Все новости
Общие статьи
1 Декабря 2017, 14:36

ҺАМАН ТАШЛАНДЫҠ ХӘЛДӘ

Яңы Морапталдан һуғыш ветераны, Ленинград блокадаһында ҡатнашыусы Мөкәрәмә Мәҡсүтованың ҡәбере һаман да ташландыҡ хәлдә.

Яңы Морапталдан һуғыш ветераны, Ленинград блокадаһында ҡатнашыусы Мөкәрәмә Мәҡсүтованың ҡәбере һаман да ташландыҡ хәлдә. Беҙ был турала былтыр апрель айында һеҙгә шылтыратҡайныҡ. Һеҙ Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеевтың яуабын да баҫҡайнығыҙ гәзиттә. Унда ул: «Документтар Өфөлә. Ҡәбер ташына заказ бирелде, тиҙҙән буласаҡ. 9 майға ҡуйырға өлгөртөрбөҙ ҙә әле», - тигәйне. Йыл ярым ваҡыт уҙҙы. Бер нәмә лә үҙгәрмәне. Ҡәбер шул килеш ташландыҡ хәлдә етемһерәп тора. Берәй сараһын күрергә ярҙам итһәгеҙсе. Исемемде әйтмәйем.

Аноним


Теге юлы ла беҙгә исемен күрһәтергә теләмәгәйнеләр, был юлы ла исемен белгертмәгән кешенән ошондай хат килеп төштө. Был һорауға Мораптал ауыл советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рәғиҙә Нафиҡованан: «Улы әсәһенең блокадала ҡатнашҡаны тураһындағы таныҡлығын тапмай һаман да. Кәрәкле документтар теүәл булмағанлыҡтан, хәрби комиссариат был эште ыңғай хәл итә алмай. Шуға ла мемориаль һәйкәл ҡуйыу эше әлегә тотҡарлана. Хәрби комиссариаттан тағы ла белешеп ҡарабыҙ», - тигән яуап алдыҡ.
Читайте нас: