Все новости
Общие статьи
24 Ноября 2017, 14:49

ҒӘЙЕПЛЕ ТЕЛЕФОН

Телефон – хәтәр нәмә, элек кеҫәнеке булмағанда ҡайғы ла юҡ һымаҡ ине – ҡайҙа йөрөгәнеңде лә белмәйҙәр, күңел дә тыныс.

Телефон – хәтәр нәмә, элек кеҫәнеке булмағанда ҡайғы ла юҡ һымаҡ ине – ҡайҙа йөрөгәнеңде лә белмәйҙәр, күңел дә тыныс.

Хәҙер бер кемдән бер ҡайҙа ҡасырлыҡ түгел, телефон буйынса барыбер табалар. Хатта, унда түгел, шундамын мин, тип алдап та булмай – шустрыйыраҡтар яҡын кешеләре телефонына навигатор ҙа ҡуйып ебәрә икән. Быныһы латны, икенсе нәмә хаҡында ине хәбәр. Беҙҙең редакцияла эшләгәндәрҙең телефоны бик шәптән түгел, арыуыраҡ урынға барһаң, кеше алдында сығарып күрһәтеүе лә оят була ҡай саҡ. Шулай ҙа һөйләшергә ярай, тип йөрөтәбеҙ. Алама телефондыҡы ғына шулайҙырмы, кеҫәлә ятһа, ниндәйҙер кнопкаһына баҫыла ла теләһә кемгә үҙе шылтырата башлай торған ғәҙәте бар. Берәй ерҙә йәшертен хәбәр һөйләп ултырһаң, теге остаға кеше трубканы алһа, сереңде бар донъя белер, Аллам һаҡлаһын. Бынан тыш та әкәмәттәре булғылай. Бына ошо ялда беҙҙең бер хеҙмәткәр ауылға ҡайта, ҡунаҡта буйтым ғына төшөрә, ашарын ашай, башҡалар тартырға сыҡҡас, был да ҡуҙғала. Насар ғына телефоны кеҫәлә, төндә шылтыратыусы бик булмаһа ла, ята шунда өйрәнгән урынында. Бисә-сәсә, сәйәсәт хаҡында хәбәрҙәрҙе тыңлап тора, торғанда тура ғына баҫып тора алмай, күңел күтәреңке, майлы ҡаҙ, эселгән зәм-зәм үҙен белдерә. Шул саҡ теге ҡәһәрле телефон телгә килә - телефон кенәгәһендәге тәүге кешегә шылтырата башлай. Төн уртаһы, тауыҡтар күптән төнәгән мәл. Сыбыҡтың теге осондағы ҡатын аптырашта: алыр ине әллә ҡалай, ире ҡолағын терәй ҙә тора, кем шылтыратһа ла, алмаҫ ине, теге остағы кеше начальнигыраҡ. Алһа ла хур, алмаһа ла, етмәһә, абышҡаһы янында һораулы ҡарашын төбәп ята. Алмай шулай ҙа трубканы ул, аҙаҡ барыһы ла асыҡлана – ғәйепле телефон ныҡ ҡына әрләнә. Гонаһыҙҙан гонаһлы булырһың, был замана техникаһы менән тип, ауыл һыйы яратыусы коллега хәҙер кеҫәһендә йөрөтмәй телефонын. Ҡулында тота. Урам буйлап телефонды усына ҡыҫып барған кешене күрһәгеҙ, ул беҙҙең кеше булыр. Юғалтыуҙан ҡурҡҡандан улайтмай, кешене лә, үҙен дә бәләле итмәҫ өсөн генә.
Читайте нас: