Все новости
Общие статьи
12 Января 2018, 13:21

АРЫҪЛАН БАТЫР

Арыҫлан Аҡҡолов старшина элекке юлдаш-фекерҙәштәре менән ҡайтанан юлға сыҡты. Өфө воеводаһы Головкин әлеге лә баяғы шул Андрей Жихарев, Михаил Дохов, Александр Сергеевтарҙың эше буйынса судҡа саҡырта уларҙы.

Тарихи-художество очерк

Арыҫлан Аҡҡолов старшина элекке юлдаш-фекерҙәштәре менән ҡайтанан юлға сыҡты. Өфө воеводаһы Головкин әлеге лә баяғы шул Андрей Жихарев, Михаил Дохов, Александр Сергеевтарҙың эше буйынса судҡа саҡырта уларҙы.

Аттарҙы ял иттерергә, үҙҙәре лә әҙерәк тын алырға туҡтаған арала Арыҫлан оҙаҡ ҡына башына ҡышҡы аҡ ҡар ятҡан Нәтәҙе тауы яғына ҡарап торҙо. Шуның аръяғында, Бағра тауы буйында, ауылы, ғаиләһе, туған-тыумасаһы, хәйерле юл теләп, уны оҙатып ҡалды.

Ә алда мәғрур Ергәнтау башын күккә сөйгән, байтаҡ ҡына барғас, аҡ һыртлы мѳһабәт Торатау ҙа уларҙы ҡаршылар. Шулай ҙа оҙон юлда күберәк йѳрѳгән, йыраҡ юлға йышыраҡ сыҡҡан һайын тыуған тупраҡ нығыраҡ һағындыра, үҙенә күберәк тарта.

Бигерәк йәмле шул Арыҫландың тыуған яғы… Нәтәҙенең иң бейек түбәһенә менеп ҡараһаң, Бағра менән Кѳнгәк тауҙары, Ағиҙел, Нѳгѳш йылғалары асыҡ күренә. Форсат тейгәндә Кѳнгәккә юлланһаң, киреһенсә, Нѳгѳштѳ, Нәтәҙе моронон күҙәтергә була.

Нәтәҙенән ун саҡырым самаһы үрҙә, Нѳгѳштѳң һул ярында бер ауыл бар. Арыҫлан Аҡҡол улы нигеҙләгән ауыл ул. Йола буйынса кем беренсе ҡаҙыҡты ҡаға, шуның исем-аты яңы ауылға бирелә. Был юлы ла шулай булды.

Арыҫлан ауылының тирә-яҡ тәбиғәте күркәмлеге, гүзәллеге менән һәр кемде үҙенә бағындырырлыҡ та, табындырырлыҡ та.

Бағра тауы Арыҫлан ауылының аръяғында, Нѳгѳштѳң уң яҡ яры ситенән үк тиерлек башланып китә. Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттарының бер ѳлѳшѳ ҡасандыр ошо ерҙәрҙе тѳйәк иткән. Атаһы Аҡҡолдың ер биләмәләре менән үҙ исемендәге ауылы ла шунда, Ағиҙел буйында, ине заманында.

Арыҫлан Аҡҡолов – Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуы менән олоҫоноң батыры ла, тарханы ла, аҫабаһы ла, старшинаһы ла. Ул заманында ырыуҙаштары, башҡа башҡорт ырыуҙары вәкилдәре менән бергә Петр Беренсе етәкселегендәге Азов походында ҡатнашты. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн батша ғали йәнәптәре уға үҙ ҡулы менән почет билдәһе тапшырҙы.

Петр Беренсе ғали йәнәптәрен бик тә ихтирам итә Арыҫлан. Ул, власть кешеһе булараҡ, батшаның башҡорт ерҙәрен әкертенләп баҫып алыу сәйәсәтенә ҡаршы икәнлеген асыҡтан-асыҡ күрһәтә алманы. Түҙҙе. Тешен ҡыҫып түҙҙе. Әммә түҙемлектең дә бер сиге була: батша ғали йәнәптәренә ҡарата булған ихтирамын ситкә ҡуйып тороп, ырыуҙаштары менән бергә ҡулына уҡ-һаҙағын алып, тыуған яҡтарында азатлыҡ, үҙ аллылыҡ өсөн көрәшкән башҡорттар сафына баҫырға тура килде. Ирек яулайбыҙ тип, 1704-1711 йылдарҙа баш күтәргән халҡының ҡара ҡанға батырылыуын күреүҙең уға нисек ауыр икәнлеген, ай, аңлаһағыҙ икән…

Бошман-ҡыпсаҡтар барыһы ла Арыҫланды абруйлы ир уҙаманы тип белә, шуға күрә уны, ҡырҡта ҡылды ҡырҡҡа ярырлыҡ ирһең, тип олоҫ старшинаһы итеп һайлап ҡуйҙылар. Был вазифала бик ҙур яуаплылыҡ алды ул үҙ өҫтөнә. Һәр саҡ төплө уйлап эш итте, тотҡан еренән һындырырға ашыҡманы, изгелеклелеге менән алдырырға ынтылды. Айырыуса 1704-1711 йылдарҙағы яу ваҡытында халҡын, ырыуҙаштарын хәүеф-хәтәрҙән ҡурсаланы, үҙенең дә тормошо ҡыл осонда тороп ҡалған саҡтары аҙ булманы түгел. Яуға күтәрелгәндәрҙе баҫтырырға тип килгән карателдәрҙән, власть кешеһе булараҡ, башҡорттарҙы аралауы, яҡлашып сығыуы бер ҙә генә еңел булманы Арыҫлан батырға. Бының өсөн ҡаныңда ҡыйыулыҡ та, батырлыҡ та, дипломатлыҡ та булыуы кәрәк ине. Яу тынып торған арала иһә башҡорт феодалдәренең, байғураларының үҙ-ара мал-тыуар, мөлкәт бүлешеп яғалашыуҙары, алҡымға алҡым килешеүҙәре уның наһырын ҡоротто. Уларҙы яраштырам, дөрөҫлөктө иҫбатлайым тип, күпме ҡан боҙоуҙар, ваҡыт сарыф итеүҙәр… Һуңғы бер нисә тиҫтә йыл эсендә Аҡҡол улының сәсен иң ныҡ ағартҡаны Әндрәй ҡаҙнаһы булды. Нисә йыл рәттән инде ул башҡорт старшиналары менән берлектә яһаҡ йыйыусыларҙың баш-баштаҡлығы, башҡорттарҙы йәберләүҙәре ѳсѳн язаға тарттырыуҙы һорап юғары власҡа әллә нисәмә тапҡыр мѳрәжәғәт итте. Түҙгәнгә түш ите тейә, тигәндәй, уларҙың йылдар буйына һалған тырышлыҡтары үҙҙәрен аҡлай, шикелле: инде лә был судта Сергеевтарҙың эшенә һуңғы нѳктә ҡуйылырға тейеш. Фекерҙәштәре, йәғни дүрт даруғаның илле биш кешенән торған ҙур делегацияһы был эш буйынса Арыҫланды етәкселәре итеп ҡуйҙы. Сөнки уның халҡы араһында абруйы ла ҙур, русса тейешле дәлилдәр килтереп, үҙенекен һүҙ итеп һөйләй алыу оҫталығы ла бар.

Башҡорт халҡының ҡанын күп эсте ул хаин! Аллаһы Тәғәлә уға ҡылған яуызлыҡ, мәкерлектәренең ҡонон кире ҡайтарҙы. Донъяға һыймай йѳрѳгән Сергеев инде хәҙер – зинданда. Эҙләгәнен тапты. Үлем язаһына тарттырылырға тейешле ҡатил ѳсѳн был да үҙенә күрә бер бәхет. Әйҙә, һуңғы кѳндәрен шунда үткәреп, тѳрмә һауаһын да һулап ҡалһын әле. «Изгелеккә – изгелек, яуызлыҡҡа – яуызлыҡ», – тигән ябай ғына хәҡиҡәтте лә аңларға теләмәгәс үҙе.

Император ғали йәнәптәренә, Рәсәй Хѳкүмәтенә кенә ҡыуманы, ҡуйынында йылан аҫыраманы Арыҫлан. Йәш сағында ла, ир ҡорона ингәс тә батша хѳкүмәтенә тоғро хеҙмәт итте. Шулай булмай, уның ата-бабалары Алтын Урҙа дәүләтенән ҡалған Нуғай ханлығы иҙеүенән ҡотолоу ѳсѳн бынан быуат ярым элек, үҙ теләктәре менән Рәсәйгә ҡушылып, аҡ батша Иван Грозный йѳҙѳндә яҡлау, терәк-таяныс тапҡан бит.

***

Барыһы ла Әндрәй ҡаҙнаһына бәйле башланды. 1704 йылдың ҡара кѳҙѳ ине. Ажғырып торған аттар егелгән кырандастарҙа Ѳфѳгә Андрей Жихарев менән Михаил Дохов тигән прибыльщиктар килеп тѳштѳ. Уларҙың башында бары тик бер генә уй – халыҡ кеҫәһенән нисек тә күберәк һалым ҡайырып алыу ине. Рәсәйҙе артабан да йәшәтеү ѳсѳн башҡаса юл күрмәне улар. Феодал-крепостник дәүләтенең Балтик диңгеҙенә сығыу ѳсѳн алып барған һуғышы кѳндән-кѳн күберәк аҡса, матди сығымдар талап итте. Петр Беренсе хѳкүмәте феодал һалымдарҙы арттырыуға баҫымды кѳсәйткәндән-кѳсәйтә генә барҙы.

Башҡорттар ҙа ҡаҙнаға ҡиммәтле йәнлек тиреләре, бал менән дә, мѳмкинлек сыҡҡанда аҡсалата ла яһаҡ түләне. Ир-егеттәр хәрби хеҙмәт үтәне, яу сапты. Батшаның хәрби-бюрократик дәүләт аппаратына былар ғына аҙ күренде. Шул саҡ хыялға үтә лә бай Андрей Жихарев менән Максим Дохов, аптыраған ѳйрәк арты менән күлгә сума, тигәндәй, Башҡортостан ѳсѳн ѳр-яңы Указ ижад итергә тотондо. Унда башҡорттар быға тиклем белмәгән, күҙҙәре күрмәгән, ҡолаҡтары ишетмәгән 72 тѳрлѳ яңы һалым индерелде.

1704 йылдың 5 октябрендә Ѳфѳлә, Ағиҙелдең ҡомло һул ярында, Башҡортостандың дүрт даруғаһынан башҡорттарҙың ышаныслы вәкилдәре йыйылды. Улар араһында Арыҫлан Аҡҡолов та бар ине.

Андрей Жихарев Указды уҡып ишеттерә, эргәләрендәге татар тылмасы уны тәржемә итә башланы. Тыңлаусыларҙың йѳҙҙәренә торған һайын аптыраулы ҡараш билдәләре сыға барҙы. Был хыялбайҙар мәсет, мунса, балыҡ тотоу урындары ѳсѳн дә һалымдар индергәйне. Ә инде һәр кешенең күҙ тѳҫѳнә ҡарап айырым һалым түләү тураһындағы урынға барып еткәс, йыйылыусылар аптыраулы ҡараштарын бер-береһенә йүнәлтте.

– Һинең күҙең ҡара, тимәк, 12 тин түләйһең.

– Ә һинеке һоро, шулай булғас, күҙгә һалымды миңә ҡарағанда 8 тингә аҙыраҡ түләйәсәкһең.

Андрей Жихарев Указдан мәсетте христиандар сиркәүенә оҡшатып тѳҙѳү, мәсет эргәһендә зыярат урынлаштырыу, никах уҡығанда мулланан башҡа поптың да булырға тейешлеген уҡығас, ҡайһы бер ҡыҙыу ҡанлы башҡорттар сығырынан сыҡты, быны күрәләтә мыҫҡыл итеү, дини, милли тойғоларынан кѳлѳү тип, йоҙроҡ тѳйнәп, прибыльщиктар ѳҫтѳнә ташланды. Уларҙы тыйырға, араларға тырышыусылар булманы ла, шикелле. Аҙмы-күпме ваҡыт эсендә Ағиҙелдең ҡомло ярында күҙ-баштары һырҙай ҡанға туҙған меҫкен прибыльщиктарҙы, уларҙың юлдаштарын күреп, башҡорттар үҙҙәре лә аптырап ҡуйҙы. Ә ҡайһы берәүҙәренә был кѳс-ҡеүәт кенә ѳҫтәне, тап бына улар Андрей Жихарев ҡулындағы Указды тартып алып, йыртҡылап, Ағиҙелдең аҡ тулҡындары ѳҫтѳнә ырғытты. Ҡағыҙ киҫәктәре саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы үсекләгән кеүек кѳҙгѳ һүрән ҡояштың нурында арлы-бирле генә ялт-йолт итеп алды ла, еүешләнеп, һыу тѳбѳнә китә башланы. Андрей менән Мишаның хыялдары ла, әйтерһең дә, шул ҡағыҙ киҫәктәре менән бергә юҡҡа сыҡты. Был ѳмѳттәре ѳҙѳлгәнгә уларҙы йыуатыусы ла табылманы. Уҫал да халыҡ икән башҡорттар…

***

Хыялбай прибыльщиктарҙың туҡмалып ҡайтып китеүенә бер нисә ай үткәс, Башҡортостанға Ҡазан комиссары Александр Сергеев тигән бер бәндә килеп төштө. Ул башҡорттарҙан ғәскәри көстәр өсөн 5-6 мең ат һәм 1 мең кеше биреүҙәрен талап итте. Ниҙәр генә ҡыланманы комиссар: халыҡты ҡурҡытыу өсөн ул туптар аттырһынмы, һалым түләү буйынса талаптарын үтәргә теләмәгән башҡорттарға ул көсләп хәмер эсерһенме, ул туҡмап, мыҫҡыллаһынмы, ул йорттарығыҙҙы яндырам, тип ҡурҡытһынмы… Бына шуларҙың барыһы бергә яңы яу ҡубыуына сәбәпсе булды ла инде. Халыҡ яңынан ҡоралға тотондо. Дөрөҫөн әйткәндә, ул Сергеевтың ҡылған ҡылыҡтарын һөйләп бөтөрлөк түгел. Ҡазан комиссары халыҡтың күҙ йәшен түктереп йыйған һалымдар тупламаһын Әндрәй ҡаҙнаһы тип йөрөтә башланылар. Арыҫлан батыр фекерҙәштәре менән 1708 йылдан алып 1722 йылға тиклем күп тапҡырҙар яһаҡ йыйыусыларҙың баш-баштаҡлығы, йәберләүҙәре өсөн уларҙы язаға тарттырыуҙы һорап юғары власҡа мөрәжәғәт итте. Хаттар һөҙөмтәһендә ҡылынылған енәйәтте тикшереү өсөн Өфөлә комиссия төҙөлдө. Оҙаҡ йылдар Жихарев, Дохов, Сергеевты һорау алыуҙарға йөрөттөләр. Уларҙың ҡырын эштәрен тикшереүгә Арыҫлан Аҡҡолов та иптәштәре менән бергә ҡат-ҡат саҡырылды. Ул үҙе лә власть кешеләренә был йәһәттән тынғы бирмәне.

***

Ниһайәт, бына судта Арыҫлан хөкөм ителеүселәргә ҡаршы бик ҡаты сығыш яһаны. Сатнатҡансы, күҙҙәрен сығарғансы әйтеп һөйләп, был бәдбәхеттәргә ҡарата иң ҡаты яза биреүҙе һораны.

Суд дүрт даруға исеменән килгән илле биш башҡорттоң талабын ҡәнәғәтләндерҙе: элекке воевода Александр Сергеев үлем язаһына хөкөм ителде. Нисәмә йылдар буйы ғәҙеллек эҙләгән башҡорттар еңеү тантанаһынан түбәләре күккә тейеп үҙ тарафтарына таралышты.

Бер аҙҙан Бошман-Ҡыпсаҡ олоҫона, Арыҫлан батыр йәшәгән ауылға, Әндрәй яуызды аҫып үлтергәндәр тигән хәбәр килеп етте.

Тәлғәт ШАҺМАНОВ
Читайте нас: