Шишәмбе көндө Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышы үтте. Унда бер нисә мәсьәлә ҡаралды.
Быйыл Көнсығыш биҫтәһенең Коммуналсы паркында рус классик яҙыусыһы Сергей Аксаковтың «Ал сәскә» әкиәте мотивтары буйынса арт-объект асылғайны. Ҡоролтай башҡарма комитеты ағзалары «Аҡбуҙат» эпосына бәйле ҡалабыҙҙа тағы ла бер шундай сәнғәт әҫәре асыу идеяһы һәм тәҡдиме менән Күмертау ҡала Хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә булды. Ни өсөн был фольклор ҡомартҡыһы һайланды? Сөнки эпос беҙҙең ерлеккә бәйле: 1910 йылда уны Мөхәммәтша Буранғолов Көйөргәҙе районының Урта Бабалар ауылында сәсән Ғәтиәтулла Бикҡужиндан яҙып алған.
Артабан «Ҡыңғырау сәскә» балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асыуҙы тиҙләтеү хаҡында һөйләшеү булды. Балалар һаны етерлек. Тик баҡса мөдиренең эштән китеп барыуы ғына ҡул артын тота. Ҡоролтай рәйесе Әлфиә Шәмиғолова был йәһәттән башҡарма комитет ағзаларын әүҙем эш итергә саҡырҙы.
Ултырыштың көн тәртибендәге 3-сө һорау – туған телдәге матбуғат баҫмаларына яҙылыу. Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы башҡарма комитет ағзаларын бигерәк тә урында донъя күреүсе «Юшатыр» гәзитенә яҙҙырыу буйынса ҡалған көндәрҙе һөҙөмтәле файҙаланырға саҡырҙы.
Ҡоролтайсыларҙы борсоған тағы бер проблема – йәштәр эштәре буйынса секцияны етәкләрлек лидер булмауы хаҡында һүҙ алып барылды, бер нисә кандидатура ҡаралды. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер башҡарма комитет ағзаларының ултырыштарға ныҡлап йөрөмәүе, ижтимағи эштәрҙән ситләшеүе, ҡоролтай башҡарма комитеты янында эшләп килеүсе Аҡһаҡалдар ҡороноң эше туҡтап ҡалыуы хаҡында ла борсолоу белдерелде.
Иң аҙаҡтан ҡоролтайҙың быйылғы эшенә йомғаҡ яһалды.
– Үткән йылдар менән сағыштырғанда шулай ҙа быйыл уңыштар бар, күп изге эштәр башҡарылды. Тик барына ҡәнәғәтбеҙ, тип, һәлкәүләнергә түгел, ә ҡоролтай эшен тағы ла нығыраҡ йәнләндерергә, көсәйтергә кәрәк, – тине рәйес.