Все новости
Общие статьи
22 Декабря 2017, 13:04

СЕПЕЙҘӘР ХАҠЫНДА ТҮГЕЛ

Кисә район хакимиәтендә ВИЧ-инфекция, эскелек, алкоголизмға ҡаршы комиссия ултырышы булды.

Кисә район хакимиәтендә ВИЧ-инфекция, эскелек, алкоголизмға ҡаршы комиссия ултырышы булды.

Был теманы яңыраҡ ҡына яҡтырттыҡ (гәзит уҡыған белә), шулай ҙа ВИЧ-инфекция өлкәһендәге проблемалар, көн дә һөйләһәң дә, бөтөрлөк түгел. Ултырышты комиссия рәйесе, район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова үткән йыйылышта ҡуйылған маҡсаттарҙың үтәлеүе, үтәлмәүенән башланы.

Районда быйыл ВИЧ-инфекция менән ауырыусы 12 кеше асыҡланған, дөйөм алғанда бындай сир менән зарарланыусылар һаны 104. Шуларҙың 94-е генә иҫәптә тора. Ниңә барыһы ла түгел, сөнки кемеһелер ситтә йөрөй. Сирлеләрҙең 67-еһе ир-ат, 37-еһе ҡатын-ҡыҙ, етмәһә, шуларҙың өсәүһе бала тапҡан (былтыр 4-әү булған).

- Сирлеләрҙең күбеһе эшкә яраҡлы йәштәгеләр. Улар ауырыуҙы башлыса енси юл менән йоҡтора, иң күп сир таратыусылар - Себерҙә эшләп ҡайтҡандар, - тине врач-инфекционист Елена Иванова.

Комиссияла полиция вәкилдәре лә, врачтар ҙа, хакимиәт тә булды, анау сама ведомство хеҙмәттәшлек итһә лә, йырып сығырлыҡ түгел был проблеманы. Мәҫәлән, полиция кем СПИДлы икәнен дә белмәй, бер кешенең йортона килә, ти, ә теге быны тешләп тә сығарыуы ихтимал. Шунан ауырыуҙы белдең дә, ти, ә уларҙы көсләп дауаханаға килтерергә ярамай - закон ҡушмай. Ошондай шарттарҙа нисек эшләргә? Ә бер сирленең паспорты юҡ. Ермолаевола йәшәй, әммә ҡайҙа икәнен тапмайҙар. Кадрҙар буйынса ла һүҙ булды. Райондағы врач-инфекционист 0,25 ставкаға ғына эшләй, ҡалған ваҡытын УЗИ белгесе, тубдиспансерҙа дежур булараҡ үткәрә, теүәл ставка булһын өсөн, районда 35 мең оло кеше, ошолай уҡ һанда балалар йәшәргә тейеш.

- Нисек инде документы булмаған ул бер кешене табып булмай? Ермолаево Рио-де-Жанейро түгел дә баһа, - тине Люциә Хәмит ҡыҙы. - 0,25 ставкаға эшләү ҙә башҡа һыймай. Белгес үҙ эшен был ваҡытта ғына емешле башҡара алмай. Халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барырға, бигерәк тә, уҡыусылар менән ныҡ эшләр кәрәк. Мәктәп тамамлап, сит ҙур ҡалаларға киткәндә юғалып ҡалмаһындар өсөн бындай осрашыуҙар үҫмерҙәргә айырыуса мөһим. Йыйылыштыҡ та оноттоҡ түгел, ә бындай ултырыштарға етди ҡарарға кәрәк, бында бит сепейҙәр хаҡында түгел, ә кеше хәүефһеҙлеге, уларҙың һаулығы тураһында һүҙ бара, - тип һүҙен тамамланы район хакимиәте башлығы урынбаҫары.

Комиссия ағзалары киләһе ултырышты февралдә, киңәйтелгән итеп үткәрергә һөйләште. Шулай уҡ ауыл советы хакимиәттәре башлыҡтарын да саҡырырға кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Автор фотоһы.

Читайте нас: