Все новости
Общие статьи
29 Декабря 2017, 16:39

“БАТЫР”ҘА – БАШҠОРТ ҠЫШ БАБАЙЫ

Ермолаеволағы “Батыр” балалар баҡсаһында 18 бала йөрөгән башҡорт төркөмө эшләй.

Ермолаеволағы “Батыр” балалар баҡсаһында 18 бала йөрөгән башҡорт төркөмө эшләй. Йыл да ошо кескәйҙәр өсөн район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов тарафынан ойошторолоп, башҡортса Яңы йыл байрамы үткәрелә. Быйыл да районыбыҙ ҡоролтайы һәм ағинәйҙәр ойошмаһы тарафынан матур сара үтте.

Шыршы байрамында төп ҡунаҡ булған Ҡыш бабай ролен райондағы Мәрхәмәтлек фонды директоры Фәнир Малбаев, ә ейәнсәре Ҡарһылыу ролен район мәғариф бүлегенең методика бүлеге мөдире Ләйсән Аҙнабаева башҡарҙы. Үтеп барған йыл хужаһы Әтәс ролен төп ағинәйебеҙ Тамара Малбаева, ә киләһе йыл булған Эт ролен бәләкәс малай Асман Рахманғолов бик оҫта уйнаны. Кескәй ҡыҙҙар менән малайҙар шыршы тирәләй матур йырҙар йырлап, бейеү бейеп, төрлө уйындар уйнаны. Уларҙың ҡыш тураһындағы шиғырҙарын тыңлағандан һуң барыһын да байрам менән ҡотлап Юлай Юныс улы был төркөмгә балаҫ бүләк итте. Бүләкте алырға “Искра” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Рәмил Мостафин һәм фермерҙар Илшат Мәзитов менән Дамир Хәйбуллин спонсор ярҙамы күрһәтте. Районыбыҙ ағинәйҙәре исеменән Минзиә Ҡотлоәхмәтова барыһын да Яңы йыл менән ҡотлап, кескәйҙәргә бәхетле балалыҡ теләне.
Читайте нас: