Все новости
Общие статьи
9 Января 2018, 14:42

АУЫЛДАШТАРҘАН УҢДЫҠ

Беҙҙең Яманһары ауылында мәсет төҙөлгәне бирле халыҡ менән бергәләп әллә күпме эштәр башҡарҙыҡ. Ауыл халҡы менән аҡса йыйып, күмәкләшеп мәсетебеҙҙең ҡыйығын профнастил менән ябып ҡуйҙыҡ. Шунан һуң һыу үткәрҙек.

Беҙҙең Яманһары ауылында мәсет төҙөлгәне бирле халыҡ менән бергәләп әллә күпме эштәр башҡарҙыҡ. Ауыл халҡы менән аҡса йыйып, күмәкләшеп мәсетебеҙҙең ҡыйығын профнастил менән ябып ҡуйҙыҡ. Шунан һуң һыу үткәрҙек. Быйыл халыҡтан йөҙәр һум аҡса йыйып, имамыбыҙ Ришат Рәфҡәт улы Йәмилов машина яллап Маяҡтан барып алмағастар алып ҡайтты. Көҙ көнө мәсет тирәләй шул алмағастарҙы ултырттыҡ. Ришат Йәмиловтың бер туғаны Илдар Рәфҡәт улы мәсеткә ноутбук бүләк итте. Яҡташыбыҙ Илшат Ғәҙеләев 8 мең һум аҡса менән ярҙам итте. Беҙ ул аҡсаға Маяҡтан мейескә яғыулыҡ һатып алып ҡайттыҡ. Шулай уҡ фермерыбыҙ Юнир Ғабдрафиҡ улы Иҙрисов биргән 7 500 һумға утын һатып алдыҡ. Шулай итеп үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәьмин итеп йәшәп ятҡан булабыҙ. Электр утына ла мәсеткә килгән аҡсанан түләп барабыҙ. Имамыбыҙ мәсеткә тимерҙән мейес эшләтеп ҡуйҙы. Хәҙер йылы, рәхәт. Мейес булғас, электр утын да шуға күп тотонмайбыҙ. Мәсеттә һәр бер дини байрамдарҙы уҙғарып торабыҙ. Мәсетебеҙ янында ҡорбан салыу өсөн дә, уны бешереү өсөн дә урын эшләнелде. Киләсәктә мәсеттең тирә-яғын яңы заманса штакетниктар менән кәртәләп ҡуйырға уйлайбыҙ.

Беҙҙең мәсеттә никахтар теркәү эше лә яҡшы ойошторолған. Ауылыбыҙ ағинәйҙәре килеп, үҙҙәренең теләктәрен әйтеп, ҡотлап китеү ҙә йолаға әүерелде.

Аллаға шөкөр, Яманһарыла халыҡ шул тиклем һәйбәт. Имамыбыҙҙан да бигерәк уңдыҡ. Мәсеткә килгән аҡсаны әрәм-шәрәм итмәй, кәрәк нәмәгә генә тотона. Ул үҙенең белемен арттырыу өҫтөндә лә күп эшләй, Өфөлә Ислам университетында уҡып йөрөй. Алла бирһә, артабан да шулай бергәләп матур итеп йәшәрбеҙ.

Ләлә БАТЫРШИНА
Яманһары ауылы

Читайте нас: