Все новости
Общие статьи
1 Декабря 2017, 14:39

Ә АВТОБУС ЮҠ ТА ЮҠ

Аптырап тағы һеҙгә шылтыратабыҙ инде. Һеҙҙән башҡа ҡайҙа шылтыратырға ла белмәйбеҙ. Һүҙем әлеге лә баяғы Тимербай ауылы автобусы хаҡында булыр. Аҙна һайын: «Мотлаҡ был аҙнала автобус йөрөй башлаясаҡ», - тиҙәр. Ә ул автобус юҡ та юҡ. Бәлки, шул Әйүповтың үҙенә үк сығып ҡарарһығыҙ.

Фәнил ТАЗЕТДИНОВ
Тимербай ауылы

Бына ошондай шылтыратыу ҡабул иттек тағы ла. Тимербайға автобус йөрөмәй тип күп тапҡырҙар шылтыраттылар, беҙ яуабын да яҙып торҙоҡ. Әммә һаман да боҙ урынынан ҡуҙғалмай икән шул.

Һорауға асыҡлыҡ индерер өсөн һәм Тимербай ауылы проблемаһын унан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡ тип, был юлы ла иң тәүҙә Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы Сания Сәйетбатталованан башланыҡ. «Автобустарҙың хужаһы Әйүпов әле Себерҙә, телефонын алмай. Был проблеманы тиҙҙән хәл итәсәге тураһында белдергәйне. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Килдебаев та шылтыратып белеште», - тине ул.

Ринат Ирек улы: «Үткән аҙнала ғына шылтыраттым, белештем. Автобустары боҙолған, шуға әлегә йөрөтә алмайҙар. Машиналарын ремонтлағас та ебәрербеҙ тинеләр. Тағы шылтыратып әйтермен инде», - тине.

Әйүпов тигән кешенең шәхсән үҙенә лә шылтыратырға уйлағайныҡ та, ҡыҙғанысҡа, уның телефон номерын бирергә теләмәнеләр беҙгә.
Читайте нас: