Все новости
Общие статьи
16 Января 2018, 16:31

«ЯРҘАМ» ИТӘ БАШЛАНЫЛАР

Беҙгә шылтыраталар: «Күмертауҙағы бер мәктәптә ошоңарсы балалар ашатыуға өҫтәл әҙерләгән өсөн ялланған ҡатынға айына 30 һум түләгәндәр бер балаға.

Беҙгә шылтыраталар: «Күмертауҙағы бер мәктәптә ошоңарсы балалар ашатыуға өҫтәл әҙерләгән өсөн ялланған ҡатынға айына 30 һум түләгәндәр бер балаға. Хәҙер аутсорсинг тигән нәмә бар бит инде, Мәктәп-ара йәмәғәт туҡланыуы комбинаты алды был «ауыр» эште, прокуратура тикшереүҙәренән һуң улар ниндәйҙер билдәһеҙ, санитар книжкаһыҙ әҙәм тығылып йөрөргә тейеш түгел тип, теге ҡатынды ситкә этеп, үҙ кешеһен ҡуя өҫтәл әҙерләргә. Хаҡы ла Яңы йылдан яңыса була — айына 90 һум (мәктәптә ике тапҡыр туҡланған өсөн). Йәғни, ошо өҫтәлгә ризыҡ ҡуйыу хаҡы 300% -ҡа арта. Ни ғиллә был? Ниңә нәмә генә уйлап тапһалар ҙа халыҡтың хәлен яҡшыртыуға түгел, киреһенсә, ҡыйынлаштырыуға ҡайтып ҡала? Әллә власҡа юрамал шундай кешеләрҙе — этлек кенә уйлап таба алғандарҙы һайлап алалармы?»

Шундай әсенеүле шылтыратыу ҡабул иткәс, был турала белешмәйенсә булдыра алманыҡ. Ғаилә йылы башланыу менән ғаиләләргә был тәүге «ярҙам» күрһәтә башлау булдымы икән?
Мәктәп-ара йәмәғәт туҡланыуы комбинаты директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ольга Алексеевна Домашова хәлде былайыраҡ аңлатты:

- Өҫтәл әҙерләгән өсөн бар мәктәптәрҙә лә билдәле хаҡ ҡуйылған. Беҙ 8-се мәктәптән башҡа ҡаланың барлыҡ мәктәптәрен дә туҡландырабыҙ. Иртәнге ашты өҫтәлгә ҡуйыу өсөн 2 һум 50 тин, төшкө аш өсөн 2 һум хаҡ билдәләнгән. Беҙҙең штатта аш ултыртыусы юҡ. Шуға күрә был хеҙмәткәргә эш хаҡы түләргә һәм төрлө башҡа түләүҙәрҙе ҡапларға ла аҡса кәрәк буласаҡ. Ата-әсәләрҙән был өҫтәмә хеҙмәт өсөн аҡса йыйыла. Быға тиклем был эш барлыҡ мәктәптәрҙә легаль түгел рәүештә башҡарылып килде. Прокуратура тикшереү үткәреп, бындай эште законлаштырырға ҡушты. Шуны ла әйтергә кәрәк, ошолай итеп аш ултыртыусыларҙың легаль булмаған эше 16 йыл буйы дауам иткәйне.
Читайте нас: