Юшатыр
-3 °С
Снег
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Общие статьи
12 Января 2018, 13:39
БАҒЫУСЫЛАР ЯРҘАМ ИТТЕ, ФӘРИТ БЕЙЕТТЕ
Таймаҫ ауылының мәҙәниәт йорто үҙ тамашасыларын яҡтылығы, матурлығы, зауыҡлы яңы шаршауҙары менән ҡаршы алды.
Таймаҫ ауылының мәҙәниәт йорто үҙ тамашасыларын яҡтылығы, матурлығы, зауыҡлы яңы шаршауҙары менән ҡаршы алды.
Сәхнә уртаһындағы ҡупшы шыршы янында ауыл советы хакимиәте башлығы Ильяс Искәндәр улы Юлдыбаев ауылдаштарын ысын күңелдән байрам менән ҡотланы. Үткән 2017 йылға ҡыҫҡаса йомғаҡ яһап, 2018 йылдың Рәсәй Президентын, Ҡоролтайға һайлауҙар үтәсәге менән әһәмиәтле икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ул байрам алдынан ойошторолған «Иң матур йорт» конкурсында еңеүсе ғаиләләрҙе ҡотланы. Бына улар: I урын – Минияз һәм Рәйлә Зәйнуллиндар, II урын – Азамат һәм Светлана Абдуллиндар, III урын – Нәзир һәм Әлфиә Абдуловтар, IV урын – Зариф һәм Рәсилә Әлмөхәмәтовтар, V урын – Радик һәм Сәғирә Рәхмәтуллиндар.
«Үҙем Эт йылында тыуғанмын, иптәшем – Әтәс йылында. Шуға күрә Ғаилә йылына яраҡлаштырып, эт һәм әтәс һындарын ағастан яһаныҡ та гирляндалар менән биҙәнек, - ти беренсе урынды яулаусы Рәйлә Ноғман ҡыҙы, - Ильяс Искәндәр улына һәм ойоштороу комиссияһы ағзаларына конкурста ҡатнашыусылар исеменән рәхмәт белдерәм, артабанғы эштәрендә уңыштар теләйем».
Шулай уҡ алдан иғлан ителгән «Яңы йыл газетаһы» ярышына ла йомғаҡ яһалды. Уҡыусылар бихисап ҡатнашты. Иң матур эштәр спонсорҙарҙың татлы приздары – бал менән бүләкләнде. Мәҙәниәт йорто директоры Альбина Килмәтова бағыусылар Айрат Әлмөхәмәтов, Илья Белик, Сергей Поляев, Владимир Кислицын, Юлай Юлдыбаев һәм Азамат Зәбировтарға рәхмәт әйтте. Гөлкәй Солтангәрәева етәкселегендәге бейеүсе ҡыҙҙар коллективын халыҡ менән шығырым тулы зал көслө алҡыштарға күмде.
Шулай уҡ ауылыбыҙҙың данлыҡлы бейеүсеһе Аделина Үтәгәнованың, йәш йырсы Диана Солтангәрәеваның сығыштары, Ағинәйҙәр етәксеһе Рәйлә Йәүҙәт ҡыҙы Мәһәҙиеваның теләктәре ауылдаштарҙың күңеленә хуш килде.
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тамашасыларҙы бейетһә, клоундың уйындары халыҡтың кәйефен күтәрҙе.
Таймаҫтар гармунсы Фәрит Юлтаевтың бейеү көйҙәренә күңелдәре булғансы дәртләнеп бейегәндән һуң, өйҙәренә таралашты.
Филүзә ВӘЛИДОВА,
Таймаҫ ауыл советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?