Юшатыр
+3 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Общие статьи
29 Декабря 2017, 16:41
ҠЫШ БАБАЙ ҘА,ДЕД МОРОЗ ДА БАР
Райондың «Йәшлек» мәҙәниәт йортонда Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығының Шыршы байрамы үтте.
Райондың «Йәшлек» мәҙәниәт йортонда Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығының Шыршы байрамы үтте.
Был ҡупшы байрамға һәләтле уҡыусылар, опекаға алынған һәм инвалид балалар килде. Барлығы – 235 бала. «Бремен музыканттары» исемле театрлаштырылған тамаша ҡарап, Ҡыш бабай күстәнәстәренән ауыҙ итеп бик тә күңелдәре булып ултырҙы уларҙың. Сәхнәлә ҡатнашҡандары ла аҙ түгел.
Әйткәндәй, тамашала Ҡыш бабай ҙа, Дед Мороз да бар. Балаларҙың береһе лә мәхрүм ҡалмаһын тип, һәр береһенә 3-әр килограмм кәнфит тә биргәндәр. Хакимиәт башлығының Шыршыһы, тиһәк тә, Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов үҙе был сарала ҡатнаша алманы (дәүләт мәшәҡәттәре күп саҡ, хәйер, уның аҙ булғаны бармы ни), уның исеменән балаларҙы Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Тәлғәт ҡыҙы Хәмитова тәбрикләне.
Диана ҠОТЛОБАЕВА фотолары
Читайте нас: