Все новости
Общие статьи
16 Января 2018, 13:53

ТЕЛӘКТӘРЕГЕҘГӘ ИРЕШЕГЕҘ

Кеше олоғайған һайын туған теленә нығыраҡ тартыла, туған телендә күберәк аралашаһы килә. Әгәр ҙә һин уны белмәһәң йә онотһаң? Кемгә ваҡытында ата-әсәһе туған телен өйрәтмәгән йә үҙе өйрәнергә теләмәгән, үҫеп еткәс, олоғайғас, уларға нимә эшләргә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Башҡортостанда уға исем биреүсе халыҡтың теленә ҡарата бик етди мөнәсәбәт булдырылһа ла, уны популярлаштырыу юҡ кимәлендә. Үҙ туған телендә һөйләшкән, аралашҡан, уҡый-яҙа белгән кешенең башҡалар алдында һәр саҡ абруйы өҫтөнөрәк. Әгәр һеҙҙең берәй туғанығыҙҙың, балағыҙҙың туған телен өйрәнергә теләге көслө икән, беҙ ундай милләттәштәребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙербеҙ. Был йәһәттән Күмертау ҡала үҙәкләштерелгән китапханаһы ныҡлы таяныс була ала. Хәҙер бына бер нисә йыл инде беҙ башҡорт телен өйрәнеү буйынса түңәрәк эштәрен ойошторабыҙ. Ул уңышлы эшләп килә. Быйыл да 1 февралдән башлап түңәрәк үҙ эшен башлай. Дәрестәргә олоһон да, кесеһен дә саҡырабыҙ. Йәш яғынан сикләү юҡ. Әгәр «Юшатыр» гәзите алдырыусыларҙың берәй туған-тыумасаһы үҙ туған телен белмәй икән, һеҙ уларға ҡалабыҙҙа башҡорт телен өйрәнеү буйынса түңәрәк эшләп килеүе тураһында әйтеп, аңлатығыҙ, яҡындарығыҙҙы туған телен өйрәнергә саҡырығыҙ. Түңәрәккә йөрөү өсөн 4-90-88, 4-20-08 телефондарына шылтыратып яҙыла, белешә алаһығыҙ. Беҙҙең тел өйрәнеү түңәрәге шул яғы менән әһәмиәтле: унда башҡорт халҡы мәҙәниәтен һәм фольклорын өйрәнеү ҙә күҙ уңында тотола.
Читайте нас: