Все новости
Общие статьи
28 Ноября 2017, 14:05

АЛЛАҺ ИЛСЕҺЕ ТЫУҒАН КӨН

Ай календары буйынса Рабиғел әүүәл айының 12-се көнө (быйыл 30 ноябрь ҡояш байығандан 1 декабрь ҡояш байығанға ҡәҙәр) – Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт донъяға килгән көн. Халыҡта был көндөң кисен Мәүлит кисе, ә айҙы Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр.

Ай календары буйынса Рабиғел әүүәл айының 12-се көнө (быйыл 30 ноябрь ҡояш байығандан 1 декабрь ҡояш байығанға ҡәҙәр) – Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт донъяға килгән көн. Халыҡта был көндөң кисен Мәүлит кисе, ә айҙы Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр.

Салауаттар уҡыу, зекер әйтеү, Пәйғәмбәр тормошон ныҡлап өйрәнеү хуплана. Ҡөрьән уҡылған һәм дин хаҡында әңгәмәләр алып барылған Мәүлит табындары әүәле халҡыбыҙҙың ай буйына һуҙылған матур дини йолаларынан булған.

Эскелек, наркоманлыҡ, аҙғынлыҡ һаҙлығына батабыҙ, донъяла яуызлыҡ хөкөм һөрә, ғәҙеллек юҡҡа сыҡты, тип яр һалабыҙ. Ысынлап та, халыҡ аңын дөйөм өмөтһөҙлөк, депрессия, суицид тураһындағы уйҙар томалай. Ә бит йәмғиәтте өмөтһөҙлөк баҫҡан бындай замандар элек тә булған. VI быуат аҙағы, VII быуат башы осорондағы ғәрәп йәмғиәте. Аҙғынлыҡ, эскелек, фәхеш йорттары, социаль статустары түбән булғандарҙы кешегә һанамау, дөйөм ғәҙелһеҙлек – шул йәмғиәтте һүрәтләгән күренештәр былар. Ҡыҙ балаларҙы тереләй күмеү ҙә – шул заман атрибуты. Йәһилиәт тип аталған ҡараңғылыҡҡа бәләкәй генә яҡтылыҡ өҫтәүселәр – ошо бысраҡлыҡ араһындағы аҙ һанлы ғәҙеллек көҫәүселәр, хәҡиҡәткә ынтылыусылар һәм ырыуҙаштарының ни тиклем тәрән һаҙлыҡҡа батыуҙарын аңлаусылар уларҙы Ҡотҡарыусыны көтә.

Ҡара төндән һуң таң атасаҡ, Аллаһы Тәғәлә уларҙың доғаларына яуап бирәсәк, вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр ошо ҡараңғылыҡты юҡҡа сығарасаҡ, мәңгелек ҡояш булған изге китап менән ебәреләсәк икәненә ышана улар.

Бының өсөн сирек быуаттан да әҙерәк ваҡыт кәрәк буласаҡ. Ошонан һуң инде “Көслөнөкө – замана”, тип, кешене бәләкәй генә хатаһы, йә оҡшамағаны өсөн үлтерергә әҙер булған, тормош мәғәнәһе тураһында уйлап та бирмәгән наҙан, рухи яҡтан һуҡыр, тарҡау ғәрәптәр ике донъя өсөн дә бәхет килтерә торған ҡиммәттәрҙе таратасаҡ, ғәҙеллек һәм намыҫлылыҡ символына әүреләсәк, фәндә Европаны әллә күпмегә артта ҡалдырасаҡ, бер нисә быуат буйына донъяның иң көслө, иң бөйөк милләтенә әйләнәсәк. Киләсәктә уларҙың өлгөһөнә эйәреп, тиҫтәләгән башҡа милләттәр аң томаналығынан ҡотолоп, үҙҙәренең «алтын быуаттарын» кисерәсәк. Кешелек тарихында булмаған ошондай бөйөк аң революцияһына, рухи һәм физик бахырлыҡтан ҡотолоуҙарға булышлыҡ итеүсе Аллаһ Илсеһе – ул Мөхәммәт Пәйғәмбәр булыр.

Ул ике донъя бәхете өсөн иң мөһим нәмәләр – дөрөҫ иманды, хаҡ динебеҙ исламды, мосолмандың йәшәйеш ҡағиҙәләре йыйынтығы - Ҡөрьәнде кешелеккә килтергән һуңғы Пәйғәмбәр.
Читайте нас: