Бик ашығыс ойошторолдо ул, ил Президенты һайлауҙарына тиклем Союздың етәксеһе Всеволод Богданов үҙен ебәреүҙәрен һораған, тиҙ арала яңы етәксене табып та ҡуйҙылар (беҙ һайланыҡ). Яңыһы Владимир Соловьёв булды, был кешене шунда уҡ теге телевизорҙан көн-төн Әмиректе әрләгән Соловьёв тип яҙа ла һалдылар, юҡ, ул түгел, быныһы - икенсе кеше. Башҡортостандан утыҙға яҡын журналиcт булды. Съезда ғауға булыр ул, власть бүлешәләр, тиһәләр ҙә, ул-был булманы, шым ғына үтте барыһы ла - алдан ныҡлап әҙерләгәндәр кәрәк кешеләрҙе, күрәһең. Юғиһә, үткәнендә Сванидзе һымаҡтар ныҡ тауыш сығарған, тиҙәр, быныһында ул күренмәне. Ярар, былары ни беҙгә алыҫ нәмәләр, һайлағандар икән һайлағандар (бәлки, тәғәйенләгәндәр), беҙҙең үҙ бәләбеҙ баштан ашҡан. Татарстандан һәм Яҡутстандан килгән делегаттар милли баҫмаларҙы яҡлап арыу ғына сығыш яһаны (милли гәзит баҙар иҡтисадында тере ҡала алмай, уны яҡларға, арзаныраҡ итергә кәрәк). Ошоноһо күңелгә ятты. Тик Союздың элекке рәйесенең Президент аппаратына алдараҡ ебәрелгән мөрәжәғәттәрҙең береһенә лә яуап булманы тигәне күңелде һыуытты.
Ҡунаҡханаға урынлаштыҡ, буш, түләү юҡ. Ашауы ла буш. Хаҡын иҫәпләп ҡараныҡ та сәстәр үрә торҙо - үҙ белдегең менән беҙгә бындай ергә яҡын килерлек түгел, ыштанһыҙ ҡалабыҙ (тирә-йүндә туп-тулы ҡытай халҡы, беҙҙең ябай кеше бында килеп ята алмай, ә былар тыуған йортта йөрөгәндәй тоя үҙҙәрен - ҡайҙан аҡса табалар икән?). Ашатыуы - швед өҫтәле. Бындай нәмәне күргән булмағас, неужели вис ашарға ярай тип ҡурҡып торҙоҡ. Күберәк итеп алһаң, хәс тә берәүһе килеп әрләп китер һымаҡ. Башҡаларҙың әрһеҙлеген күргәс кенә, иркенләп киттек. Оҙағыраҡ ултырырға тырыштыҡ, бер нәмәне ашап бөтәһең дә, тағы ла ниндәй ризыҡты ауыҙ итмәнем әле, тип тирә-яҡты ҡарай башлайһың - бындай нәмәне күреп буламы башҡа, юҡмы, ейәндәргә һөйләрлек итеп иҫтә ҡалдырыр кәрәк. Аҙыҡты алып сығып китергә ярамай, ошонда тығынғансы аша, хет эсең шартлаһын, но бүлмәңә бер һыныҡ та алып китә күрмә - шуныһы ғына насар. Йоҡлаған бүлмәләре лә хәтәр, уңай, таҙа, 28-се этажда, өҫтән ҡараһаң, баш әйләнә хатта. Мәскәү урамдарын ҡараштырҙыҡ, ГУМ-ға ла кереп сыҡтыҡ хатта, былай ғына, музейға кергән һымаҡ итеп. Ҡыҙыл майҙанды тамаша ҡылдыҡ, Ленин бабайға, бәлки, керер ҙә инек, үлгән кеше күргән юҡмы (аҡса ла жалкы), тип кире уйланыҡ. Бына Б. Немцовты үлтергән ергә барҙыҡ, Кремль төбөндә атып киттеләр ҙә баһа, бында һаман сәскәләр ята, кемдер берәү һаҡлап тора, ату килә лә туҙҙыра ла китәләр бит.Ҡыйбатлы машиналар торған ерҙә аҙыраҡ тапандыҡ, Ролс Ройс һымаҡ машиналар, ялтырауыҡлы матур урамдар (Кремлдә шыршы ла ҡуйғандар), затлы кейенгән әҙәмдәр. Метро, урамда торған хәйерсе әбей, ашарға етмәй саҡ ҡына аҡса бир, тип теләнселәгән балалы бисәләр, электричка буйлап теләһә ни (бысаҡ, терка) тәҡдим итеп, һатып ал тип өҫкә менеп килгән сәйер бәндәләр. Бер ҡала - ике донъя.
Матур ҡала Мәскәү, һүҙ ҙә юҡ, тик уның матурлығын күреү, татыу өсөн күп аҡса кәрәк.
Съезд беҙгә контраслы баш ҡаланы күреүгә һылтау булды, ил күләмендәге мөһим бер эш башҡарғандай итеп ҡайтып киләбеҙ, аҫта болоттар аҫтында Башҡортостаныбыҙ көтә. Тегендәге ығы-зығы, съездағы һүҙҙәр беҙгә шул тиклем алыҫ һымаҡ хәҙер, бәләкәй генә гәзиттең ҙур проблемаларын хәл итеүгә сират етерме? Ҙур ҡалаларға барып донъя рәхәтлеген күрергә ябай кешегә насип булырмы бер заман? Матур, ялтырауыҡлы тормош ят беҙгә, бынауында булған кескәй донъябыҙҙа имен-аман ғына ғүмер итһәк – шөкөр.