Все новости
Общие статьи
21 Ноября 2017, 14:33

АСЫҠ ИШЕКТӘР КӨНӨ ҮТТЕ

Ишембай, Салауат, Күмертау, Мәләүез ҡалаларында һәм Федоровка, Мораҡ, Иҫәнғол район үҙәктәрендә Рәсәй һалым инспекцияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса 25-се һанлы район-ара бүлеге хеҙмәткәрҙәре 10-11 ноябрҙә Асыҡ ишектәр көнө үткәрҙе. Унда халыҡ иғтибарына һалым тәртиптәре һалым түләү ваҡыты, төрлө ташламалар хаҡында ентекле мәғлүмәт бирелде.

«Бындай сараны граждандар көтөп алды. Килеүселәр һәр ваҡыттағыса күп булды һәм иртә таңдан уҡ сиратҡа баҫты. Бында уларҙың һәр береһе үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап алды», - ти инспекция начальнигы урынбаҫары Лариса Антошкина.

Был көндәрҙә һалым инспекцияһы төрлө һорауҙары менән 3286 кешене ҡабул итте. Был урында мөлкәт һалымына ҡағылышлы шуны ла әйтеп үтке килә: элек төрлө ҡалаларҙа бер нисә мөлкәте булған кешеләр (Мәҫәлән, Өфөлә, Мәскәүҙә, Күмертауҙа фатиры була икән) бер нисә һалым түләү ҡағыҙы ала торғайны. Хәҙер улай түгел. РФ территорияһында булған мөлкәттәрҙең барыһы ла тик бер генә квитанцияла күрһәтелә. Был бик тә уңайлы. Шуны ла онотмаһағыҙ ине: мөлкәт һалымын түләү квитанцияһын, теркәлгән урынығыҙға ҡарамайынса, башҡа һалым инспекцияһынан барып та ала алаһығыҙ.

Граждандарға уңайлы булһын өсөн, 1-16 декабрҙә эш көндәрендә һалым инспекцияларының эш ваҡыты 2 сәғәткә оҙайтылып, киске 8-гә ҡәҙәр, шәмбе көнө сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-кә хәтлем эшләйәсәк.
Читайте нас: