Все новости
Общие статьи
24 Ноября 2017, 14:58

ӘЛЕГӘ ҠАР ЯУМАҺА ЛА…

Быйыл ҡыш һуңланы. Әле ғәҙәттә булмағанса йылы көндәр тора. Тәүге ҡар ҙа иреп бөттө. Шуға ҡарамаҫтан район ауыл хакимиәттәрендә ҡыш миҙгелендә юлдарҙы таҙартыуға әҙерлек бара. Шул яҡлап ниндәй-ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында ауыл хакимиәттәре башлыҡтарының фекерҙәрен белештек.

Быйыл ҡыш һуңланы. Әле ғәҙәттә булмағанса йылы көндәр тора. Тәүге ҡар ҙа иреп бөттө. Шуға ҡарамаҫтан район ауыл хакимиәттәрендә ҡыш миҙгелендә юлдарҙы таҙартыуға әҙерлек бара. Шул яҡлап ниндәй-ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында ауыл хакимиәттәре башлыҡтарының фекерҙәрен белештек.

Сания СӘЙЕТБАТТАЛОВА, Свобода ауыл хакимиәте башлығы:

– Юлдарҙы ҡышҡылыҡҡа таҙартыуҙы әле баштан уҡ хәстәрләп ҡуйҙыҡ. Беҙҙең ауылдар араһындағы юлдарҙы, урамдарҙы был ҡышта «Көйөргәҙе» юл ремонт-төҙөлөш идаралығы (ДРСУ) башҡарасаҡ, улар менән килешеү төҙөлдө. Ә Тимербай ауылы урамдарын шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнеүсе Зөлфәт Зөфәр улы Килмәтов үҙ техникаһы менән таҙартырға һүҙ бирҙе, силсәүит уның менән дә килешеү төҙөнө.

Юнир СЫНБУЛАТОВ, Яҡшымбәт ауыл хакимиәте башлығы:

– Ҡышҡылыҡҡа юлдарҙы таҙартыуға әҙерлек эштәрен башланыҡ. Быйыл «Искра» ауыл хужалығы кооперативы был мәсьәләнән баш тартты. Шуға күрә ауыл хакимиәте менән фермерҙар араһында ҡышҡы юлдарҙы ҡарҙан, көрттән таҙартыу буйынса килешеүҙәр төҙөлдө. Шуныһы ҡыуандыра: егеттәр, ярҙам итәбеҙ, тип дәртләнеп тора. Техникалары әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Рауил Айрат улы Бикмаев Яҡшымбәт, Үрге Бабалар, Урта Бабалар, Көйөргәҙе, Яҙлау ауылдары юлдарын таҙартасаҡ. Түбәнге Бабаларҙа был эште фермер Риф Нуран улы Әйүпов башҡарасаҡ. Абдул, Яҡуп, Ҡарай ауылдары урамдарын, ауылдар араһындағы юлдарҙы таҙартыуҙы фермер Рәсил Ғәлимйән улы Искәндәров үҙ өҫтөнә алды. Ҡотлоюл, Яңы Юл, Разномой ауылдары юлдарын таҙартыуҙы быйыл Яҡшымбәт силсәүитенә һатып алынған өр-яңы трактор менән Миңнулла Ғәйзулла улы Вәлитов башҡарасаҡ. Әле уға ҡар таҙартҡыс алып ҡуйҙыҡ. Әгәр техника менән берәй проблема килеп сыға ҡалһа, Рауил Бикмаев уға ярҙамға килергә әҙер.

Ильяс ЮЛДЫБАЕВ, Таймаҫ ауыл хакимиәте башлығы:

– Беҙ быйылғы ҡышҡылыҡҡа юлдарҙы таҙартыуҙы «Юлдаш» ауыл хужалығы кооперативы менән берлектә башҡарырға булдыҡ. Әле ошо көндәрҙә ике яҡлы килешеү төҙөлдө. Уның техникаһы Таймаҫ, Яңы Таймаҫ, Ялсыҡай юлдарын таҙартып, тәртиптә тотоуҙы үҙ өҫтәренә алды. Шулай уҡ «Көйөргәҙе» юл ремонт-төҙөлөш идаралығы Яңы Таймаҫтың Мәктәп урамын даими рәүештә таҙартып торасаҡ, сөнки көн дә балаларҙы автобус менән уҡырға йөрөтөргә кәрәк. Был яҡлап юл өҙөклөгө булырға тейеш түгел.

Юлдарҙы таҙартыуҙа силсәүит тракторы ла ҡатнашасаҡ. Әле ППМИ программаһы буйынса уға роторлы ҡар таҙартҡыс һатып алдыҡ, тракторҙың ҡар таҙартыу өсөн тейешле ҡорамалдары бар, уларҙы ҡороп, ҡар яуғас, эшкә тотонорға ғына ҡала.

Асҡар КИНЖАЛЕЕВ, Мораптал ауыл хакимиәте башлығы:

– Ҡышҡылыҡҡа юлдарҙы, ауылдар урамдарын таҙартыу эштәрен үҙебеҙҙең Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы техникаһы башҡарасаҡ. Ике яҡлы килешеү төҙөлдө. Әллә ни ауырлыҡтар булмаҫ, тип уйлайым, сөнки хужалыҡ механизаторҙары үҙ эштәренә һәр саҡ намыҫ менән ҡарай. Хужалыҡ етәксеһе Рәмил Ғиләж улы Туҡаевҡа ла ҙур рәхмәтлебеҙ, ул һәр саҡ юлдарҙы таҙартыуҙы ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәтә.

Әлфиә ХАНБӘКОВА, Шәбағыш ауыл хакимиәте башлығы:

– Быйыл силсәүиткә МТЗ – 82.1 тракторы алдыҡ. Уны эшкә ҡушасаҡбыҙ, Алла бирһә. Яңы техника Шәбағыш ауылы урамдарын таҙартасаҡ.

Ете ауыл араһындағы юлдар йыраҡ булғас, үҙебеҙҙең генә хәлдән килерлек түгел, шуға күрә Күмертауҙың «Автобашсервис»ы директоры Денис Александрович Никитин менән килешеү төҙөнөк. Әгәр Холмогор яғын силсәүит тракторы таҙартһа, Холодный Ключ, Мотал ауылдары яғындағы юлдарҙы район ДРСУ-һы ҡараясаҡ. Ивановка, Егорьевка ауылдары юлдарын таҙартыуҙы «Биктимерова» шәхси эшҡыуарҙары килешеү ерлегендә үҙ өҫтөнә алды.

Илшат ЗӘЙНӘҒӘБДИНОВ, Зәк-Ишмәт ауыл хакимиәте башлығы:

Беҙҙең был йәһәттән башыбыҙ ауыртмай. Йыл да юлдарыбыҙҙы уңған фермерҙарыбыҙҙың береһе Әнүәр Хәким улы Усманов үҙ техникаһы менән таҙарта. Халыҡ уның эшенән ҡәнәғәт һәм рәхмәтле. Быйыл да, әлегә ҡар яумаһа ла, алдан уҡ уның менән килешеү төҙөп ҡуйҙыҡ. Шуға күңел дә тыныс.
Читайте нас: