Кемделер уйландырыр, һабаҡ булыр тигән уй менән СПИД һәм ВИЧ сирҙәренә ҡағылышлы конкрет һандарға тағы ла бер туҡталып китмәксебеҙ.
2017 йылдың 24 ноябренә ҡарата Башҡортостанда 2501 ВИЧ сирле (1575 ир, 926 ҡатын-ҡыҙ) асыҡланған. Рәсәй дауаханаларында тәү тапҡыр асыҡланған 329 сирле дауалана. Был сирҙән 950 кеше мәрхүм булған, шуларҙың 689-ы 2017 йылда. ВИЧ менән ауырыған 481 ауырлы ҡатын-ҡыҙҙан 338 бала донъяға килгән. 2016 йыл менән сағыштырғанда, сирлеләрҙең һаны быйыл республика буйынса 2,18%-ҡа кәмеүе күҙәтелә. 19-24 ноябрь арауығында ғына 31 ВИЧ-инфекциялы теркәлгән. Шуларҙың 1-һе Күмертауҙан.
Ҡаланың СПИД үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Күмертауҙа быйыл 11 ай эсендә 60 ВИЧ-инфекциялы (34 ир, 26 ҡатын-ҡыҙ) асыҡланған. Иҫәптә торған сирлеләрҙең 54%-ы ауырыуҙы енси юл менән, 46%-ы ҡан тамырҙары аша йоҡторған. Ә 2017 йылда яңы теркәлгән осраҡтарҙың 83%-ы СПИД-ты енси юл аша йоҡторған. Диспансер иҫәптә 619 кеше (370 ир, 249 ҡатын-ҡыҙ) тора. Уларҙың 249-ы дауалау учреждениеһында. 9 ВИЧ-инфекциялы ауырлы ҡатындарҙың барыһы ла балаларын тапҡан. Ҡала буйынса 3 ВИЧ-инфекциялы бала иҫәптә тора.
2015 йыл һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда 2016 йылда Көйөргәҙе районында ВИЧ-инфекциялылар һаны 1,6 тапҡырға артыуы күҙәтелә.
Район буйынса 2016 йылдың 11 айында 18 яңы осраҡ (7 ҡатын-ҡыҙ, 11 ир) теркәлгән булған. 2017 йылдың 11 айы эсендә ВИЧ-инфекциялы 12 яңы осраҡ асыҡланған: 4-әүһе ҡатын-ҡыҙҙарҙа, 8-ҙе ирҙәрҙә. Уларҙың 99%-ы был сирҙе енси юл аша эләктергән. Һуңғы ваҡытта замана афәтен нәҡ енси юл аша йоҡтороусылар арта ғына бара. Шулай уҡ был яман сир менән ауырыусылар араһында 31-40 йәшлектәр күберәк осрай башлаған. Районда барлығы 104 кеше (56 ир, 48 ҡатын-ҡыҙ) диспансер иҫәптә тора. 16 сирле дауалана.
Райондың ауылдарында хәлдәр нисек һуң? Был турала врач-инфекционист Елена Иванова биргән мәғлүмәттәр асыҡ һөйләй. Шулай итеп бөгөнгө көндә Ермолаевола — 45, Холодный Ключта — 5, Бөгөлсән, Мораптал, Яҡут, Шәбағыш, Керәүле-Илюшкин, Бәләкәй Муса ауылдарында — 3-шәр ВИЧ-инфекциялы кеше теркәлгән. Бынан тыш һәр бер ауылда тиерлек 1-2-шәр сирле кеше булыуын белдерҙе Елена Владимировна. Ул ауылдарҙың һәр береһен һанап китһәң, бик күп, тине ул.
Бына шулай, СПИД менән ауырыусылар беҙҙең эргәбеҙҙә генә. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең сирле икәндәрен дә белмәй йөрөп ята, ә ҡайһылары, белеп тә, дауаханаға барыуҙы кисектерә килә.
Күмертау СПИД үҙәгенең баш врачы Лидия Живодерова Көйөргәҙе районында врач-инфекционистарҙың, эпидемиологтарҙың һәр ваҡыт эш урындарында булмауы, сирлеләр үҙҙәренең һорауҙары менән ҡайҙа барып мөрәжәғәт итергә белмәүҙәре хаҡында ла әсенеп һөйләй. «Был турала һәр ваҡыт әйтә киләм, әммә мине ишетеүсе юҡ», - ти ул.