Все новости
Общие статьи
21 Ноября 2017, 14:49

«ЮШАТЫР»ҘЫ НИ ӨСӨН АЛДЫРАМ?

«ЮШАТЫР» ҺЫҘ ҠАЛМАЙЫҠ Күмертау ҡалаһының, Көйөргәҙе районының барлыҡ почта бүлектәрендә лә 2018 йылға «Юшатыр» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Почта бүлегенә бара алмаһағыҙ, почтальондарға мөрәжәғәт итергә була. Улар һеҙгә квитанция тултырырға бурыслы.

«ЮШАТЫР» ҺЫҘ ҠАЛМАЙЫҠ

Күмертау ҡалаһының, Көйөргәҙе районының барлыҡ почта бүлектәрендә лә 2018 йылға «Юшатыр» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Почта бүлегенә бара алмаһағыҙ, почтальондарға мөрәжәғәт итергә була. Улар һеҙгә квитанция тултырырға бурыслы.

2018 йылдың I ярты йыллығына яҙылыу хаҡы – 811 һум 26 тин. Йыллыҡ яҙылыу хаҡы – 1487 һум 58 тин.

Редакция аша яҙылыу – 462 һум. Тик шуны онотмағыҙ: кем редакция аша яҙыла, шул гәзитте редакциянан үҙе килеп алырға тейеш. «Юшатыр»ҙың электрон версияһына яҙылыу 498 һум тора.

«Аҙна һайын бүләк» акцияһы дауам итә. Шулай уҡ «Бәхетле авто» конкурсында ҡатнашыу өсөн дә квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен редакцияға килтереүегеҙ һорала.

Гәзитте беренсе көндән ҙур ҡыуаныс менән алдырам, уҡыйым. Уның биттәрендә ҡәҙерле, хөрмәт ҡаҙанған яҡташтарыбыҙҙың юбилейҙарына, хеҙмәт ҡаҙаныштарына ғорурланам, ҡыуанам.

Үҙем дә ғаилә архивындағы фотоларымды, унда һүрәтләнгән хеҙмәт алдынғыларын, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары тураһында мәғлүмәт биреп уҡыусыларҙы, йәш үҫеп килгән быуынды таныштырам.

Күп уҡыусылар әйтеүенсә, «Юшатыр»ҙың үҙ һүҙе, үҙ тауышы, үҙ фекере бар! Башҡа гәзиттәр тормоштоң, йәшәйештең тик ыңғай яҡтарын, ыңғай күренештәрен күберәк яҡтыртһа, «Юшатыр» үҙенең мәргән һүҙе, осло ҡәләме менән ысынбарлыҡты гәзит биттәрендә ярып һала, шуныһы менән ул миңә яҡын да, оҡшай ҙа!

Донъяла, Рәсәйҙә, республикала, районда булған һәм буласаҡ төрлө өлкәләге яңылыҡтарҙы, ваҡиғаларҙы ваҡытында, тиҙ арала — оператив яҡтыртып бара. Үҙенең биттәрендә етешһеҙлектәрҙе, төрлө кәмселектәрҙе, насар күренештәрҙе уҡыусыға еткереп бара ла ул, тик шул етешһеҙлектәрҙе ниндәй сәбәп менәндер тормошта, йәшәйештә булдырған, төрлө эш урындарын биләгән етәкселәр, хеҙмәткәрҙәр ваҡытында танып, аңлап, төҙәтеп, удай насар күренештәрҙе булдырмаһындар ине. Шундай етәкселәр «Юшатыр»ҙы даими уҡыһындар ине!

Редакция эшмәкәрҙәре төрлө конкурстар, төрлө уйындар ойоштороуҙары менән дә айырылып тора. Быйылғы йылдың үҙенсәлектәре күп: Бөйөк Октябрь революцияһының 100 йыллығы, Башҡортостаныбыҙ автономияһының 100 йыллығы, шул юбилейға арналған республикабыҙҙың күренекле 100 шәхесен билдәләү, шулай уҡ Көйөргәҙе районының күренекле 100 шәхесен билдәләү гәзит биттәрендә бик әүҙем барҙы, ошо көндәрҙә шул исемлекте яратҡан гәзитебеҙ биттәрендә күрербеҙ тигән өмөттә ҡалайыҡ!

Гәзитең тиражы тураһында бер нисә һүҙ. Гәзит сыға башлаған көндән мин уның штаттан тыш хәбәрсеһе, уға яҙылыу буйынса агитаторы, өгөтсөһө. Милләттәштәребеҙгә (иптәштәргә, дуҫтарға, коллегаларға, күрше-күләнгә) үҙебеҙҙең ҡалабыҙҙа, районыбыҙҙа йәшәгән халыҡты берләштергән берҙән-бер башҡорт телендә сыҡҡан «Юшатыр»ға яҙылырға өндәһәң, төрлө-төрлө сәбәптәр килтереп, уларҙы иҫбатлай башлайҙар. Эйе, дөрөҫ, совет осорондағы 15-20 төрлө гәзит-журналдарға яҙылыу тарих төпкөлөндә тороп ҡалды. «Заман башҡа, заң башҡа» тигәндәй, кемдер телевизорҙан, радионан, компьютерҙан, кеҫә телефоны аша ғына интернетҡа инеп мәғлүмәт ала, әммә ләкин бер ҡалала, бер районда йәшәп, бергә көн итеп, бер-беребеҙ менән фекер алышып йәшәүгә ни етә?! Аҡыл-тәжрибә туплап, ҡалала, районда йәшәүселәрҙең тормош һулышын белеп, аңлап, кем нимә менән мауыға, ниндәй эш башҡара, кемдәрҙе нимә борсой һ.б. Үҙебеҙҙең яратҡан «Юшатыр» гәзитен алдырайыҡ, уҡыйыҡ, уның тиражын арттырайыҡ хөрмәтле яҡташтар, милләттәштәр!

Күмертау ҡалаһы

Читайте нас: