Все новости
Общие статьи
8 Декабря 2017, 16:51

ИЗГЕ ЭШ БАШҠАРЫЛДЫ

Көйөргәҙе ере әүлиәләргә бай. Ошо көндәрҙә Яҡшымбәт ауылында әүлиә Әхмәҙүәли Вәлитовтың ҡәберенә ҡәбер ташы ҡуйыуҙа ҡатнашҡан саҡта быға тағы бер тапҡыр инандым. Яҡшымбәт ауылында ғына 6 әүлиәнең ҡәбере булыуын белергә тура килде.

Көйөргәҙе ере әүлиәләргә бай. Ошо көндәрҙә Яҡшымбәт ауылында әүлиә Әхмәҙүәли Вәлитовтың ҡәберенә ҡәбер ташы ҡуйыуҙа ҡатнашҡан саҡта быға тағы бер тапҡыр инандым. Яҡшымбәт ауылында ғына 6 әүлиәнең ҡәбере булыуын белергә тура килде.

Изге эш – зыяратҡа ҡәбер ташы ҡуйыуҙы Күмертау ҡалаһында йәшәүсе Фәиз һәм Нурия Хәлиловтар башҡарҙы. Бында мәрхүмдең туғандары, ауыл муллаһы Фәрғәт Аҙнабаев, Яҡшымбәт мәктәбе коллективы һәм башҡалар ҡатнашты.

Яҡшымбәт ауылы зыяратында урынлашҡан Әхмәҙүәли әүлиәнең ҡәберенә ҡәбер ташы ҡуйылып, доға ҡылғас, Нурия Хәлилова изге ғәмәлде башҡарыуҙа ярҙам итеүселәргә, килгәндәргә оло рәхмәт белдерҙе. Фәрғәт Аҙнабаев та изге эш өсөн ҡыуанысын әйтеп, был эште ойоштороусыларға рәхмәттәр һәм изге теләктәр яуҙырҙы. Түбәнге Бабалар ауылы старостаһы Әхәт Исхаҡов та рәхмәт һүҙҙәренә ҡушып: «Бына мин әүлиәнең ҡәберен бер нисә тапҡыр уратып сыҡтым һәм ниндәйҙер еңеллек тойҙом», - тине.

Түбәнге Бабалар ауылында йәшәүсе әүлиәнең яҡын туғандары Флүр һәм Айһылыу Ишмөхәмәтовтар был көндө ҡорбан салып, мәрхүмдең рухына бағышлап Ҡөрьән уҡыттылар.

Яҡшымбәт ауылы зыяратында урынлашҡан Әхмәҙүәли әүлиәнең ҡәберен ошо көнгәсә берәү ҙә яҡшылап белмәгән. Яҡшымбәттә йәшәүсе 80 йәшлек Динә Бикмаева ике йыл тирәһе уның ҡәберен эҙләй:

- Был ҡәберҙе эҙләп табам, тип зыяратты бик күп тапҡырҙар иңләп-буйлап сығырға тура килде. Зыяратҡа һәр саҡ рөхсәт һорап ҡына индем, сөнки унда ятҡан әрүахтарҙан рөхсәтен алмайынса инергә ярамай. Бер көндө беҙгә яҡын туған булған Абдрафиҡ Мырҙашев мулла менән Өлфәт Ҡобағошов Әхмәҙүәли бабайҙың ҡәберен табыу ниәте менән килде. Улар менән бергә зыяратты ҡарап сыҡтыҡ, әммә тапманыҡ. Аҙаҡ мин үҙемә был эште маҡсат итеп ҡуйҙым. Линера киленем, ул ҡәбер яҡында ғына булырға тейеш, тигәс, уның менән дә, үҙем генә лә эҙләп-эҙләп таба алманыҡ. Күмертауҙа йәшәгән әүлиәнең улы Миңлемырҙа ҡаты ауырый ине, һөйләшә алманы. Еңгәнән һораштым. Ул: «Беҙ уның ҡәберен тимер рәшәткә менән ураттыҡ», - тигәс, хәҙер тимер рәшәткәле ҡәберҙәрҙе ҡарай башланым. Шулай итеп, бер ҡәберҙә посылка йәшнигендәге үзбәксә яҙыу киҫәге табып алдым. Еңгәгә был турала әйткәйнем, ул: «Үзбәкстанда йәшәгән Алмабикә ҡыҙы ҡайтҡайны, шул үзбәксә яҙыу ҡуйғандыр», - тигән аңлатма бирҙе. Шулай итеп Әхмәҙүәли әүлиәнең ҡәберен, ниһайәт, табып алдыҡ.

Минең олатайым – Зәйнулла ишандың ейәне Камалетдин да заманында әүлиә булған. Яҡшымбәт зыяратында уның да ҡәбере бар. Олатайым төрлө сирҙәрҙән дауалап ҡына ҡалмаған, хатта, ел-ямғырҙы туҡтата алыу көсөнә лә эйә булған. Атайым Ғәбделғәни ҙә өшкөрә торғайны, - ти Динә инәй.

Әхмәҙүәли Вәлитов хаҡында бик күп һөйләргә була, гәзиттең бите генә етмәҫ шул. Шуға уның туғандары һөйләгән бер нисә генә миҫал килтереп үтмәксемен. Әүлиә 1895 йылда Түбәнге Бабалар ауылында тыуа һәм төрлө урындарҙа йәшәй. 1949 йылда, 54 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсә ул. «Кәүҙәгә бәләкәй генә ине, гел йүгереп йөрөй торғайны. Әүлиә бабай тип йөрөттөк уны. Аҡ сапанын кейә, башында аҡ таҡыя. Ауылдан-ауылға йөрөп кеше дауаланы. Күберәк Яҡшымбәттә йәшәне. Бер ваҡыт уға ҡаты сирле, атлай алмаған баланы алып килделәр. Әүлиә уны ипләп кенә башынан һыйпай һәм бала атлай ҙа китә», - тип иҫләйҙәр. Шулай уҡ уның ат йөҙөп сығырлыҡ Көйөргәҙе йылғаһынан таҡыр юлдағы һымаҡ атлап йөрөүе тураһында ла аптырап һөйләйҙәр. Кереп хәл дә белмәй ашығып үтеп киткән туғандарын да кире бороп алыр булған ул. Йә юлда машиналары боҙолоп, йә аттарына берәй хәл булып үтеп киткән кеше кире әйләнеп килгән. «Һеҙҙе Аллаһы Тәғәлә йома көндө эргәлә генә торған туғандың хәлен белергә туҡтатты», - тип серле генә йылмайып, ҡайнаған самауыры янында ҡаршы алыр булған ундайҙарҙы Әхмәҙүәли бабай. Яҡшымбәттән тыуған ауылына йыш йөрөгән, ләкин уның юл буйлап йәйәү йәки ат менән килеүен берәү ҙә күрмәгән. Ауыл осонан сығып барғанын күреп ҡалып, атҡа ултыртып алып барыр өсөн артынан сыҡһалар, ул күҙҙән юғалған да була. Икенсе ауылға барып инһәләр, ул унда бер ни булмағандай йөрөп тә ята икән. Мине Аллаһы Тәғәлә, фәрештәләр йөрөтә, тип яуаплаған ул аптыраусыларға һәм был мөғжизә менән ҡыҙыҡһыныусыларға.

Алдан яҙып үткәнемсә, Көйөргәҙе районы әүлиәләре тураһында тулы мәғлүмәт гәзит биттәренә генә һыйып бөтмәй. Уларҙың тарихын өйрәнеп, Нурия Хәлилова китап итеп баҫтырып сығарырға ниәтләй. Районыбыҙ әүлиәләре тураһында барлыҡ мәғлүмәтте, Алла бирһә, шунан уҡып белербеҙ, тигән ышаныс менән йәшәйбеҙ.

Автор фотоһы

Читайте нас: