22 ноябрҙә «Белая река» ойошмаһы ирекмәндәре Татьяна Бояркина һәм Александра Блинникова етәкселегендә «Ҡыҙыл таҫма» акцияһын үткәрҙе. Ул Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналды.
Акция сиктәрендә ирекмәндәр ҡала халҡына ВИЧ һәм СПИД кеүек яман йоғошло сир, уны профилактикалау саралары хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Шулай уҡ улар Күмертау ҡалаһында махсус дауахана, медицина үҙәге, СПИД-ҡа һәм йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәш һәм профилактика үҙәк ҡала клиникаһы булыуы тураһында ла әйтергә онотманы. Теләге булған һәр кеше унда анализға ҡан бирә ала. Күмертау халҡына мәғлүмәти буклеттар, листовкалар һәм был сирҙең ҡорбандары иҫтәлегенә ҡыҙыл таҫмалар таратылды.
Акцияла ҡатнашыусылар һаулығыбыҙ һәм хәүефһеҙлегебеҙ тик үҙебеҙҙең генә ҡулда булыуын, йәштәрҙең СПИД һәм ВИЧ-ҡа ҡаршы булыуын күрһәтергә теләне был сара аша.
Шуны ла әйтке килә: СПИД йоҡтороу күрһәткестәре буйынса Күмертау ҡалаһы әле һаман да алдынғы урындарҙа барыуын дауам итә.