Все новости
Общие статьи
29 Декабря 2017, 17:22

БЕР–БЕРЕһЕНӘН АЙЫРЫЛҒЫҺЫҘ

Бөтә ил халҡы көтөп алған Эт йылы башланды. Ниндәйерәк булыр ул? Халҡым эткә хас булған ниндәй сифаттарҙы Эт йылына күсергән икән?

Бөтә ил халҡы көтөп алған Эт йылы башланды. Ниндәйерәк булыр ул? Халҡым эткә хас булған ниндәй сифаттарҙы Эт йылына күсергән икән?

Этте төрлөсә ҡылыҡһырлайҙар. «Эттең тыны, бесәйҙең йөнө яман», «Өрә белмәгән эт йортҡа ҡунаҡ килтерә», «Эт яманы буранда ҡотора», «Эт эсенә һары май килешмәй», «Аҫтыртын эт өрмәй тешләй» тигән халыҡ мәҡәлдәрендә эт насар яҡтан һүрәтләнә. «Эт йүгереген бүре һөймәҫ», «Эт күңеле бер һөйәк», «Хужаһына ярайым тиһәң, этен маҡта», «Кәрәк саҡта эткә лә «еҙнә» тиҙәр» тигәндәрендә эттең егәрле, хужаһына тоғро, әҙгә генә лә рәхмәтле була белеүе аңлашыла. Эт тураһында йомаҡтар ҙа ижад ителгән. Мәҫәлән: «Арымай-талмай, эт артынан ҡалмай», «Ҡойроғо уралған, теле һалынған». Халҡыбыҙҙың бай ауыҙ-тел ижадында «Эт олоһа – яманға», «Эт ояһынан сыҡмаһа, буран булыр» кеүек һынамыштар ҙа байтаҡ. «Йома көн тырнаҡ киҫергә ярамай, эт тырнағы сыға» тигән тыйыу ҙа бар.

Башҡорттарҙың йола фольклорында эт донъяны, кешене ен-шайтандарҙан һаҡлаусы көс булараҡ һүрәтләнә. Әгәр берәүҙәрҙең тыуған һәр сабыйы үлеп торһа, уны тыуыу менән этаяҡҡа(эткә аш бирә торған һауытҡа) һалғандар. Эт еҫкәп ялағас, кире алғандар. Ошолай эшләгәс, бала, ысынлап та, йәшәп киткән. Быны түбәндәгесә аңлатҡандар: эт еҫкәгәс, балаға эт еҫе һеңә, һәм ул шайтан-ендәрҙе үҙенән өркөтә икән. Халыҡ шайтандар эттән ҡурҡа тип уйлаған.

Көнсығыш ғалимдары фаразлауынса, беҙгә йыл хужаһы – Һары эт холҡона яраҡлашып йәшәргә кәрәк икән. Эт –эшһөйәр, шуға һәр кем аҡса өсөн генә эшләмәй, ә рухи ҡәнәғәтләнеү ҙә аласаҡ. Иҡтисадта, һәр кем тормошондағы ҡаршылыҡтар фәҡәт ошо йылда бөтәсәк. Был йыл ғаилә ҡорор өсөн дә бик уңайлы һанала. Эт йылында тыуғандар ғәҙел, тоғролар, уларға ышанырға була.

Ҡайһы бер эттәргә һәйкәлдәр ҙә ҡуйылған. «Верный» исемле эттең хужалары автокатастрофала һәләк булғас, эттәре ошо урындан үҙе үлгәнсе, йәғни ете йыл буйы китмәй. Тоғролоҡто урындағы халыҡ шулай итеп мәңгеләштергән. Берәҙәк тормош, йортһоҙ йәшәүҙең кешеләргә генә түгел, ә эттәргә лә ауыр икәнлеген аңлатыу өсөн берәҙәк эттәргә Мәскәүҙә, Төмәндә, Кемеровала һәйкәлдәр бар. Йыһан киңлектәрен яулауҙа ла ғалимдарға эттәр ҙур ярҙам күрһәтте. Мәскәүҙә, Ижевскиҙа космонавт эттәргә һәйкәлдәр ҡуйылған. Ә Бөйөк Ватан һуғышындағы эттәрҙең батырлығын һанап бөтөрөрлөк түгел. Улар сапер ҙа, санитар ҙа, разведчик та, һаҡсы ла булғандар, почта хеҙмәтен дә үтәгәндәр. Күреүебеҙсә, эттәр менән кешеләр тормошо айырылғыһыҙ. Улар -беҙҙең дуҫтар. Эт йылы бөтә Көйөргәҙе районы, Күмертау ҡалаһы, Башҡортостан халҡына уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете алып килһен.

Наҙгөл ХӘЛИТОВА,
3-сө БРГИ-ның 8-се класс уҡыусыһы, «Рухи мираҫ» түңәрәге ағзаһы.

Читайте нас: