Все новости
Общие статьи
1 Декабря 2017, 14:31

БЕҘГӘ ЯРАМАЙМЫ ИКӘН?

Беҙҙең Мораптал ауылы үҙәк трассала ултыра. Барлыҡ магазиндар ҙа юлға яҡын урынлашҡан.

Беҙҙең Мораптал ауылы үҙәк трассала ултыра. Барлыҡ магазиндар ҙа юлға яҡын урынлашҡан. Ошо тирәлә йыш ҡына авариялар булғылап тора. Тиҙлекте сикләү билдәһе ҡуйырға кәрәк тип, әллә күпме әйттек, һаман да ҡуйырға уйламайҙар. Өфөнән комиссия килеп тикшереп тә киткәйне. Ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеевтан һораһаҡ: «Ҡуйырға рөхсәт ителмәй», - тип әйттеләр, ти. Отрада ауылы ла юл буйында ултыра, унда ҡуйғандар бит. Ә нишләп беҙҙә юҡ? Бер ауылға ярай ҙа, икенсеһенә ярамай булып сығамы икән ни? Быныһы беренсенән булды. Икенсенән, фуралар килеп туҡтай ҙа ултыралар көнө-төнө тигәндәй. Ауылдан сығып та булмай, Түлгәндән килгән яҡтан да ауылға керәм тимә. Машиналарын дүрт яҡлап ултыртып ҡуялар ҙа, хатта, бер нәмә күренмәй. Беҙҙең ошо проблемаларыбыҙҙы хәл итергә ярҙам итегеҙ инде. Башҡа мөрәжәғәт итер урыныбыҙ юҡ.

Тәлғәт ӘХМӘТШИН,
Яңы Мораптал ауылы старостаһы


Үтенестәрен белдергән шылтыратыуҙы ҡабул иткәс, Мораптал силсәүитенән белешеп ҡарарға булдыҡ. Ауыл советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рәғиҙә Нафиҡова: «Халыҡтың һорауы һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итер өсөн Иҫке Мораптал ауылына ла, Яңы Мораптал ауылына ла тиҙлекте сәғәтенә 40 км-ға тиклем кәметеү өсөн һәм «Стоянка запрещена» тигән юл билдәләре ҡуйырға кәрәклеге хаҡында нисә йыл инде төрлө инстанцияларға хат ебәреп торабыҙ, әммә бер ҡайҙан да ошоға тиклем яҙма рәүештә яуап килгәне юҡ. Юл Һамар-Өфө-Силәбе магистраль юлы идаралығына ҡарай. Уларҙың юристары килеп тикшереп, телдән генә: «Статистика буйынса һеҙҙә юл-транспорт ваҡиғалары ул хәтлем күп түгел, шуға тиҙлекте 40 км-ға тиклем кәметергә тигән юл билдәһе ҡуйыу рөхсәт ителмәй», - тигән яуап булды.

Өфөлә урынлашҡан магистраль юл идаралығына ла шылтыратып белештек. Хәүефһеҙлек бүлеге начальнигы Андрей Юрьевич Олин хәлде былай аңлатты: «Беҙ бар нәмәне закон, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре нигеҙендә башҡарабыҙ. Был һорау менән мөрәжәғәт итттеләр, беҙ яҙма рәүештә яуап та бирҙек. Һәр бер юл билдәһен ҡуйыу өсөн ниндәйҙер дәлил булырға тейеш. Мораптал ауылы буйынса ундай дәлилдәр юҡ әлегә. Ауыл эсендә тиҙлекте былай ҙа сәғәтенә 60 км-ға кәметеү ҡаралған. Юл хәрәкәте ваҡиғалары статистикаһы ла был урынды хәүефле тип тапмай. Уның өсөн йылына бер үк төрҙәге 3 юл хәрәкәте ваҡиғаһы теркәлергә тейеш. Отрада ауылына килгәндә. Юл беҙҙең ҡарамаҡҡа 2010 йылда күсте. Отрада ауылында ул ваҡытта уҡ тиҙлекте кәметеү билдәһе бар ине. Элекке хужалар ниндәй принципҡа таянып эш иткәндәрҙер, уныһы беҙгә ҡараңғы. Мораптал ауылында юл буйында магазиндар урынлашҡан. Фуралар шуға ла туҡтайҙыр инде. Йүнәлеш буйынса барған юлда туҡтарға ярамай, тигән закон юҡ шул. Быларҙың барыһына ла өҫтәп шуны ла әйтмәксемен: әлеге көндә Мораптал участкаһы юлына капиталь ремонт эшләү проекты әҙерләнә. Ҡасан башланырын аныҡ ҡына әйтә алмайым. Шул ремонт ваҡытында халыҡтың һорауын иҫәпкә алып, тиҙлекте сикләү билдәһен балалар учреждениеһы тирәләренә мотлаҡ урынлаштырырға тырышасаҡбыҙ. Ә фуралар һорауы буйынса бер нәмә лә вәғәҙә итә алмайым».

Аҙаҡ документтарҙы яңынан күтәреп ҡарағас, тағы үҙе шылтыратты ул беҙгә һәм: «Мораптал ауыл советы хакимиәте яҙған хатҡа 3 октябрҙә яуап биргәнбеҙ. Унда 2017 йылдың 4-се кварталында йәйәүлеләр сығып йөрөй торған һәм мәктәп-балалар баҡсаһы урынлашҡан тирәләрҙә тиҙлекте кәметеү билдәләре ҡуябыҙ тиелгән. Берәй ҡаршылыҡтар килеп сығып ҡына тотҡарламаһа, декабрь айында билдәләр ҡуйыласаҡ», - тине.

Бына ошондай яуап алдыҡ. Берәүҙәре яҙма рәүештә яуап булманы, тиһәләр, икенселәре, яуап бирҙек, тиҙәр. Беҙҙә бит үҙегеҙ беләһегеҙ, берәй үлемесле хәл булмайынса, юл билдәһен ҡуйырға ашығып бармайҙар, көтәләр. Ҡурҡыныс авария булдымы, шунда уҡ кәрәкле билдәне килтереп тә ҡуя һалалар. Морапталға декабрҙә кәрәкле юл билдәләрен, ниһайәт, килтереп урынлаштырырҙар һәм уларҙы ҡурҡыныс хәүефтән һаҡлап алып ҡалырҙар, тип ышанайыҡ.
Читайте нас: