Все новости
Общие статьи
29 Декабря 2017, 16:36

БАШҠОРТСА ЯҢЫ ЙЫЛ ҠАЙҘА?

Әлеге көндә бар ерҙә лә балалар өсөн Яңы йыл байрамдары ойошторола. Был тылсымлы мәл тап улар өсөн иң ҡыҙығы — Ҡыш бабай күстәнәс бирә, шиғыр һөйләтә, йырлата, маҡтай... Күмертауҙа ла шулай, тик ниңә беҙҙә башҡортса Яңы йыл байрамы ойошторолмай икән?

Әлеге көндә бар ерҙә лә балалар өсөн Яңы йыл байрамдары ойошторола. Был тылсымлы мәл тап улар өсөн иң ҡыҙығы — Ҡыш бабай күстәнәс бирә, шиғыр һөйләтә, йырлата, маҡтай... Күмертауҙа ла шулай, тик ниңә беҙҙә башҡортса Яңы йыл байрамы ойошторолмай икән?

Ҡала мәктәптәрендә уҡыусылар йыл да 250 һум түләп, барыһы ла бер ергә, Балалар ижады үҙәгенә (ЦДТ), тупланып, тәүҙә спектакль һымаҡ нәмә ҡарап, аҙаҡ этешеп-төртөшөп шыршы тирәләй йөрөп ҡайта. Был балаларҙа бер ҙә байрам кәйефе тыуҙырмай, тип шылтыраталар беҙгә. Үҙҙәре туған телендә шиғыр һөйләп, йырлап, байрамда ҡатнашып күңелдәре булмағас, балаға ҡыҙыҡ түгел, тиҙәр. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу урынына йыл да уларға Дед Мороз менән Снегурочка ғына килә. Милли мәктәптәрҙәге балаларҙың күбеһенең көсләп алып барған ергә барғыһы килмәй.

Ошондай шылтыратыу ҡабул иттек. Башҡортса айырым Яңы йыл маскарады ойоштороп булмаймы икән ни? Артабан да былай барһа, беҙҙең балалар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың кем икәнен дә белмәүҙәре бар. Бөгөн ошо һорауҙарға яуап эҙләп ҡараныҡ.

Светлана Марат ҡыҙы ТУРАЕВА, ҡала мәҙәниәт идаралығы директоры:

- Ул турала уйлағаныбыҙ бар, әммә ҡалала башҡорт телен белгән кадрҙар етешмәй. Бындай байрам ойоштороу өсөн телде белгән режиссер ҙа, артистар ҙа кәрәк буласаҡ. Тағы ла шул яғы бар: әҙерләрһең дә, килеүсеһе булмаҫ. Әле бына башҡорт телен белгән режиссер эҙләйбеҙ. Өфөгә барғас, Мәҙәниәт министрлығына тағы ла заявка ҡалдырасаҡмын. Икенсе йылға айырым башҡортса Шыршы байрамы эшләргә тырышасаҡбыҙ. Ҡалала элек эшләп килгән башҡорт халыҡ театрын киренән тергеҙергә тигән уй ҙа бар.

Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы ШӘМИҒОЛОВА, Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:

- Бик һәйбәт һорау был. Әлегә тиклем был проблема бер ҙә генә күтәрелмәне. Ундай байрам һораусы кеше лә булманы. Мәктәптәрҙә Яңы йыл байрамын үткәреү янғын хәүефһеҙлеге буйынса рөхсәт ителмәй шул. Шуға балалар ҡайҙалыр барырға мәжбүр була. Һеҙ күтәргән был проблема - яңы. Киләһе йылдан ошо эште башлап ебәрергә кәрәк буласаҡ. Светлана Марат ҡыҙы менән дә был турала һөйләшәсәкбеҙ. Телде белгән кадрҙар кәрәк, әлбиттә. Әгәр ҙә ундайҙарҙы таба алмаһаҡ, был мәсьәләне икенсе төрлө лә хәл итеп була бит. Шул уҡ Өфөнән йә бына ғына торған Ермолаевонан әртистәр саҡырып үткәрергә була. Йәш, телде белгән белгес ҡалаға эшкә килһә, бик һәйбәт булыр ине лә. Бындай Яңы йыл кисәһен балалар өсөн генә түгел, ә ололар өсөн дә үткәрһәң, яҡшы булыр, тип уйлайым. Әле яңыраҡ ҡала хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Наталья Лапшина менән дә һөйләшеү булды. Ул ҡалала башҡорт балалар хоры булдырырға кәрәклеге хаҡында әйтте. Эйе, беҙгә башҡорт хоры ла, башҡорт театры ла кәрәк. Әле Күмерселәр мәҙәниәт һарайы ремонттан һуң асылды, эште башлау өсөн урын бар. Шулай булғас, беҙгә был эште башлап ебәрергә генә кәрәк буласаҡ.
Читайте нас: