Все новости
Общие статьи
9 Января 2018, 14:53

БӘХТЕГӘРӘЙ ХӘҘРӘТ

Бәхтегәрәй хәҙрәт Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылында 1857 йылда тыуған. Ауыл имамы Ғәбдрәшит бабай Кәримов һәм башҡа ауыл аҡһаҡалдарының һөйләүе буйынса, Бәхтегәрәй Әбделғәни улына халыҡ әүлиә тип исем биргән.

Бәхтегәрәй хәҙрәт Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылында 1857 йылда тыуған. Ауыл имамы Ғәбдрәшит бабай Кәримов һәм башҡа ауыл аҡһаҡалдарының һөйләүе буйынса, Бәхтегәрәй Әбделғәни улына халыҡ әүлиә тип исем биргән.

Ул доғалар менән кешеләрҙе өшкөргән, балалар уҡытҡан, дин ғилеме биргән. Әүлиәнең әйткәндәре буйынса, кешене ҡәбергә күмгәс, күмеүселәр таралышҡас, Бәхтегәрәй бабай зыяратта тороп ҡалыр булған. Мөнкир, Нәкир фәрештәләре мәрхүмдән һорау алырға килгәндә, ул яуап бирешеп торған. Бәхтегәрәй хәҙрәт зыяраттан ҡайтҡас, туғандары һәм яҡындары мәрхүмдең нисек итеп яуап биреүен һорашҡан. Ә хәҙрәт ҡайһы бер кешеләр тураһында уларҙың еңел яуап биргәнен, ҡайһыларының ауыр яуап биреүен әйткән. Ҡәбер әһелдәренә белмәгәндәрен әйтеп яуап бирергә ярҙам итеү, уларҙың һөйләшкәнен ишетеү әүлиәнән башҡа бер кемгә лә бирелмәгән. Хатта ҡайһы бер кешеләр тураһында ул: «Һеҙ иҫән сағында уны (ярлыраҡ, ауырлыҡта йәшәгән йәки бәлә-ҡазаға осраған, башҡаларҙан кәмерәк кешене ) һанға ла һуҡмай инегеҙ, ә ул әүлиәләр һымаҡ яуап бирҙе, – тигән. – Үгеҙ ҡушаматлы Хәбибулланы һеҙ гел кәмһетә торғайнығыҙ, ә уға шунда уҡ, ожмахҡа барырға, тинеләр», – тип кешеләрҙе төрлөсә кәмһетергә, йәберләргә ярамағанын йәтеш генә итеп әйтеп, был донъяның ҡунаҡ ҡына икәнен иҫкәртә, әхирәткә әҙерләй, иман тураһында ипләп кенә аңлата торған булған.

Шулай бер ваҡыт Әсҡәт Зәйнәғәбдинов бабай бала сағында тырмаға йығылып, тәненә йәрәхәт ала. Йөрөмәгән ере ҡалмай, дауахана тупһаларын тапай торғас, тәҡәте ҡороп бөтә. Нисек кенә тырышмаһындар, йәрәхәт төҙәлмәй ҙә ҡуя, киреһенсә бөтә тәнде ҡаплап бара. Тәҡәттәре ҡороп бөтә быларҙың. Бәхтегәрәй хәҙрәткә алып килгәндән һуң ғына үлер сиккә еткән бабай аяҡҡа баҫып китә. Был турала Әсҡәт бабай гел кешеләргә һөйләп йөрөй торған булған.

Миһырбанлы, киң күңелле булыу менән бергә Бәхтегәрәй хәҙрәт үҙ балаларына дөрөҫ тәрбиә биргән, шәкерттәр уҡытҡан. Ауыл халҡы уны бөтә ерҙә үрнәк итеп ҡуйып һөйләгән. Хәҙрәт бер ваҡытта ла донъя малына ҡыҙыҡмаған, кем генә өндәшмәһен – баймы, ярлымы, хужамы, көтөүсеме – бөтәһенә лә ярҙам ҡулын һуҙыр булған һәм күрһәткән хеҙмәте өсөн бер ваҡытта ла хаҡ һорамаған. «Мин түгел, һеҙгә Аллаһы Тәғәлә ярҙам итә, Ул кешенән аҡса алмай, киреһенсә, доға ҡылып, намаҙ уҡып, ул ҡушҡанды үтәһәгеҙ, Ул үҙе һеҙгә бөтәһен дә бирер, иншалла», – тип әйтә торған булған кешеләр менән күркәм мөғәләмә итеүсе хәҙрәт.

Бәхтегәрәй хәҙрәттән дәрестәр алырға, дауаланырға, төрлө сетерекле хәлдәрҙә кәңәш һорарға килеүсе кешеләр күбәйгәндән-күбәйә бара. Уның дәрәжәһе күтәрелә барыуы ҡайһы бер хәрәм тормош алып барыусы ҡуштандарға оҡшамаған. Бөтә күңеле менән тик изгелек эшләргә генә тырышып, ауыл халҡына төрлө яҡлап ярҙам итеүҙән башҡаны белмәгән хәҙрәттең халыҡ араһында абруйлы булыуынан көнләшеүселәр, аҫтыртын эш алып барып, ялған ғәйбәт таратыусылар табыла. Сүптән сүмәлә яһарға яратҡан, аҡсаға табыныусы суд әһелдәре бер ғәйепһеҙгә ғәйепләп, мулла булған өсөн генә Бәхтегәрәй хәҙрәтте 1937 йылда төрмәгә бикләп ҡуялар.

Аллаға шөкөр, ялғандың ғүмере ҡыҫҡа була, оҙаҡламай уны аҡлайҙар һәм төрмәнән сығаралар.

«Бәхтегәрәй хәҙрәт төрмәлә ултырғанда: «Лә иләһә иллә иннә әнтә Сүбхәнәкә күнтү минәә залимиин», – тип 40 мең тапҡыр уҡый һәм Аллаһы Тәғәлә уны зиндандан сығара, ғәҙеллек еңә», – тип Таһир бабайҙың ҡыҙы Нуржиһан апай күршеһендә генә йәшәгән Бәхтегәрәй хәҙрәттән ишеткәнен ауылдың имамы Ғәли хәҙрәткә һөйләп ҡалдыра.

Ғәбдрәшит бабай Бәхтегәрәй хәҙрәтте хөрмәт йөҙөнән: «Беҙҙең хәҙрәт», – тип атай. – Хәҙрәтте зыярат ҡылғанда уның менән ҡосаҡлашып күрештек», – тип илап һөйләй ине. Был инде әүлиәләрҙең, донъянан үтһәләр ҙә, йәндәре тере икәнен аңлатҡан бер дәлил булып тора.

Бөгөнгө көндә Бәхтегәрәй хәҙрәттең туғандары – ейәне Илдус Насиров, шулай уҡ Ырымбурҙа туғандары бар. Ауылда әүлиәнең 6-7-се быуын тамырҙары йәшәй. Тағы ла бер туғандары 100 йәшкә етеп үлде, ә инде бер туғаны Мәләүез ҡалаһында йәшәй.

Бәхтегәрәй хәҙрәт Шәмсетдин Зәкиҙең нисәнселер быуын туғаны була. Ул 1943 йылда вафат булғас, халыҡ уны хөрмәтләп, ауыл осондағы зыяратҡа ҡуялар. Ул замандарҙа зыяраттарҙы кәртәләү булмағас (бәлки, кәртәләһәләр ҙә, сереп емерелгәндер), уның баш осона ҡуйылған боронғо таш ҡына һаҡланып ҡалған.

Шуныһы ҡыуаныслы: Ғәли хәҙрәттең тырышлығы менән, ауыл халҡы дәррәү аҡса йыйып, күмәкләп Бәхтегәрәй хәҙрәттең зыяратын тәртипкә килтереп, әллә ҡайҙан айырылып күренеп торорлоҡ итеп кәртәләп ҙур итеп таҡтаташ ҡуйғандар, Аллаға шөкөр. Ауылдың шундай күренекле кешеләре бер ваҡытта ла онотолорға тейеш түгел. Юҡҡа ғына йырҙа ла: «Үлгәндәрҙең ҡәберен бел, иҫәненең ҡәҙерен бел», – тимәгәндәр бит.

Зыяратты кәртәләп ҡуйғас, ап-аҡ кейем кейгән, шатлығынан йөҙөнән нур бөркөлгән Бәхтегәрәй хәҙрәт Ғәли Ишмөхәмәтовтың төшөнә керә. «Беҙҙе бигерәк ҙурланығыҙ, Аллаһтың рәхмәте төшһөн»,- ти ул.


Автор фотоһы
Читайте нас: