Иҫләйһегеҙҙер, республикабыҙҙа Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, уның абруйын күтәреү һәм матди хәлен яҡшыртыу маҡсатында 2008 йыл Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип билдәләнгәйне. Быйылғы йыл Башҡортостанда йәнә Ғаилә йылы тип иғлан ителде.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, республикабыҙҙа ярты миллиондан ашыу балалы ғаилә йәшәй. Уларға булышлыҡ итеү өсөн республика ҡаҙнаһынан йыл һайын 10 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелә. Был йәһәттән республика тәжрибәһе федераль кимәлдә лә танылыу тапҡан. Шуға бәйле 2018 йылды республикала Ғаилә йылы тип иғлан итеү тәҡдимен индергән. Ғаилә йылының саралары ғаилә институтын үҫтереү, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу буйынса дәүләттең, йәмғиәттең һәм бизнестың көсөн берләштерергә тейеш.
Беҙ ҙә гәзит уҡыусыларыбыҙҙан Ғаилә йылында нимә көтөүҙәре хаҡында белештек.
Гөлназ ӘҘЕҺӘМОВА, Таймаҫ ауылы:
- Йәш ғаиләләргә ярҙам бар һәм ярҙам ителә, тип бар ерҙә яҙалар, һөйләйҙәр. Шулайлыҡҡа шулайҙыр ҙа ул, тик миҙалдың ике яғы тигән кеүек, йәш ғаиләләргә ҡағылған программалар менән таныша башлаһаң - иҫ киткес! Уны һин ғүмерҙә лә тормошҡа ашыра алмаясаҡһың төҫлө. Бындай программаларға эләгер өсөн һинең нимәңдер булыуы зарур (мәҫәлән, күпмелер аҡса), әгәр ҙә ул булһа, ысынбарлыҡта йәштәргә ҡағылған программаның кәрәге лә юҡ бит. Күп ғаиләләрҙе борсоған ипотека мәсьәләләре лә әҙ генә кешелек мәнфәғәтендә булһа ине. Иң мөһиме йәштәргә эш урындары булдырылһын. Ҡайҙа ҡарама пенсия йәшендәгеләр тырышып-тырмашып эшкә йәбешеп яталар, ә йәштәрҙән ниндәйҙер стаж талап итәләр.
Ғөмүмән әйткәндә, ғаилә - ул дәүләттең башы, башланғысы. Ғаиләне нисек ҡарайһың, тәрбиәләйһең, шундай дәүләт тә килеп сыға инде. Үҙ ғаиләңдә балаңды тәрбиәләгән кеүек, дәүләт тә ғаиләләрен тәрбиәләп, ҡурсалап, һөйөп, яратып ҡараһа, әлбиттә, шәп булыр ине.
Альбина ИСМӘҒИЛОВА, Йомағужа ауылы:
- Быйылғы йыл ғаилә йылы тип иғлан ителгәс, ғаиләләр өсөн Хөкүмәт тарафынан тағы ла күберәк файҙалы программалар булыр, тип өмөтләнәм. Бигерәк тә, йәш ғаиләләргә ауылда ҡалыу өсөн төрлө мөмкинлектәр булдырылһын ине, шул саҡта ғына ауылдың киләсәге бар, һәм, тимәк, телдең дә, ғөмүмән халҡыбыҙҙың да киләсәге булыр. Шәхсән үҙебеҙҙең ғаиләгә килгәндә, бик яуаплы йыл көтә, ҡыҙыбыҙ, балалар баҡсаһын тамамлап, башҡорт гимназияһына беренсе класҡа уҡырға барасаҡ, улыбыҙ инде балалар баҡсаһына йөрөйәсәк. 2018 йыл барыһына ла ҙур шатлыҡтар алып килһен!
Айбулат ҮЛМӘҪБАЕВ, Күмертау ҡалаһы:
- Ғаилә йылы тип иғлан ителгәс, моғайын да, кемгәлер файҙаһы булыр, тип өмөтләнеп көтәйек. Юҡһа, беҙҙә бит телевидениеларҙа ғына матур итеп һөйләйҙәр, ә ысын барлығында барыһы ла киреһенсә. Айырыуса быйыл йәш ғаиләләргә финанс яғынан да, торлаҡ алыу мәсьәләһендә лә нығырак ярҙам итер кәрәк, тип уйлайым. Ғаилә йылы тип аталған икән юҡҡа булмаһын, ә файҙаһы тейһен.
Светлана ӘХТӘМОВА, Илкәнәй ауылы:
- Ғаилә – ил терәге, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр инде ул! Шулай булғас, ил терәге һәр ваҡыт ныҡлы, көслө булырға тейеш, минеңсә. Әммә ләкин һуңғы йылдарҙа ныҡлы ғаиләләр һаны кәмегәндән-кәмей бара. Статистика күрһәтеүенсә, ҡушылған парҙарҙың яртыһы, үкенескә ҡаршы, айырылышырға ғариза бирә. Тимәк, ғаилә тарҡала... Ни өсөн һуң был шулай? Эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡтыр, тип уйлайым. Иң башта балалар пособиеһын күтәрһендәр ине, был бит бигерәк көлкө. Ғаиләләргә төрлө льготалар булдырылһын ине. Бына шул саҡта инде Ғаилә йылы тип ысынлап та юҡҡа атамағандарын белербеҙ.