Все новости
Общие статьи
28 Ноября 2017, 16:37

БАРДАКТЫҢ БАРДАГЫ

Кисә район хакимиәтендә алкоголь продукцияһы һатыу буйынса координация советы ултырышы булды.

Кисә район хакимиәтендә алкоголь продукцияһы һатыу буйынса координация советы ултырышы булды.

Хакимиәт, ауыл башлыҡтары, төрлө ойошма етәкселәренән тыш, эске эштәр органы, Роспотребнадзор вәкилдәре, кемдәр араҡы һата, шулар ҡатнашты. Был теманың нимәһен һөйләйһең, тиһәң дә (эскәне эсә, магазиндан кәрәген барып ала), һүҙ ҡыҙыу ғына барҙы. Хакимиәттең иҡтисад бүлеге начальнигы О. Алексеева районда күпме магазин-ойошма спиртлы эсемлектәр һата, шуларҙы һананы, Көйөргәҙе халҡының статистика буйынса бик эсеүсе халыҡ түгел икәнен ишеттек – йән башына 3 литр араҡы эсәбеҙ икән, ә республикала был һан – 7,8 литр. Легаль булмаған зәм-зәмде һатыусылар менән эш алып барабыҙ, тине Ольга Васильевна. Район Хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, бар һатылған араҡының нисә процентын Башспирттыҡы, тип ҡыҙыҡһынды. 60-70% икәнен белгәс, ҡәнәғәтлек тойғоһо тыуҙы залдағыларҙа – эсһәк тә, үҙебеҙҙекен күберәк эсәбеҙ. Тик артабанғы һөйләшеү күңелде ҡырҙы: республика буйынса аҙ эсәбеҙ, тип маҡтанабыҙ, был беҙ айныҡ халыҡ тигәнде аңлатмай, беҙҙең дә ауыҙ бар, апаруҡ һемерәбеҙ араҡыны, тик легаль булмағаны иҫәпкә кермәй бит, шуға ла статистика уны күрһәтмәй. Күршеһенә генә кереп самогон алған кеше, йүгереп килеп, һиңә шунса литр ебәреп ташлағанмын, тип отчет бирмәй. Шунда ауылдарҙан килгән магазин хужалары ауыртҡан ерен асты – беҙ араҡы һатыуға лицензия алабыҙ, әллә күпме аҡса түгәбеҙ, ә күршелә генә кафе йәки магазин ҡаҙаҡ араҡыһын һата, ниңә уларға ҡарата бер яза ла юҡ? Сығыш яһарға күтәрелгән полиция хеҙмәткәре барыһын да тынысландырырға ашыҡты: һәр ялыу ҡарала, барып тикшерәбеҙ. Аһа, тикшерәһегеҙ, Яңы Морапталдағы минең күршеләге генә кафе ҡаҙаҡ араҡыһын менюһына керетеп ҡуйған хатта, тик быны береһе лә күрмәй. Ниңә шуны тыя алмайһығыҙ? Ғөмүмән, беҙҙең Морапталда бардактың бардагы, яҙып та ҡараныҡ, шылтыратып та – файҙа юҡ. Быға ҡаршы полиция вәкиле, барҙыҡ, штраф та һалдыҡ, район буйынса 13 кеше язаға тарттырылды, 1,5 мең тәңкә штраф һалынды. Быға залдағылар хахылдай яҙып көлдө – нимә ул һеҙҙең штраф, тегеләр ни уны бер нисә сәғәттә кире ҡайтара. Эске эштәр кешеһе, хәҙер закон ныҡ ҡатыланды, тине, кем легаль булмағанды һата, шуларға – физик шәхескә 30-50 мең һум, шәхси эшҡыуарҙарға 100-200 мең һум штраф һалынасаҡ. Әгәр ҙә уның табыш алғаны асыҡланһа. Һорайһы иттеләр: уның килем алғанын нисек белергә? Йортона барып, иптәш, төнө буйы этең лауылданы, апаруҡ ҡына һаттың, шикелле, күпме булды килемең, тип һорарғамы? Һорау шул көйө аҫылынып ҡалды. Һуң ауылда кем нимә, нисек һатҡанын белә, ниңә бер нимә эшләй алмайбыҙ? Роспотребнадзор кешеһе лә һандар теҙҙе: шунса литр тартып алдыҡ, шунса тикшереү үткәрҙек, шунса проткол төҙөнөк... Тартып алдыҡ, тигәс тә, унда тик араҡы кермәй, ә составында спирт булған матдәләр ҙә керә, баҡһаң. Закон буйынса эсендә 28%-тан артығыраҡ спирт булһа, был шыйыҡса араҡынан арзан булырға тейеш түгел. Аптырап ҡалдыҡ: мәҫәлән, кемдер ҡырынғандан һуң Шипр менән ҡойонорға ярата, ти, ул хәҙер одеколонды бер ярты хаҡына алырға мәжбүрме?

Һорауҙар, ҡәнәғәтһеҙлек арыу ғына яңғыраны кәңәшмәлә, фекер бер ҡалды: легаль, ысын араҡыны күберәк һатырға, самогон, ҡаҙаҡ араҡыһын һатҡандарҙы ауылдан ҡыуыуға тиклем яза биреп тыйырға (күпме була түҙергә канса кансов), матур араҡы һатҡан эшҡыуарҙарҙы ваҡытында закон менән таныштырып барырға – белмәҫһең һеҙҙе, бер көн былай закон, икенсе көн тегеләй, беҙҙең интернет соҡоп ултырырға ваҡыт юҡ –араҡы һатырға кәрәк.

Тыңлап ултырған ябай кешенең хәбәрҙән башы әйләнеп китеүе ихтимал ине, элек кеше эсмәһен тип, талаша инек, хәҙер эсһен, но нормальныйын эсһен һәм үҙебеҙҙә сығарылғанды эсһен. Шунан бынау закондары. Улар бар, тик әллә эшләмәй, әллә эшләтә белмәйбеҙ, әллә тағы ла нәмәһелер бар. Ысынлап та, бардактың бардагы.

Р.S. Тағы ла шуныһы: тыйылған зәм-зәмде һатҡан кешене тотоу анһат түгел, өс кеше кәрәк һатып алғанда шаһит булыу өсөн. Тик был эшкә ауылдаштары бармай (күрше менән этләшеп нисек йәшәмәк кәрәк), ә ситтән берәүһен килтерһәң, самогонщик уға һатмай - конспирология шәп эшләй.

Айгөл ХАЛИҠОВА фотоһы

Читайте нас: