яңғыҙлыҡ ялҡытҡанмы, ауыҙындағы ике һүҙҙең береһе ир. Беҙгә шунда уҡ, ир табырға ине, тип хәбәр һалды. Машина эсенә, бәлки, кәрәк булыр тип, запас тәгәрмәс һымаҡ итеп, яңғыҙаҡ ир-ат тейәп йөрөмәйбеҙ, шуға аптырабыраҡ ҡалдыҡ, темаһы ла интимыраҡ бит, ә был ете ят кешеләргә тартынмай һөйләй. «Ниндәйерәк формала ир кәрәк һуң, йәшәр өсөнмө, әллә улай-былай осраштырғыларғамы?» - тип белешкән булдыҡ. Килеп-китеп кенә йөрөгәндәре лә ҡай саҡ кәрәк булып ала бит. Толковый тормош иптәше кәрәк, ти ҡатын (төҫкә үҙе нишауа ғына). Шунда уҡ хәтерҙә булған ирҙәрҙе барларға тотондоҡ: тегеһе нормальный, но өйләнгән, быныһы арыу һымаҡ та, төшөрөргә ярата... Эскән булмаһын, тип ҡырт киҫте ирһеҙ ҡатын. Миңә унан бер ни кәрәкмәй, байлығы ла, черты ла. Үҙем һымаҡ яҙмыш ҡыйырһытҡан, яңғыҙлыҡтан миктәгән булһын, тип буласаҡ абышҡаһының параметрҙарын теҙҙе. Бәтәс, ҡайҙа барырға белмәй йөрөгән бомж булмаһын инде, тип беҙ ҙә ниндәйҙер күлдәрҙә йөҙгән яралы аҡҡош картинаһына буяуҙар өҫтәргә теләнек. Ауыҙын асһа, үпкәһе күренеп торған кеше нимәгә һиңә? Булһын, минең вис бар, ти. Йортом, малдарым... Беҙ һорайһы иттек: атың да бармы әллә? (атһыҙ ауылда ҡыйын тигән фекер башта электән ҡалған). Юҡ, тракторым бар, ултыра шул көйө, ир булһа, йөрөтөр ине. Беҙ ни бөтөнләй аптырашта ҡалдыҡ – әҙер йорт, мал, матур ҡатын, етмәһә, трактор, кемгәлер бик ныҡ уңай булыр инде был бисә. Төшөп ҡалғас, артынан оҙаҡ ҡына күҙҙе алмай ултырҙыҡ. Егелеп эшләп йөрөй, барыһын бер үҙе тарта был ҡатын (ике балаһы ҡырҙа), ана ни хәтлем донъя туплаған, ә пар булырҙай ир юҡ. Кәләш алһаң, бисәнән ал – әҙер һыйыр, әҙер өй, тигән һымаҡ, бының да ҡаршыһына арыу ғынаһы килеп сыҡһа, тормошо йәмләнеп китер ине. Интернет үҫешкән, аралашыу күпкә еңелләшкән заманда (хәҙер Америка ни, Рәсәй ни айырма юҡ – тотаһың да һөйләшәһең) яҡшы ғына кешене табыуы ауыр. Ир алғанға ҡарағанда трактор алыу еңелерәк.

Ирҙәрҙең дә тракторҙыҡы һымаҡ берәй механизымы булһа (эсә башланы иһә, бер нәмәһен борҙоң, тегеһе донъялағы иң айыҡ кешегә әйләнде, сарҡылдатып туҡмарға уйлай – икенсе бер шөрөбөн әйләндерҙең –йыуаш, яғымлыға әйләнде, сит ҡатынға күҙен майландыра – берәй нәмәһен тарттың – күҙҙәрен һинән алмаған тоғро эткә әүерелде. Тик кешеләр машина түгел шул...Кәрәккәндә ремонтлап та булмай, баҙарға барып һайлап алып та булмай.


Шулай, кеше машина түгел, машина булһа, йүнәтергә булыр ине, кемдер ирҙәрҙе ғәйепләй, кемдер ҡатын-ҡыҙҙы. Әле бына тәҙрәнән ҡарап ултырам, беҙҙең эргәлә генә магазин, артҡы ишектән сығып, һатыусы ҡыҙҙар тәмәке тарта, бер юлы өсәүләп сыҡҡандар, өсөһө лә башҡорт ҡыҙҙары! Һеҙ тартҡан ҡатын менән йәшәр инегеҙме? Мин - юҡ!

Мөҙәрис СӘЙЕТҠОЛОВ

Магнитогорск ҡалаһы



Күмертау ҡалаһы

Читайте нас: