Все новости
Общие статьи
16 Января 2018, 13:59

ҠЫРҠЫЛДЫ ҠАНАТТАРЫ

Рейдерҙарса баҫып алыу, талау, ҡулға төшөрөү хаҡында күп ишеттек (Краснодар крайындағы Цапок бандаһын ғына иҫкә төшөрөгөҙ), тик бындай хәлдәр ҡайҙалыр алыҫта ғына булыуы мөмкин һымаҡ ине, беҙҙә һәйбәт халыҡ йәшәй, ҡайҙан булһын инде Көйөргәҙелә нимәнелер тартып алыу, алдау, бигерәк тә үлтереш. Шулай ҙа беҙ ҙә заманынан ҡалышмайбыҙ икән.

«Толпар» кооперативы хаҡында ваҡытында күп яҙҙыҡ, йә бер хужа булды унда, йә икенсе. Тәки осона сыға алманыҡ – был хужалыҡта нимә, нисек, ҡайҙа икәнен белеп булманы, дөрөҫөн әйткәндә. Фермалар емерелде, малдар юҡ булды, сәскән игене үҙҙәренә саҡ етте, тигәндәй. Ялсыҡайҙағы был кооперативҡа бәйле аҙаҡҡы яңылыҡ: урындағы депутат ҡатынды эшселәр былтыр яҙ был кооператив рәйеселегенән бушата. Тик ҡатын урынынан былай ғына киткеһе килмәй, хужалыҡтың дөйөм йыйылыш протоколын алдап яҙа һәм үҙенә үҙе етәкселек вазифаһын оҙонайта. Ошо ялған документ ярҙамында реестрҙа теркәлә – етәкселек эше дауам итә. Тик Ялсыҡайҙа ла закон белгән, күҙҙәре күргән, ҡолаҡтары ишеткән кешеләр йәшәй: 40 йәшлек гүзәл заттың алдау юлы менән һаман да хужалыҡты етәкләүен белеп ҡалалар һәм кәрәкле урынға хәбәр итәләр. Тикшереү комитеты һүҙҙәренсә, ҡатын тикшереү эштәре барған ваҡытта гел уларға аяҡ салған, шулай ҙа тегеләр эштәренең осона сығып ҡуя. Тиҙҙән бар тупланған дәлилдәр судҡа биреләсәк.

Шундай күңелһеҙерәк яңылыҡ. Беҙ ни, «Толпар» ҡанатланып осор, тип тә яҙғайныҡ, ниңәлер ҡырҡылды уның ҡанаттары. Етмәһә, кемдер алдаҡ юл менән уны көсләп йүгәнләргә маташа.

«Юшатыр» гәзите был эште артабан да күҙәтеп барасаҡ.
Читайте нас: