Үткән шәмбе “Йәшлек” мәҙәниәт йортонда йолаға әүерелеп йылда үткәрелгән район ата-әсәләр йыйылышы булды. Унда район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, уның социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова, мәғариф бүлеге начальнигы Лира Тереғолова, ӨДАТУның Күмертауҙағы филиалы директоры Әнүәр Даутов, Башҡорт дәүләт педагогия университетынан, Ырымбур дәүләт университетының Күмертауҙағы филиалынан, Күмертауҙағы иҡтисад һәм хоҡуҡ институтынан вәкилдәр, райондағы белем усаҡтары директорҙары, уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм 11-се класс уҡыусылары килгәйне.
Сараны район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов асты.
- 2018 йылда мәғариф учреждениеларына капиталь һәм ағымдағы ремонт эштәренә, ҡышҡылыҡҡа әҙерлек өсөн, китаптар, уйынсыҡтар алыуға республика бюджетынан 4 млн. һум күләмендә аҡса бүленде. Павловка, Абдул мәктәптәренең спортзалдарына капиталь ремонт яһалды. Район бюджетынан да был маҡсаттар өсөн 6 млн. һум бүленде. Шулай уҡ был сумманан Свобода һәм Керәүле-Илюшкин мәктәптәренә балалар баҡсаһын күсереү маҡсатында биналарҙы үҙгәртеп ҡороуға, Аҡһары белем усағының канализацияһына капиталь ремонт яһауға, Яҡшымбәт мәктәбенең йылылыҡ үткәреү трассаһына ла китте.
Бөгөнгө көндә кадрҙар мәсьәләһе лә ҙур роль уйнай. Мәғариф өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәр олоғайыуы, ә йәштәребеҙҙең районға ҡайтырға теләмәүе проблема булып тора. Статистика буйынса районда төрлө өлкәлә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше - 45-50. Бигерәк тә мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә йәш белгестәр етмәй. Мәктәптәрҙә рус теле, сит телдәр, математика, информатика биология һәм физкультура уҡытыусылары кәрәк. Статистика буйынса мәғариф бүлегендә эшләүсе 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар 18 процент, 45 йәшкә тиклемгеләр 70,3 процент, пенсия йәшендәгеләр 11,7 процент тәшкил итә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә педиатрҙар, терапевтар, неврологтар, онкологтар кәрәк. Быйыл “Земский доктор” программаһы буйынса район дауаханаһында ике генә белгес эш башланы. Йәштәребеҙҙе районыбыҙға, ауыл еренә йәлеп итер өсөн, хөрмәтле ата-әсәләр, уҡытыусылар беҙ бергә эш алып барырға тейешбеҙ. Кескәй саҡтарынан уҡ беҙҙе туйҙырған ауыл хужалыҡһыҙ, беҙҙе үҫтергән ауылыбыҙһыҙ киләсәк юҡлығын балаларға аңлатып үҫтерергә кәрәк. Ҡәҙерле сығарылыш класс уҡыусылары, һеҙҙең дә беҙ уҡыу йорттарын тамамлағас, үҙебеҙҙең районға кире ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ. Һеҙҙең алда имтихандар, уларҙы уңышлы биреп, киләсәктә кәрәкле һөнәр һайлап уҡырға инеүегеҙҙе теләйем. Уңыштар һеҙгә! – тип һүҙен тамамланы Әхәт Йәүҙәт улы. Шулай уҡ йыйылышта имтихандар һөҙөмтәләре буйынса мәғариф бүлеге начальнигы Лира Тереғолова сығыш яһаны. ВИЧ-инфекция ҡурҡынысы тураһында Ермолаево дауаханаһының баш табибы Анатолий Петрунин да ентекле һөйләне.