«Яманһары урамдары әҙәм үткеһеҙ. Быйыл ғына ҡырсын һымаҡ нәмә түшәнеләр, тик ни мәғәнә? Түшәгән өсөн әллә күпме аҡса түгелгәндер әле, ысынбарлыҡта бушҡа булды бар киткән көс, барыбер батҡаҡ ярып йөрөйбөҙ. Етмәһә, балсығы тая килеп тороп».
Редакцияға ошондай хат килеп төшкәс, был турала «В контакте»лағы «Юшатыр» төркөмөнә мәғлүмәт ҡуйғайныҡ. Яҙлы-көҙлө бөтә ауылдарҙың да тиерлек бәләһе булған юлдар темаһы күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Беҙҙең был төркөмдәге яңылыҡтарҙы даими күҙәтеп барыусылар ҙа шунда уҡ үҙҙәренең аңлатмаларын яҙырға ашыҡты. Шулай итеп Тимербай ауылында ла юлдарҙың бик үк һәйбәттән түгел икәнен белдерҙе беҙҙең уҡыусыларыбыҙ:
Хәлисә ҒӘЛЛӘМОВА, Белорет:
- Туңдырыптырып ебәрһәәәә, үрле-ҡырлы һикертә инде. Бамперҙарҙың кәрәген бирәсәк кенә. Баштан үткән.
Роберт ТАЗЕТДИНОВ, Күмертау:
- Тимербай ауылында ла шундай уҡ хәл. Газ үткәнен саҡ көтөп алдыҡ, тик газ үткәргәндән һуң ике йыл буйы соҡор-саҡыр булып ятты ауыл юлы. Инде быйыл юл һалырға булдылар: ауыл халҡынан аҡса йыйып (уныһы тағын бер әкәмәт - Күмертауҙа «асфальт һалабыҙ» тип аҡса һорап квартиралар буйлап йөрөгән кеше күргән юҡ әле), килтереп түшәнеләр балсыҡ ҡатыш балсыҡ. Соҡор-саҡыры ҡалды, сөнки ҡалын итеп һалынмаған, тағын инде шундай уҡ батҡаҡ, туңдырып ебәрһә, машинаны ауыл ситендә ҡалдырып йәйәүләп йөрөргә тура килер. Ҡыуанысҡа ҡаршы, беҙҙең заманда күпме аҡса киткән, ниндәй эш башҡарылырға тейеш булғанын өйҙә лә ултырып белергә була. Шунан һорау - техзадание буйынса һалынырға тейеш булған «Смесь песчано-гравийная природная», ә һалғандар балсыҡ. Ниңә техзаданиены тулы башҡармаған эште ҡабул иткәндәр икән?
Бюджетты, силсәүиттең эшен контролдә тотоу, бар нәмәне лә халыҡ өсөн эшләү кеүек нәмәләрҙе ауыл депутаттары хәл итергә тейеш бит. Улар өсөн теләһә ҡайһы начальниктың, хакимиәт башлығының ишеге асыҡ бит. Әллә күпме ташламалары ла бар. Юл хаҡы түләмәй улар, шуға күрә Өфөгә Республика Башлығына барып та ҡайта алалар. Әммә беҙҙә депутаттар исем өсөн генә, йыйылып, нимә әйтәләр, шуға «за» тип ҡул күтәреп ултырыр өсөн генәләр. Ошонан һуң Дәүләт Думаһы депутататтары халыҡ өсөн бер нәмә лә эшләмәй тип нисек әйтәһең инде, әгәр эргәңдәге ауылдаш депутаттарың хәлде яҡшыртыу өсөн бер ниндәй ҙә көс һалмаһа.
Хәлисә ҒӘЛЛӘМОВА, Белорет:
- Хөкүмәтебеҙ ҡотороп китте түгелме? Ауылдарҙа нимәлер эшләргә булһалар, мотлаҡ халыҡтан аҡса йыялар. Халыҡ шул тиклем баймы, әллә йыуаш итәләрме? Һәр ауыл советына квартал һайын ауылды төҙөкләндереү өсөн аҡса бүленә түгелме? Юл һалыу йәки ремонтлау өсөн миллионлапмы, миллиардлапмы аҡса бүленгәс, әҙ-мәҙ генәһен шул ауыл тирәһенә лә бүлеп бирергә тейештәрҙер инде. Трассалар ғына юлға һаналамы икән ни?
Яманһары һәм Тимербай ауылы проблемалары буйынса уларҙың ауыл советы хакимиәте башлыҡтары бына нимә ти:
Нурия ШӘРИПОВА, Бахмут ауыл советы хакимиәте башлығы:
- Яманһары урамдарына быйыл 500 меңгә ҡырсын ҡатыш ҡом һалынды. Мин шунда уҡ хакимиәт башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫарына, сифаты юҡ бит материалдың, тинем. Тик аҡса аҙ бит, алыҫтан ташыһаң, ҡыйбатҡа сыға тигән яуап алдым. Был ҡырсын шуға күрә яҡын тирәнән алынды. Был аҡсаны ла район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов бирҙе. Ҡалайтаһың, ауыл - ауыл инде, ҡайҙа ла бысраҡ яҙлы-көҙлө. Бар ергә лә асфальт түшәп булмай.
Сания СӘЙЕТБАТТАЛОВА, Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы:
- Тимербай ауылы юлы ППМИ программаһы сиктәрендә эшләнде. Уның өсөн республиканан 450 мең һум аҡса бүленде. Шуға өҫтәп, 90 мең һум силсәүит, 53 мең һум спонсорҙар бирҙе, 80 мең һумы ауыл халҡынан йыйылды. Аҡсаның ҡайҙа, күпме киткәне хаҡында инициатива төркөмө күҙәтеп барҙы. Халыҡтың бер тин аҡсаһы ла ситкә китмәне. Юлға балсыҡ түгел, ә ҡырсынташ һалынды. Уның нормативтарын ДРСУ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре белә. Юл яңы түшәлгән, әле тапалып бөтмәгән. Яҡшылап тапалғас, ул бынамын тигән буласаҡ. Үҙегеҙ күрәһегеҙ, ныҡ ямғырҙар үтте, шуға күрә грейдер ебәрә алмайбыҙ әлегә. Ҡыҙғанысҡа, юлды иртәрәк эшләргә форсат булманы. Шуны ла өҫтәп әйтер инем, Тимербай ауылына күп нәмә эшләнде: мәсет төҙөлдө, газ үтте, зыярат тәртипкә килтерелде, һыу юлы үҙгәртелеп, һыу баҫмай башланы уларҙы хәҙер. Эшләнгән эштәрҙең барыһы ла түгел әле был. Халыҡ өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләп торабыҙ.
Редакциянан: Әйткәндәй, Зәк Ишмәттә лә октябрь айында урамға ҡырсынташ түшәлеүе хаҡында гәзиттә яҙып сыҡҡайныҡ. Ауыл тирәһендә тик ҡыҙыл балсыҡ ҡына булғас, сифатлыраҡ материал булһын, тип алыҫтаныраҡ ташыған улар. Сметала 4 км алыҫлыҡтан алып килергә тейеш булһалар ҙа, улар 9 км-ҙан ташыған. Зәк-Ишмәт силсәүите башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов әйтеүе буйынса, бында ла юлдар әлеге ваҡытта шәптән түгел, сөнки ҡырсынташ һуң һалынғас, ул ныҡлап баҫылып өлгөрмәгән. Юлдың ҡатҡанын береһе лә көтмәй, машина менән дә иҙгесләп бөтәләр, ти ул. Киләһе йылда быйылғы хаталарҙы ҡабатламай, юл эшенә иртәрәк тотонорға уйлай улар.
Юл проблемаһы ауыл халҡының иң ауыртҡан ере булараҡ, был тема ауыл халҡын да, шулай уҡ унда ҡаланан ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөүселәрҙе лә бик ныҡ борсой. Әле был мәсьәлә уларҙы тағы ла нығыраҡ ҡуҙғытып ебәрҙе. Материал баҫмаға әҙерләнеп бөткәс тә, «Юшатыр» гәзите төркөмөнә үҙҙәренең фекерен белдереп яҙыусылар туҡтаманы. Кемдәрҙер, ауыл кешеһе кемгә кәрәк инде, тип үпкәһен дә белдерә, ҡайһылары, ауыл юлы шулай була инде, был һеҙгә асфальт түгел бит, ти. Яҙмалар бик күп, беҙ әле гәзитебеҙҙә уларҙың ҡайһы берҙәрен генә күрһәттек. Юғарыла яҙған Роберт Тазетдинов юл проблемаһына ҡарата Зәк-Ишмәт менән Тимербай ауылы сметаһы буйынса хаҡтарҙы сағыштырып ҡарап, тулы бер тикшереү үткәргән, хатта. «Нишләп Тимербай юлы буйынса хаҡтар юғарыраҡ килеп сыға һуң?» - тигән һорау ҡуя ул. Был һорауға ла яуап эҙләп, беҙ тағы ла Свобода силсәүите башлығы Сания Сәйетбатталоваға сығырға мәжбүр булдыҡ. Уның аңлатыуынса, беренсенән, Зәк-Ишмәттекенә (1 км 200 м) ҡарағанда, Тимербай (1 км 500 метрҙан артығыраҡ) юлының километражы күберәк. Икенсенән, Тимербай ауылындағы күпер аҫтына өҫтәмә рәүештә тағы ла 20 машина ҡырсынташ һалырға тура килгән.