Все новости
Общие статьи
19 Декабря 2017, 12:47

ХЫЯЛ ҒЫНА

Автоавариялар һаны буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы күләмендә 5-се урында. Быға нимәләр сәбәпсе һуң? Водителдәрҙең тәртипһеҙлеге, эскелек, юлдарҙың насар торошо.

Автоавариялар һаны буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы күләмендә 5-се урында. Быға нимәләр сәбәпсе һуң? Водителдәрҙең тәртипһеҙлеге, эскелек, юлдарҙың насар торошо.

Башҡортостан Рәсәйҙә юлдарҙың оҙонлоғо буйынса 3-сө урында. Мәскәү, Краснодар өлкәләренән генә ҡалыша. Күрше Татарстанда 25 мең км, беҙҙә 56 мең км, тиҙәр. Йыл башынан алып беҙҙең юлдарҙа 3,5 мең юл-транспорт ваҡиғаһы булған, унда зыян күреүселәр – 4553 кеше, шуларҙың 400-ө үлгән, араларында 21 бала ла бар. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, юл ҡағиҙәләре 2 млн. тапҡыр боҙолған, 24 мең водитель эсеп эләккән. 900 мең кеше тиҙлекте арттырған өсөн штрафҡа тарттырылған. 31 мең водитель ҡаршы яҡ юлға сыҡҡан. Юлдарҙың насар булыуы, юл полотноһының нормаға тура килмәүе арҡаһында, район-ара юлдарҙа, урындағы юлдарҙа 127 юл-транспорт ваҡиғаһы булып, 59 кеше үлгән. Йәйәүлеләрҙең дә ғәйебе ҙур: ҡалаға барһаң, юлды кәрәкмәгән ерҙән киҫеп сығалар.

Хәҙер автобустар шәхси ҡулдарҙа бит. Быйыл, 26 апрелдә, Күмертауҙан Газель машинаһында Яҡупҡа ҡайтырға тура килде. 13 кешелек урынға 26 кеше ултырҙыҡ, аҡса түләп, аяғөҫтө баҫып ҡайттыҡ. Уларға аҡса кәрәк тип, беҙ шулай йөрөргә тейешме ни? Шунан килеп хәҙер ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре лә аҙ. Бәлки, видеокамералар, мобиль инспекторҙар ҡуйырға кәрәктер? Ике йыл элек берәү Сингапур тигән илгә барып ҡайтҡан, икенсеһе – Марокко тигән илгә, икеһе лә алдан һөйләшкән һымаҡ, унда полицейскийҙар аҙ, бөтәһен дә техника эшләй, видеокамералар, хатта штрафҡа эләкһәң дә, тәҙрәгә квитанция һымаҡ нәмә йәбештереп китәләр, штраф түләмәйенсә, ул квитанция юйылмай, ти. Унда хатта тәмәке төпсөгөн дә ырғытып китеп булмай, тип һөйләнеләр. Магазиндарҙы төнгөлөккә бикһеҙ ҡалдыралар икән, машинаның да тоҡандырыу асҡысын ғына алырға ҡушалар, ишек тә бикләнмәй, бөтә ерҙә лә видеокамера эшләп тора. Ошо илдәрҙәге һымаҡ видеокамералар ҡуйылһа, водителдәр эсмәһә, тәртип боҙмаһалар, бик күп кеше ғүмерҙәре һаҡланып ҡалыр ине. Тик был әлегә беҙҙең өсөн хыял ғына.

Яҡуп ауылы

Читайте нас: