Ермолаево спирт заводын яптылар, беҙҙең өсөн ныҡ шаңҡыу булды был, 350 кеше эшһеҙ ҡалды, райондың һалымы кәмене.
Эшһеҙ ҡалғандар ситкә китте. Араҡы менән көрәшеү, тиер инең заводты ябыуҙы (әҙәм аҙыраҡ эсә башланы – маладистар), тик ниңә шул уҡ Башспирт Булгаковола яңы завод төҙөй башлай һуң? 781,36 млн һумлыҡ төҙөлөш бына-бына башланырға тора. Был яңы завод элекке Өфө араҡы заводы урынына төҙөлә, тиҙәр. Ниңә беҙҙең бынамын тигән, йөҙәр йыл тарихы булған (Шотт баяр заманынан ҡалған ул) предприятиены аҡыртып яптылар, тәки аңламаныҡ. Хат та яҙып маташтыҡ, тағы ла нәмәлер ҡыландыҡ – файҙаһы теймәне. Әле берәй ҡайҙан, әкиәттәге кеүек, инвестор килеп сыҡмаҫмы ла, беҙҙең һалымдарҙы арттырмаҫмы, кешегә эш бирмәҫме, тип көтөп ятабыҙ. Өфө бит былай ҙа бай ҡала, инвестициялар беҙҙең районға нығыраҡ кәрәк ине лә баһа, былай ҙа хәленән килгән бар халыҡ Үҙәккә ҡаса. Әллә үҙебеҙ аңра (нимәлер аңлап етмәйбеҙ), әллә өҫтәгеләр беҙҙең илау-һыҡтауға төкөрөп ҡарай.