Все новости
Общие статьи
5 Декабря 2017, 14:51

АРТҠА ЮЛ ЮҠ

Кисә район хакимиәтендә ауыл хужалығына арналған кәңәшмә үтте. Унда ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл старосталары, фермерҙар йыйылғайны. Йыйылышты район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Нәүғәт Хисмәтуллин алып барҙы.

Кисә район хакимиәтендә ауыл хужалығына арналған кәңәшмә үтте. Унда ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл старосталары, фермерҙар йыйылғайны. Йыйылышты район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Нәүғәт Хисмәтуллин алып барҙы.

-Һуңғы йылдарҙа малдарҙа төрлө зарарлы ауырыуҙар күп булыуы барыһын да хафаландыра, - тип башланы һүҙен Нәүғәт Кәлимулла улы. - Шуға был йәһәттән малдарҙы төрлө ауырыуҙарҙан ҡурсалау, сифатһыҙ итте сауҙаға сығарыуҙы сикләү буйынса 1 ғинуарҙан мал итен һатыуға сығарыуҙы сикләүсе регламент ғәмәлгә инәсәк. Уға ярашлы, сауҙаға сыҡҡан ит мотлаҡ рәүештә мал һуйыу цехтарында эшкәртелергә тейеш. Кире осраҡта ветеринарҙар рөхсәт ҡағыҙы бирмәйәсәк, хужалар алдында продукцияны документһыҙ бер ҡайҙа ла тапшыра алмау ҡурҡынысы килеп тыуасаҡ. Күп осраҡта малды һуйғас машина багажнигына тултыралар, унда бысраҡ, йә бензинлы һауыт ятып, еҫе иткә һеңә йә башҡа төрлө сәбәптәр күп. Мал һуйыу цехтарында иһә барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырыласаҡ. Һуйғас та ветеринар ҡарай, ул һыуытҡысҡа һалып туңдырыласаҡ. Рөхсәт ҡағыҙы ла элекке кеүек ҡағыҙ формаһында түгел, ә электрон вариантта булырға тейеш. Бының өсөн ветеринарға мөрәжәғәт итергә кәрәк, ул тейешле документты үҙе эшләп тапшырасаҡ. Бюджетта техник регламентты ғәмәлгә ашырыу өсөн өҫтәмә сығымдар ҡаралмаған. Шуға күрә, был бурысты эшҡыуарҙар ярҙамында атҡарып сығырға мөмкин. Әлегә районда ике цех төҙөлә, ә яҡын райондарҙан Мәләүез һәм Федоровкаға алып барырға була (Таймаҫта төҙөй башлаған цехтың хужаһынан, ниңә эштәр туҡталды, тип һорағас, ҡағыҙ эшендә туҡталдыҡ, тип яуап бирҙе). Тәүге мәлдәрҙә, әлбиттә, был регламентты үтәгәндә уңайһыҙлыҡтар тыуыуы ла бар, ләкин ҡануниәтте - үтәү беҙҙең бурыс, артҡа юл юҡ.

Төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр был яңылыҡҡа ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Сөнки малды махсус цехтарға алып барыуға өҫтәмә сығымдар талап ителә. Был, ысынлап та, шулай. Мәҫәлән, Тәүәкән ауылындағы цехта мал һуйыу өсөн 1600 һум, эсәктәрҙе йыуҙырыу йәнә 600 һум, тейәүгә 200 һум түләргә тура килә. Тимәк, юлдарҙы иҫәпкә алғанда, бер баш малды һуйҙырыу өсөн яҡынса 3 меңдән 3800 һумға тиклем буласаҡ. Әгәр малды алып барырға техника юҡ икән, үҙҙәре килеп аласаҡтар, был хеҙмәттәр ҙә буш түгел.

Аҙаҡ һүҙҙе Күмертау һәм Көйөргәҙе районы ветеринар станцияһы начальнигы Рәмилә Иҫәнғолова дауам итте.

-Беҙҙең район Ырымбур өлкәһе, Ҡаҙағстан менән йәнәшә булғанға санитар-эпидемиологик хәл бигерәк тә көсөргәнешле. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ бурыстарыбыҙҙы еренә еткереп башҡарабыҙ. Ветеринарҙар һәр йортҡа инеп аңлатыу эштәре алып бара, малдарҙы күҙәтеп тора. Хеҙмәткәрҙәребеҙ йыл әйләнәһенә алһыҙ-ялһыҙ эшләйҙәр. Малды дөрөҫ тәрбиәләүҙә тәү сиратта хужа үҙе яуаплы. Ауыл советы хакимиәттәре башлыҡтары ярҙамы менән беҙгә урындарҙа эшләүсе ветеринар табиптарға бина табыу зарур. Унда һыуытҡыс һәм өҫтәл мотлаҡ булырға тейеш. Мал зыяраттары ла тулып бара, был мәсьәләне лә уртаға һалып хәл итербеҙ, тип ышанам, - тине Рәмилә Хәмит ҡыҙы.

Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов әйтеүенсә, һәр малдың үҙенең уникаль номеры буласаҡ. Справка алғанда ла мал хужалары документты ошо номер буйынса аласаҡ. Хужалыҡ менән шәхси халыҡтың малдарының номерҙары төҫтәре менән айырыласаҡтар.

Сарала ҡатнашыусы яуаплы кешеләр ауылдарҙа ошо актуаль тема буйынса сходтар ойоштороп, беҙҙе саҡырығыҙ, хәлде аңлатып бирербеҙ, тинеләр. Тик өндәшеүсе кеше табылманы, әллә барыһын да аңланылар, әллә бер ни аңламанылар.


Автор фотолары

Читайте нас: