Все новости
Общие статьи
12 Января 2018, 14:32

ҺӘР БИШЕНСЕҺЕ ЭШ ЭҘЛӘЙӘСӘК

2017 йылдың 31 декабрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018 йылда Дәүләт автоинспекцияһы (ГАИ) хеҙмәткәрҙәренең 10 процентын ҡыҫҡартырға йәки уларҙы полициялағы башҡа эшкә күсерергә тигән законға ҡул ҡуйҙы. Был законға ярашлы хәҙер һәр бишенсе ГАИ хеҙмәткәренә яңы эш урыны эҙләргә тура киләсәк.

2017 йылдың 31 декабрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018 йылда Дәүләт автоинспекцияһы (ГАИ) хеҙмәткәрҙәренең 10 процентын ҡыҫҡартырға йәки уларҙы полициялағы башҡа эшкә күсерергә тигән законға ҡул ҡуйҙы. Был законға ярашлы хәҙер һәр бишенсе ГАИ хеҙмәткәренә яңы эш урыны эҙләргә тура киләсәк.

Президенттың был ҡарары күп кенә урындарҙа видеокамераларҙың урынлаштырылыуы менән аңлатыла. Автоинспекторҙарҙың эшен хәҙер күбеһенсә шул видеокамералар башҡара булып сыға. Ә эксперттар инде бындай ҡарарҙың бик үк дөрөҫ булмауын, был иҫерек водителдәрҙең һәм машина бурҙарының күбәйеүенә килтерәсәген күҙаллап та өлгөрҙө. Видеокамера водителдең эскән икәнен күрмәүен дә һыҙыҡ өҫтөнә ала улар. «Әле бик ныҡ кәрәк саҡта ГАИ хеҙмәткәрен көтөп алып булмай, ҡыҫҡартыуҙан һуң нимә булыр?» - тигән аптырауға ла ҡала эксперттар. Шул уҡ ваҡытта юлда торған ГАИшниктарҙың водителдәрҙе тәртипле йөрөүгә, юл ҡағиҙәләрен үтәүгә булышлыҡ итеүен дә иҫкәртәләр.

Әлеге көндә беҙҙең илдә 50 мең тирәһе ГАИ хеҙмәткәре эшләй. 1 ғинуарҙан башлап шуларҙың 10 меңе ҡыҫҡартылыуы көтөлә.

Күмертауҙа һәм районда бындай үҙгәрештәр башландымы икәнен белешеп ҡараныҡ. Белеүебеҙсә, әлеге көндә районда 13, ҡалала 16 юл хәүефһеҙлеге инспекторы хеҙмәт итә. Быларҙың 10 процентын ҡыҫҡартһалар, ҡаланан 1,6, ә райондан 1,3 гаишник ҡыҫҡартылырға тейеш буласаҡ. Был бик үк ябай булмаған мәсьәләне нисек сисергә уйлауҙары хаҡында һораштыҡ. Район буйынса ЮХХДИ начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Вячеслав Заварзин да, ҡала буйынса ГАИ хеҙмәткәре Максим Боков та: «Әле үҙебеҙ ҙә аңлап етмәйбеҙ. Өҫтән күрһәтмә килмәне һаман да. Бер ниндәй ҙә яңылыҡтар юҡ әлегә. Берәй яңылыҡ булһа, хәбәр итербеҙ», - тине.

Яңы йылдан башланған был яңылыҡҡа ҡыуанырғамы беҙгә, әллә ҡайғырырғамы? Һәр хәлдә иҫерек килеш руль артына ултырырға яратыусылар ҡыуаныр инде. Беҙҙең халыҡ юлда аҡлы-ҡаралы һыҙатлы таяҡтарын болғап торған автоинспекторҙарҙан ҡурҡҡан өсөн генә тиҙлекте кәметеп өйрәнгән инде. Юлда ул кешеләр күренмәһә, водителдәр иркенләп китерҙәрме икән? Ә шул арҡала юл-транспорт ваҡиғалары ла артыуы бар. Быныһын инде ваҡыт ҡына күрһәтер.
Читайте нас: