Все новости
Общие статьи
24 Ноября 2017, 14:55

ЙЫЛ ДА ШУЛ БЕР ЭТ йәки беҙҙең эттәр Өфөгә китә

Беҙ ауыл һәм ҡала халҡын берҙәй борсоған берәҙәк эттәр темаһын яҡтыртмайынса ҡалғаныбыҙ юҡ. Был проблема һәр ваҡыт актуаль булып тора.

Беҙ ауыл һәм ҡала халҡын берҙәй борсоған берәҙәк эттәр темаһын яҡтыртмайынса ҡалғаныбыҙ юҡ. Был проблема һәр ваҡыт актуаль булып тора.

Йыл да хужаһыҙ йорт хайуандарын аулау өсөн республика бюджетынан ярайһы ғына ҙур суммала аҡса бүленә. Әммә эйәһеҙ эттәр урам буйлап йөрөүен һаман да дауам итә (Күмертау урамында өйөрө менән эттәр йыш осрай, шуға әйтеүем. Бесәйҙәр ҙә тулып йөрөй, әлбиттә, әммә улар тешләгәне булмағас, тешләп ҡуймаһын тигән ҡурҡыу тойғоһо тыумай әлегә). Шулай уҡ үҙебеҙҙең гәзит биттәрендә лә ҡайҙалыр берәҙәк эттәр быҙауҙы ботарлағаны, ҡайһы ауылдалыр берәүҙең бөтә ҡаҙҙарының башына етеүе, ҡайҙа нисә кешене тешләгәне хаҡындағы күңелһеҙ хәлдәрҙе яҙырға тура килгеләй. Ә ошо уҡ ваҡытта юғарыға шунсама этте, бесәйҙе тоттоҡ, шул тиклем аҡсаны тотондоҡ тигән отчеттар оса.

Былтыр Күмертауҙағы «Стройдорсервис» йәмғиәте тендерҙы отоп, эт-бесәйҙәрҙе аулау өсөн яуап тотҡайны. Уларға республика бюджетынан ҡала эттәре өсөн 579 000 һум, райондың ауылдарындағы эттәр өсөн 601 000 һум аҡса бүленде һәм ҡала буйынса 369 эт һәм 108 бесәй, район буйынса 457 этте юҡ итеү бурысы ҡуйылғайны. Йыл аҙағында һәр силсәүит башлығы үҙенең биләмәһендә нисә эт тотолоуы хаҡында отчет та биргәйне. Беҙ был турала гәзитебеҙҙә бер нисә тапҡыр яҙып та сыҡтыҡ. Эт-бесәйҙәрҙе аҙыраҡ тотһаҡ, икенсе йылға аҡса әҙерәк бүленәсәк тип ҡайғырып, улар «план»ды ла арттырып үтәп ташлағайнылар.

Әммә быйыл эт аулау буйынса тендерҙы Өфө районынан «Изгелек» йәмғиәте отто (Ҡыҙыҡ, эйеме, Көйөргәҙе менән Күмертау эттәрен Өфөнән килеп аулайҙар). Беҙ улар менән телефон аша бәйләнешкә сыҡтыҡ. Был йәмғиәт барлығы 11 районды хеҙмәтләндерә булып сыҡты. Быйыл уларға беҙҙең район эттәре өсөн генә 670 442 һум һәм ҡала эт-бесәйҙәре өсөн 919 205 һум аҡса бүленгән булған. Шул суммаға эйәһеҙ йөрөгән райондағы 510 этте һәм Күмертауҙағы 456 эт менән 370 бесәйҙе аулау бурысы ҡуйылған. Күреүегеҙсә, сумма ла, берәҙәктәр һаны ла арыу ғына артҡан.

Әлеге көндә ҡала буйынса был «план»дың 87,5%-ы үтәлгән һәм 410 эт һәм 282 бесәй тотолған. Район буйынса иһә был күрһәткес — 76%, 388 эт ауланған.

«Эттәрҙе аулар өсөн Өфөнән үк киләһегеҙме? Эттәр һеҙҙе бер урында көтөп тормайҙыр бит? Районда берәҙәк бесәйҙәр юҡмы ни?», - тигәнерәк һорауҙарға:

- Эйе, заявка буйынса сығабыҙ. Эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе эҙләйбеҙ, йоҡлата торған дротиктар менән атып, тотабыҙ һәм үҙебеҙҙең Өфөләге приютҡа алып ҡайтып тикшерәбеҙ. Агрессив, сирлеләрен, махсус дарыу биреп, мәңгелеккә йоҡлатырға тура килә. Әгәр улар тирә-яҡтағы кешегә зыянһыҙ тип табылһа, стерилизация, прививка эшләгәс, волонтерҙар уларға хужа таба алмаһа, кире сығарып ебәрергә мәжбүрбеҙ. Районда ла хужаһыҙ бесәйҙәр барҙыр, әлбиттә, әммә контрактта ул нишләптер күрһәтелмәгән, - тигән яуап ишетелде.

«Урамда эттәр өйөрө менән йөрөй. «Былар зыянһыҙ», - тигән яҙыуҙары юҡ бит уларҙың. Ҡайһы бер балалар, шулай уҡ ололар ҙа уларҙан барыбер ҡурҡа бит. Этте тотаһығыҙ ҙа, кире ебәрәһегеҙ. Йыл да шул бер үк эттәрҙе тотоп, кире ебәреп тик тороу була түгелме һуң был? Ә беҙҙән тотҡан эттәрҙе кире беҙгә алып ҡайтып ебәрәһегеҙме ни? Бер ай ғына ваҡыт ҡалды, «план»ығыҙҙы үтәп өлгөрә алырһығыҙмы ул?», - тигән аптырауға ла уларҙың яуаптары әҙер ине:

- Беҙҙең агрессив йә сирле булмаған йорт хайуандарын үлтерергә хоҡуғыбыҙ юҡ. Тотоп, прививка эшләп ебәргән эттәргә таҫма тағып ебәрәбеҙ. Икенсе йылға бирка ҡуйып ебәрергә уйлайбыҙ әле. Прививка эшләп ебәргән эт-бесәйҙәргә бер йылдан тағы прививка эшләргә лә кәрәк була. Һеҙҙән тотҡан эттәрҙе, кире һеҙгә алып ҡайтып ебәрергә тейешбеҙ, нигеҙҙә. Әммә был һорауға аныҡ ҡына яуап бирә алмайым. Волонтерҙар хужа тапмаһа, 10 көндән һуң ҡайҙа теләйҙәр шунда ебәрәләрҙер. Хәҙер һыуыҡтар башланды, шуға эттәр йәшеренгән урындарынан сыға башлаясаҡтар, һәм барыһына ла өлгөрөрөрбөҙ, тип уйлайым, - ти менеджер Ольга (хужалары менән тоташтырманылар).

Шулай итеп беҙҙең район һәм ҡаланың берәҙәк эт һәм бесәйҙәре Өфөгә оҙатыла булып сыға. Кем белә, бәлки, юғарыла әйтеүҙәренсә, зыянһыҙ тип табылып, кире ебәрелгәндәре, тыуған яҡтарын һағынып кире әйләнеп тә ҡайталыр әле. Ҡыҙыҡ, икенсе йыл кем тендерҙы отор ҙа, беҙҙең эттәр ҡайһы тарафтарға «ҡунаҡҡа» юлланыр икән?
Читайте нас: