Все новости
Общие статьи
5 Декабря 2017, 13:31

«БАРЫҺЫН ДА КҮРӘБЕҘ»

Һаумыһығыҙ, «Юшатыр» гәзите хеҙмәткәрҙәре! Һеҙгә Яҡуп ауылынан яҙам! Беҙҙең урамдарҙа ҡайһы бер бағаналарҙа свет юҡ, свет булмаған урындарҙа как раз тыҡрыҡ йә урам осо, самый ҡурҡыныс урындар, силсәүиткә әйтеү менән толк юҡ, Таймаҫ ауылы халҡы һымаҡ эшләһәк, бәлки, берәй сара күрерҙәр (бында һүҙ судҡа биреү хаҡында бара. - редакция).

АНОНИМ

Юнир СЫНБУЛАТОВ, Яҡшымбәт ауыл биләмәһе башлығы:

- Яҡуп ауылындағы проблеманы беләбеҙ генә түгел, ул хәл дә ителә. Урамдарҙағы 4 бағанала ғына ут янмай, Энерготехком фирмаһы эшкә тотонасаҡ тиҙ арала. Гәзиткә яҙмаһалар ҙа, был проблеманы хәл итә инек, саҡ ҡына түҙемлек кәрәк. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: быйыл ғына Яҡупта 21 бағанаға ут, дөйөм иҫәп приборы, таймер ҡуйылды. Барыһына ла 137 мең һум аҡса түгелде. Абдулда ла шулай уҡ 21 бағана утлы булды, 160 мең һум сарыф ителде быға. Бар ауыл биләмәһе буйынса 54 бағанаға лампочкалар эленде. Беҙҙең силсәүиттә 12 ауыл, һәр береһенә бер юлы өлгөрөп булмай, аҡса ла наҡыҫ, саҡ ҡына бер нәмә булһа, тегендә лә, бында ла ялыу менән мөрәжәғәт итеү яҡшы эш түгел, проблеманың елегенә үтеп инер кәрәк саҡ ҡына. Улайға китһә, мин башлыҡ булғансы Яҡупта бер нисә бағана ғына яна ине, уның береһе хатта бер янып, бер һүнеп, светомузыка булып тора ине. Гәзиткә яҙҙым да проблема хәл ителде, тип уйлау ҙа дөрөҫ түгел, беҙ барыһын да күрәбеҙ һәм ҡулдан килгәнсә хәл итергә тырышабыҙ.
Читайте нас: