Все новости
Общие статьи
24 Ноября 2017, 14:46

БЕРГӘЛӘП ТЕРГЕҘӘЙЕК

Хәҙер районыбыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды. Бынан бер нисә тиҫтә йыл элек һәр ауыл советында ла күптәр ине улар.

Хәҙер районыбыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды. Бынан бер нисә тиҫтә йыл элек һәр ауыл советында ла күптәр ине улар.

Яугирҙәребеҙҙең араһында күп орден, миҙалдар менән наградланғандары ла етерлек булды. Үҙҙәре тере саҡтарында күбеһенең был наградалары тураһындағы документтар ныҡлап өйрәнелмәгән, айырым бер урынға тупланылмаған. Ә хәтер тигәнең – тишек иләк. Тик был эште әле лә тергеҙергә, йәнләндерергә һуң түгел, тип уйлайбыҙ.

Күп томлыҡ «Книга памяти» («Хәтер китабы»), «Они вернулись с победой» («Улар еңеп ҡайтты») китаптарына индерелгән Көйөргәҙе районында тыуып үҫкән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың ниндәй орден, миҙалдарға лайыҡ булыуы күрһәтелмәгән. Быны ғаиләләрендә, балаларында һаҡланған документтар аша ғына белергә була. Әгәр улар һаҡланһа. Юғиһә, ҡайһы бер йылғыр, мут әҙәмдәрҙең музейға тип һуғыш ветерандарының наградаларын, документтарын ауылдар буйлап йыйып йөрөүҙәре, һуңынан эҙ юғалтыуҙары ла яҡшы билдәле. Беҙҙең халыҡ тиҙ ышанып барыусан. Бындай ҡомартҡыларҙы кем етте шуға тоттороп сығарыу кәрәкмәй. Урындағы музейҙарға, архивтарға ғына ышанырға, уларға документтарҙың ксерокүсермәләрен бирергә мөмкин.

Мин ни өсөн был мәсьәләне гәзит битендә күтәреп сығырға булдым? Һуңғы йылдарҙа, күп томлы «Башкирская энциклопедия» («Башҡорт энциклопедияһы») төҙөп, нәшер итеү менән бер рәттән, республикабыҙ райондары, ҡалалары энциклопедияларын төҙөп баҫтырыу эштәре лә ныҡлы практикаға инә бара. Көйөргәҙеләр ҙә был изге эштән ситтә ҡалырға тейеш түгел. Ул турала гәзитебеҙ битендә яҙылғайны инде («Беҙҙеке лә булыр», «Юшатыр», 2017 й., 17 февраль, №14). Ә район энциклопедияһын төҙөү талаптары буйынса уға ике орденға лайыҡ булған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары индерелергә тейеш. Беҙҙең Көйөргәҙелә ундай яугирҙәребеҙ кемдәр? Был мәсьәлә ентекле өйрәнеүҙе талап итә. Бының өсөн интернетҡа инеп, «Подвиг народа» («Халыҡ ҡаһарманлығы») мәғлүмәти ресурсынан Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең ҡаһарманлыҡтары һәм наградалары тураһындағы мәғлүмәтте табырға була. Бындай мәғлүмәттәрҙе шулай уҡ «Память народа» («Халыҡ хәтере») интернет порталында табырға мөмкин. Быны Ҡотлоюл ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр миҫалында күрергә мөмкин. Беҙ Миңлеғәли Аҡһаров, Исмәғил Аҡһаров, Һиҙиәтулла Яманһаровтарҙың «I дәрәжә Ватан һуғышы ордены»; Ноғман Аҡһаров, Рәшит Аҡһаров, Ғүмәр Яманһаров, Ғәзиз Хәйбуллиндарҙың «II дәрәжә Ватан һуғышы ордены» менән наградланыуҙарын белдек. Ә Миҙхәт Аҡһаров «III дәрәжә Дан Ордены»на, Зиннәт Аҡһаров «Ҡыҙыл Йондоҙ ордены»на лайыҡ булған. Уларҙың бында ниндәй миҙалдарға лайыҡ булғанын яҙып тормайбыҙ. Бына шулай итеп һәр ауылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың ниндәй орден, миҙалдар менән наградланыуын белергә, аныҡларға мөмкин.

Шул уҡ ваҡытта районыбыҙҙа тыуып үҫеп, һуғыштан һуң ситтә йәшәгән яугир яҡташтарыбыҙҙы оноторға тейеш түгелбеҙ. Мәҫәлән, Миңлебай Насип улы Ибраһимов Ҡотлоюл ауылында тыуып үҫкән, һуғышҡа тиклем хәрби офицерға уҡыған. Һуғыштағы батырлыҡтары өсөн «II дәрәжә Ватан һуғышы ордены», «Ҡыҙыл Йондоҙ ордены» менән наградланған. Һуғыштан ҡайтҡас, ғүмер буйы Ырымбур ҡалаһында йәшәгән, мәрхүм булғас тыуған ауылы зыяратында ерләнгән. Шулай булғас, был яугир яҡташыбыҙ район энциклопедияһында һис шикһеҙ урын алырға тейеш.

Бына ошо рәүешле мәктәп уҡыусылары, мәктәп музейҙары, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәр яугир яҡташтарыбыҙҙың биографияһын яңы мәғлүмәттәр менән тулыландыра ала.

Фото Ибраһимовтарҙың ғаилә архивынан

Читайте нас: