Все новости
Общие статьи
29 Декабря 2017, 16:37

ҘУР БҮЛӘК —ТЫРЫШТАРҒА

Йыл һайын Республика башлығы шыршыһына төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеү яулаған, спорт ярыштарында ал бирмәгән һәләтле уҡыусылар бара. Быйыл да, 22 декабрҙә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында шундай байрамға 780 бала йыйылды.

Бындай бәхет беҙҙең 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатынан 7-се класс уҡыусыһы Карина Йәнбирҙинаға, 8-се класс уҡыусыһы Данис Исмәғилевҡа эләкте.

«Беҙ 21 декабрҙә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһына барып урынлаштыҡ. Ә «Шыршы байрамы» иртәгәһенә булды. Байрам бик оҡшаны. Һәр уҡыусыға Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың Ҡотлау хаты, йомшаҡ эт уйынсығы, Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» китабы, тәмлекәстәр бирелде», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Данис. Ул — спортсы, милли көрәш буйынса республика, ҡала буйынса ярыштарҙа гел призлы урындар яулай. Шуға ла Данисҡа республикабыҙҙың төп Шыршы байрамына барыу бәхете тейҙе лә инде. Ә Карина яҡшы уҡый, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Тырышлыҡ — уңыштың нигеҙе. Был хәҡиҡәттең ысынбарлыҡҡа тап килеүенә улар ҙа, беҙ ҙә ышандыҡ.

Гөлдәриә ҒАЙСИНА,
3-сө БРГИ-ның 10-сы класс уҡыусыһы.

Читайте нас: