Все новости
Общие статьи
12 Января 2018, 13:30

ЗОЛОМДАН ҠОТОЛАМ, ТИП…

Үткән быуатта илебеҙҙәге репрессиялар, нахаҡ бәләләр яғып кешеләрҙе ҡулға алыуҙар, атыуға хөкөм итеүҙәр, ГУЛАГ-тарға ебәреүҙәр халҡыбыҙҙы бар яҡлап та ҡаҡшатмай ҡалманы. Шул арҡала күпме ғаиләләр йәбер-золомға дусар ителде.

Үткән быуатта илебеҙҙәге репрессиялар, нахаҡ бәләләр яғып кешеләрҙе ҡулға алыуҙар, атыуға хөкөм итеүҙәр, ГУЛАГ-тарға ебәреүҙәр халҡыбыҙҙы бар яҡлап та ҡаҡшатмай ҡалманы. Шул арҡала күпме ғаиләләр йәбер-золомға дусар ителде.

Етмәһә, ауыл халҡына күмәк хужалыҡтар ойоштороу көсләп тағылды. Колхозға инергә теләмәгәндәр, кулаклыҡта ғәйепләнеп, ситкә һөрөлдө. Бына шундай фажиғәләргә тарымаҫ өсөн Яҡуптағы олатайым Ҡотлоәхмәт Ҡотломөхәмәт улы Сөләймәнов аңлы рәүештә үҙенең 20 һыйыры, 20-ләп ат-арбаһы, сана, сбруйы һәм ер эшкәртеү ҡорамалдары менән колхозға инергә мәжбүр булған. Ҙур ике болдорлы, тимер ҡапҡалы, башы тимер менән ябылған өйҙө лә колхозға биргән. Уны Молокан ауылына күсергәндәр. Колхоздың беренсе рәйесе шулай уҡ бабайыбыҙ Әхмәҙғариф Кинйәбаев булған. Һуғышҡа тиклем атайым Фәйзрахман Сөләймәнов та күмәк хужалыҡта рәйес була, унан һуң комбайнсы булып эшләй, 1941-1942 йылдарҙа, бронь менән ҡалып, иген һуға. 1942 йылда һуғышҡа китә һәм хәбәрһеҙ юғала. Һуғыштан һуң тағы бер бабайым – Хөнәфиә Сөләймәнов рәйес, бригадир булып эшләй. Унан һуң атайымдың мырҙаһы Сибәғәт Ҡотлоәхмәт улы Сөләймәнов рәйес һәм рәйес ярҙамсыһы вазифаларын башҡара, тағы бер туғаныбыҙ – Мөхәрәм Абдулла улы Сөләймәнов та рәйес һәм райондың партия комитеты секретары булып эшләне.

Әгәр олатайым аңлы рәүештә бөтә мал-мөлкәтен үҙ теләге менән колхозға бирмәһә, бар булған туған-тыумасаларыбыҙҙы уйламай ҙа һөргөнгә ҡыуырҙар ине. Кулаклыҡта ғәйепләнмәҫ өсөн улар, шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнеүҙе ситкә ҡуйып тороп, бөтә ғүмерҙәрен колхозды күтәреүгә бағышланы.
Читайте нас: