Все новости
Общие статьи
12 Декабря 2017, 14:16

ҮҘЕБЕҘҘӘН БАШЛАЙЫҠ

Изге Мәүлит айында әҙәмдәрҙе боҙоҡлоҡтан, яуызлыҡтан аралау өсөн донъя йөҙөнә, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Аллаһы Сүбхәнә үә Тәғәлә тарафынан тура хаҡ юлға күндереү маҡсатында остаз итеп ебәрелде.

Изге Мәүлит айында әҙәмдәрҙе боҙоҡлоҡтан, яуызлыҡтан аралау өсөн донъя йөҙөнә, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Аллаһы Сүбхәнә үә Тәғәлә тарафынан тура хаҡ юлға күндереү маҡсатында остаз итеп ебәрелде.

Бөгөн беҙ Рәбиғел-әүәл айы, мәүлит айы тибеҙ икән, Мөхәммәд беҙгә дөрөҫ юлды өйрәтер өсөн, Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән пәйғәмбәр икән, беҙ уның эшен дауам итеп эшләп йәшәргә тейешбеҙ. Шуға күрә башланғыс дәрәжәһендә генә булһа ла, ғилем, белем алыуҙарҙан тыш, һәр бер мосолман (кәрәк ир йәки ҡатын) өсөн Рәсүлүллаһ хәҙрәттәренең кем икәнлеген һәм вазифаһын да, ниндәй нәмәләрҙән ғибрәт булғанлығын белеү, әлбиттә, зарур. Бының берҙән-бер юлы иһә Рәсүлүлланың тәржемәүи хәле үә эшләгән эштәре һәм дә һөйләп ҡалдырған һүҙҙәре менән таныш булыу, шуларҙан файҙа ала белеүҙәндер. Ә инде беҙ әлеге ваҡытта был йәһәттән саҡ ҡына булһа ла үҙ кәрәктәребеҙ өсөн, үҙебеҙ белер ҡәҙәр капитал хасил итер өсөн тырышлыҡ итергә тейешбеҙ.

Беҙгә был айҙа уның тормошон, сифаттарын өйрәнергә, уны күберәк иҫкә алырға, уның һымаҡ булырға тырышырға кәрәк. Әлбиттә, беҙҙең өсөн, Рәсүл Әкрәмдең дин системаһын төҙөгән мәлендәге һәр аҙымын күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Шулай ҙа Аллаһы Тәғәлә тарафынан, мәҫәлән, Пәйғәмбәребеҙгә бирелгән бик бай, рухи мираҫтарының береһе булған күркәм холҡо һәм күркәм әхләге һанала. Шул турала бер нисә һүҙ.

Бына бит һис уйламаған ерҙән мәсеттәребеҙ ҡалҡып сыҡты, имамдарыбыҙ бар, йома намаҙҙары уҡыла, радио-телевидениенан, күп булмаһа ла, дини вәғәздәр ишетелә. Аллаһы Тәғәләне танырға, фарыз ғәмәлдәребеҙҙе үтәргә, харамдан тыйылырға саҡыралар. Беҙ әлеге ваҡытта шул ҡәҙәре әхлаҡ яғынан түбән төшкән заманда йәшәйбеҙ. Шуға халҡыбыҙҙы, милләтебеҙҙе һаҡлау, гүзәл әхлаҡ менән үҙебеҙҙе лә, балаларыбыҙҙы ла тәрбиәләү өсөн динебеҙҙе Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд өйрәткәнсә файҙаланайыҡ. Әгәр шунан һуң да дөрөҫ юлды тапмаһаҡ, беҙ һәләк булырбыҙ. Был хәл тураһында Ҡөрьәндә асыҡ әйтелгән. Әгәр холҡобоҙҙо, әхләғебеҙҙе үҙгәртә алмайбыҙ икән, юҡҡа сығасаҡбыҙ. Быға бер ниндәй сит ил ҡатнашлығы ла, күрһәтмә лә кәрәк түгел. Аллаһ Раббыбыҙ әйтте: «Бер халыҡтың да хәле үҙгәрмәҫ, әгәр үҙ хәлдәрен үҙҙәре үҙгәртә башламайынса». Шуға күрә үҙебеҙҙән башлау зарур, мосолман ҡәрҙәштәр.

Күмертау ҡалаһы

Читайте нас: