Үткән йомала район Хакимиәтендә Әсә көнөнә арналған ҡатын-ҡыҙҙар форумы үтте. Унда гүзәл заттарҙың район үҫешенә индергән өлөшө, өлгәшелгән ҡаҙаныштары, балалар тәрбиәләүҙә тормош тәжрибәһен нисек ҡулланыуҙары, йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәү кәрәклеге тураһында бәйән ителде.
Сараны асып, район Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин төрлө ауылдарҙан килгән күп балалы әсәләрҙе, урындағы хакимиәт вәкилдәрен, район йәмәғәт ойошмалары активистарын, социаль хеҙмәттәр белгестәрен ысын күңелдән ҡотланы.
— Бөгөн Көйөргәҙелә 12 меңдән артыҡ ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Уларҙың күбеһе әүҙем тормош алып бара, районыбыҙ тормошонда әүҙем ҡатнаша: 3 гүзәл затыбыҙ Район Советы депутаты, 43-ө ауыл советтары депутаттары бурысын башҡара, 4 ҡатын-ҡыҙыбыҙ ауыл хакимиәте башлығы. Бәләкәй эшҡыуарлыҡта гүзәл заттарҙың һаны 23 процентҡа еткән, 85 проценты педагогтар, 77 проценты медицина өлкәһендә хеҙмәт итә. Районыбыҙҙа 399 күп балалы ғаилә дәүләт ярҙамы менән файҙалана. 97 ҡатын «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән. Бөгөн байрам унайынан шундай Республика бүләге менән Киров исемендәге хужалыҡта эшләүсе Нәзирә Нәүғәт ҡыҙы Ишбирҙина һәм Лариса Анатольевна Сидорова бүләкләнде.
Әммә көндәлек тормошобоҙҙа бөтәһе лә ал да гөл, тип әйтеү ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Район үҙәк поликлиникаһының нарколог кабинетында «хроник алкоголизм» диагнозы менән 105 гүзәл затыбыҙ иҫәптә тора. 49 ауыр ғаиләлә 119 бала тәрбиәләнә. 4 ата-әсә балаларын тәрбиәләү хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Бөгөнгө көндә 8 үҫмер социаль приютта тәрбиәләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләре иҫән булһалар ҙа, улар етемдәр. Кешенең беренсе тәрбиәсеһе лә, уҡытыусыһы ла — әсә. Ғаиләнең төп мәғәнәһе һәм маҡсаты — балалар тәрбиәләү. Беҙҙе һуңғы ваҡытта ғаиләләрҙең тарҡалыуы хафаға һала. 92 никахҡа 74 айырылышыу тура килеүе, ысынлап та, уйландырырлыҡ. Айырылышыуҙарҙың төп сәбәптәре булып эскелек, характерҙарҙың тура килмәүе, хыянат итеү тора. Ә бит, саҡ ҡына тарихҡа күҙ һалһаҡ, беҙҙең ата-әсәләр һуғышты ла, аслыҡты ла, башҡа ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыҡҡан, ғаиләне һаҡлап ҡалырға тырышҡан.
Урындарҙағы әхлаҡһыҙлыҡ күренештәренә ҡаршы бергәләп көрәшеү мөһим. Был эштә төп ролде ҡатын-ҡыҙҙар советтары, йәмәғәт ойошмалары, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы ойошмалары, ветерандар советы, милли мәҙәни ойошмалар башҡарырға тейеш.
Беҙ һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенә ҡарата ирҙәре, балалары, яҡындары тарафынан иғтибарлыҡ, хәстәрлек тойһон өсөн ынтылырға тейешбеҙ.
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Барлыҡ ауырлыҡтарға ла ҡарамайынса, һеҙ тырышып эшләйһегеҙ, яуаплылыҡ күрһәтәһегеҙ, түҙемлеһегеҙ һәм үҙ бурысығыҙҙы аңлайһығыҙ. Былар барыһы ла оло хөрмәткә лайыҡ. Ҙур рәхмәт һеҙгә!
Тәрән мәғәнәгә лайыҡ ошондай сығышынан һуң Нәүғәт Кәлимулла улы районыбыҙҙың өлгөлө әсәләренә район Хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы.
Байрамда шулай уҡ ЗАГС бүлеге начальнигы Светлана Иванова, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Вера Фросина, залда ултырған ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Вера Фросина ла әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Форумда ҡатнашыусыларға район дауаханаһының акушер-гинекологы Альмира Ғабдуллованың мәғлүмәттәре, изге кәңәштәре лә файҙалы булды.
Сара районыбыҙ артистарының моңло йырҙары менән үрелеп барҙы.