Все новости
Общие статьи
12 Декабря 2017, 14:29

ҮТӘ ЯУАПЛЫ ЭШ

Үткән аҙнала район Хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова етәкселегендә Яңы йылға әҙерлек эштәре ҡаралды.

Үткән аҙнала район Хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова етәкселегендә Яңы йылға әҙерлек эштәре ҡаралды.

Йыл да бер балыҡ башы булһа ла (шыршы табыу, уйындар үткәреү, ҡаласыҡ төҙөү һ.б.), был эш үтә яуаплы, күп ҡырлы. Шуға ла Яңы йыл байрамдарын ойоштороуҙа барлыҡ ведомстволар ҙа ҡатнаша – хакимиәт, полиция, янғын һүндереүселәр, мәғариф, мәҙәниәт, гәзиттәр хеҙмәткәрҙәре. Быйыл да былтырғы проблема башты ҡатырыр, ахыры: Ермолаевола төҙөп ҡуйған фигураларҙы кемдәрҙер емерә лә ташлай. Ошо вандализмға сик ҡуйыу маҡсатында видеокүҙәтеү урынлаштырырға тигән ҡарарға килделәр. Аҡса һәр саҡ етмәй (һәр бер эш аҡса таптыра), район үҙәгендәге ҡаласыҡҡа 70 мең һумдан саҡ ҡына күберәк аҡса китә, был суммаға ғына нимә эшләргә була? Йыл да боҙ фигуралары төҙөп яфаланмаҫ өсөн, Төйлөгәндәге кеүек пенопластан эшләргә кәрәктер тигән фекер ҙә яңғыраны – бер эшләттең дә йыл һайын әҙер уйынсыҡтарҙы сығарҙың да ҡуйҙың.

Бәләкәй ауылдарҙы ла оноторға ярамай, каникул буйы йәштәр һыра һемереп, эт тиҙәге тибеп йөрөмәһендәр өсөн уларға клубтамы, башҡа урындамы төрлө саралар үткәрергә кәрәк. Йәнә Шотт паркында эттәр күргәҙмәһе ойошторғанда ла ҡыйыш китмәҫ ине, тип әйттеләр. Тик килтерелгән эттәр нормальный булһын, юҡһа, үҙ-ара һуғышып китһәләр, йәки берәйһен талап ташлаһалар – булыр һиңә унда Эт йылы. Ҡыҫҡаһы, ошо ваҡыттағы өйрәнелгән ығы-зығы барыһы ла, йыл да Яңы йылды матур итеп үткәргәнде, быйыл да ул һәйбәт булыр.
Читайте нас: