Юшатыр
-15 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Общие статьи
19 Декабря 2017, 12:59

БЕР-БЕРЕҺЕНӘ ЯЛҒАНДЫ

Терроризмға һәм наркотиктарға ҡаршы быйылғы һуңғы комиссия ултырышы булды кисә.

Терроризмға һәм наркотиктарға ҡаршы быйылғы һуңғы комиссия ултырышы булды кисә.

Был темалар, һин ҡайҙа ғына йәшәмә, көн дә тиерлек террорсылар баш ҡалҡытып торған Дағстандамы әллә тыныс ҡына йәшәп ятҡан Көйөргәҙеләме – барыбер ҙә көн ҡаҙағында, барыбер ҙә һәр урындың үҙенең спецификаһы сығып тора. Наркотиктарға ҡарата сығыш менән бер нисә кеше һөйләне, тәүгеһе А. Петрунин, Ермолаево дауаханаһы мөдире. Ул, беҙҙә наркомандар юҡ, тип ҡыуандырҙы, 6 кешене наркотик матдә ҡулланған өсөн эләктергәндәр, суд ҡарары менән көсләп медицина дауалауы үтергә тейеш булғандар. Тик икәүһе һаман булһа килмәй ҡасып йөрөй. Бер токсикоманыбыҙ бар, уныһы ла бәлиғ түгел. Бар йәһәттән эш алып барабыҙ, тине Анатолий Анатольевич. Мәғариф бүлеге исеменән Л. Тереғолова урынына бүлектең баш инспекторы Е. Кирюшина уҡыусыларҙың нисек социаль-психологик тест үткәндәре хаҡында мәғлүмәттәр әйтте. 12-15 йәшлек балалар беҙҙә барлығы 643, шуларҙың 521-е тест үткән, 122-һе төрлө сәбәп менән үтә алмаған, 27-һе тест үтеүҙән ҡырҡа баш тартҡан. Ауылдарҙа киндерҙең ҡотороп үҫеүе – йыл да башты ҡатырған мәсьәлә, ошолар буйынса бер-ике һүҙ булды. Барыһы ла силсәүиттәрҙә киндер менән эш нисек торғаны хаҡында отчеттар биреп бөткән, бына Мораптал зонаһында ғына киндер сәпсим үҫмәй икән. Быға шик белдереүселәр ҙә табылды, как так, башҡа ерҙә унан нисек ҡотолорға белмәй аптырайҙар, ә һеҙҙә был үлән юҡ. Әллә отчет биреү еңел булһын тип, шулай яҙҙығыҙмы, киндер юҡ – проблема ла юҡ.

Террорға ҡаршы комиссия ла шунда уҡ быныһына ялғанды. Һөйләр һүҙ был юҫыҡта әллә ни юҡ, Яңы йыл байрамдары мәлендә хәүеф-хәтәр булмаһын, ут менән һаҡ ҡыланыу мотлаҡ, бар ерҙә лә полиция һәм башҡа яуаплы кешеләр дежур итәсәк... Ошолар хаҡында район полиция бүлеге начальнигы урынбаҫары Р. Әбйәлилов, баяғы Е. Кирюшина, янғын часынан Н. Иванов сығыш яһаны. Ивановтың, трибунаға менеп баҫһа, күп һөйләй торған ғәҙәте бар, шуға уны күреү менән, был әпәт оҙаҡҡа һуҙыр инде, тип уйланылғайны (дүшәмбе көн – ауыр көн, һәр кемдең тиҙерәк эш урынында булғыһы килә), ул был юлы һүҙҙе ҡыҫҡа тотто. Һөйләр хәбәре тиҙ булды, байрамдар ҙа бер ниндәй ЧП-һыҙ, матур үтеп китһен.
Айгөл ХАЛИҠОВА фотоһы
Читайте нас в